НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хәрәкәттә – бәрәкәт йәки Скандинав йөрөшө һаулыҡты яҡшырта

Хәрәкәттә – бәрәкәт йәки Скандинав йөрөшө һаулыҡты яҡшырта


Хәрәкәттә – бәрәкәт йәки Скандинав йөрөшө һаулыҡты яҡшыртаҺуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик популяр. Уның тураһында ентекләберәк яҙмаҡсымын.
Француз табибы Пессо: "Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай", – тигән. Тимәк, һау булғың килһә, хәрәкәтләнергә кәрәк. Халҡыбыҙ: "Хәрәкәттә – бәрәкәт", – тип белеп әйткән бит.
Кешеләр төрлөсә хәрәкәтләнә. Берәүҙәр саңғыла, велосипедта (бында ҡулдар хәрәкәтләнмәй) йөрөй. Былар – миҙгелле мауығыу. Икенселәр һәлпәңләп йүгерә (бег трусцой), атлай.
Мин икенсе йыл инде скандинавса йөрөйөм. Был йөрөштөң исемдәре күп кенә: фин, швед, нордик, төньяҡ. Йөрөү өсөн, миҙгелгә ҡарап, аяҡ, өҫ кейеме (тирләткәс, кизе-мамыҡ туҡыманан) кәрәк. Таяҡтың оҙонлоғо кәүҙә бейеклегенең 2/3 өлөшөн тәшкил итә. Мин таймаһын өсөн таяҡтарҙың аҫҡы өлөшөнә резина шланг кейҙерәм. Ҡышҡыһын сөй ҡатып ҡуям. Тотоп йөрөү өсөн таяҡтың икенсе осона бау беркетәм. Ҡыҫҡартып, саңғы таяҡтарын да ҡулланып була.
Йөрөгәндә уң ҡул, һул аяҡ алға китһә, шунан киреһенсә эшләргә кәрәк, тип өйрәтәләр. Мин башта белмәгәс, ике таяҡты ла алға ташлап йөрөп өйрәндем. Шулай һәйбәтерәктер. Ҡулға көс күберәк төшә.
Ҡайһы бер табиптар – бер сәғәт, икенселәре, 30 – 40 минут йөрөргә кәрәк, тип иҫәпләй. Үткән йәйҙә лә 70 минут атлағайным. Хәҙер аҙнаһына өс-биш тапҡыр 40 минуттай йөрөйөм.
Ҡайһы берәүҙәрҙең көлөп ҡарауы мөмкин. Әбейемә: "Бабайың ауырыймы әллә? Ике таяҡҡа таянып йөрөй", – тиҙәр. Осраған водителдәр ултыртмаҡсы булып туҡтай. Минең һаулығымды ҡайғыртып китеп барғанды белмәйҙәр, күрәһең.
Скандинав йөрөшө нимә бирә?
Матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90 проценты тирәһен эшләтә, калориялар ҙы ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кәметә.

Фәрит ӘБҮБӘКИРОВ. Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы.

Сығыу ваҡыты 8-06-2016, 14:32 | Ҡаранылар: 735
|
  • Спортҡа ваҡытығыҙ етәме?
  • СПОРТҠА ВАҠЫТЫҒЫҘ ЕТӘМЕ?
  • Шәкәр күп ашата
  • Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында
  • Тиҙ йөрөшлө электр поезы исем туйланы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM