НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Новости / Спорт // 11-12-2017, 10:31


Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Дә-ә, шул хәлгә лә барып еттек… Ҙур, бай держава әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалды.
Беҙҙең спортсылар оҙаҡламай Көньяҡ Кореяла башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында ғына сығыш яһарға рөхсәт алды. Унда ла Халыҡ-ара Олимпия комитеты ҡарары буйынса ғына Рәсәйҙең һайланма спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә. Әйтәйек, элек допинг ҡулланып, дисквалификация үткәндәргә ишек ябыҡ. Мәҫәлән, конькиҙа йүгереүсе Денис Юсков, Павел Кулижников һәм биатлонсы Александр Логинов менән Ирина Старых уйындар тураһында хыялланмаһа ла була. Шул уҡ ҡарар Сочи уйындары еңеүселәренә лә ҡағыла. Спортсылар йәл… Ғүмер буйы тырыш-тырыш та, кемдер арҡаһында хыялың юҡҡа сыҡһын әле. Көнбайыш илдәре беҙҙе был йәһәттән дә һындырырға булды һәм маҡсатына иреште. Әлбиттә, күп билдәле сит ил спортсыһы беҙҙе ҡурсалап маташ­һа ла, уйы менән барыбер беҙҙең ҡатнашыуға ҡаршы ине. Нишләйһең, киләсәккә Рәсәй өсөн был бик ҙур дәрес булды. Ул ғына ла түгел, Рәсәй Олимпия комитеты, уның башлығы Александр Жуков менән, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзалығынан ваҡытлыса алынды. Ә инде вице-премьер Виталий Мутконы бөтөнләй ғүмерлеккә уйындарҙан ситләттеләр.
...

Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды
Новости / Спорт // 1-12-2017, 13:46


Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды
Белорет ҡыҙы Ольга Вилухина, допинг шауҡымына эләгеп, Сочи уйындарында яулаған ике «көмөш»өнән мәхрүм ителде...

Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй
Новости / Спорт // 27-11-2017, 08:00


Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй
йәки Яҡташыбыҙҙың бөйөк ҡаҙаныштары Гиннесс рекордтар китабына индерелгән

Ысын мәғәнәһендә ул үҙенең шаҡтай дәрт-дарманы һәм яңы ҡаҙаныштарға ынтылышы менән барыһын да ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Уҙған йылда күптәр Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан данлыҡлы гер күтәреүсе, күп тапҡыр донъя чемпионы һәм башҡа юғары титулдарға эйә булған 69 йәшлек Мансур Сөйәрғолов ҙур спорттан китер тип уйлағандыр, бәлки. Сөнки уның еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Былтыр ул Сочиҙа үткән Евразия һәм бер үк ваҡытта Союз дәүләте (Рәсәй – Беларусь) гер спорты буйынса чемпионатта ҡатнашып, еңеү яуланы!...

КХЛ тәнәфескә туҡтаны
Новости / Спорт // 15-11-2017, 06:30


КХЛ тәнәфескә туҡтаны«Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы дүрт осрашыуҙа, дәғүәсе ҡапҡаһына бары биш гол индереп, бер генә еңеү яулай.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ын һанамағанда, улар хатта «Адмирал», «Амур» һәм дә Ҡытай клубының һағын үтә алмай, дүрт кенә тапҡыр уңышҡа ирешә ала. Һөжүм дә, һаҡ та юҡ тип әйтерлек....

"Хоккейҙан ләззәт алам", -
Новости / Спорт // 13-11-2017, 14:17


"Хоккейҙан ләззәт алам", -
ти Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Байрас Абдуллин

Ҡыш. Күҙ асҡыһыҙ буран. Иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә ҡала уянып та өлгөрмәгән ял көндө бер ҡатын, ҙур сумка күтәреп, абына-йығыла балаһы менән ҡайҙалыр ашығып китеп бара. Урамда бер әҙәм дә юҡ. Минең, тыуған яҡтың хәлдәрен беләйем, тигән уй менән автобуста япа-яңғыҙ тимер юл вокзалына китеп барыуым. Эт тә сыҡмаҫ көндө былар нимә эшләп йөрөй икән, тигән уй менән автобус тәҙрәһенә төбәлеп ҡараһам, атаҡ, был бит беҙҙең Лариса, алты йәшлек улы менән хоккей секцияһына иртәнге күнекмәгә китеп бара....

Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
Новости / Спорт // 4-11-2017, 07:30


Үҙҙәре «һауын»ға  әйләнеп бара...Быйылғы миҙгелдә «Салауат Юлаев» командаһы бигерәк тә ҡыҙыҡ уйнай. Улар элек беренселектең артта һөйрәлеүсе клубтарынан еңелһә лә, уҙғанындағы кеүек мәсхәрәгә ҡалғаны юҡ ине. «Адмирал» кеүектәр, уларҙы кәмһеткәндән түгел, һәр ваҡыттағыса, уртаса көслө команда өсөн һауын һыйыр ролен башҡар­ҙы. Русса уны «проходной матч» тип йөрөтәләр. Хәҙер, бәлки, улар ҙа үҙ көсөнә ышана башлағандыр, әммә юлаевсылар өсөн һәр команда ҡаты сәтләүек һымаҡ тойола кеүек. Составты нығытабыҙ тип, күпме сығым сығарһалар ҙа, ыңғай һөҙөмтә һаман юҡ. Өс йыл элек командабыҙ тулыһынса үҙгәрештәр кисереп, миҙгел һайын ҙур маҡсаттар ҡуйһа ла, күҙгә күренерҙәй әйләнеш тойолманы. Киләсәктә иғтибарҙы үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙгә биреүҙе төп маҡсат итеп алһалар ҙа, улар составта юҡ тиерлек. Булғандарынан тик ҡотолалар ғына. Бөгөнгөһө менән генә йәшәйҙәр. Шунан, бер мәл килеп төртөлгәс, ҡайҙа ул беҙҙең алмаш, тип баш ватҡан булалар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа булһа ла, бер балыҡ башы....

Бер күтәреләләр, бер төшәләр...
Новости / Спорт // 30-10-2017, 12:18


Бер күтәреләләр, бер төшәләр...«Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһының аутсайдеры «Лада» уйынсыларын 4:1 иҫәбенә еңеп, һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, әллә ни тотороҡло уйын күрһәтә алманы. Шул үҙ составындағы оҫта хоккейсылары арҡаһында ғына маҡсатына иреште....

Көнбайыштан – алты мәрәй
Новости / Спорт // 25-10-2017, 09:30


Көнбайыштан – алты мәрәй
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙан торған сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты. Улар 12 мөмкинлектән алты мәрәй яулап, әллә ни ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтәгә өлгәшә алманы.
Көнбайыш конференцияһының ике лидерына еңелеп, Минскиҙың һәм Мәскәүҙең «Динамо» клубтарын көскә алдыра алды. Бигерәк тә һуңғыһын еңеүе республика көйәрмәндәре өсөн ҡыуаныслы хәл. Сөнки юлаевсыларҙың ете миҙгел буйына Мәскәүҙән мәрәй алып ҡайтҡаны юҡ ине. Был юлы ла улар төп ваҡыттың һуңғы минутында ғына еңеүҙе тартып алды. Еңеү шайбаһы Майоров иҫәбендә булһа, ағаларына «Торос»тан ярҙамға килгән 20 йәшлек Кузьминдың матур голы командаға һәм дә бигерәк үҙенә иҫтәлекле ваҡиға булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ уҙған миҙгелдә «Динамо»нан өфөләргә күскән Кокаревтың уңышы ла ҡунаҡтар өсөн файҙаға ғына булды....

СКА «Сочи»ға абынды...
Новости / Спорт // 19-10-2017, 13:07


СКА «Сочи»ға абынды...
КХЛ беренселеге башланыуға ай ярым самаһы үтеүгә, уның биш клубы баш тренерҙарын отставкаға ебәрҙе лә инде.

Яңыраҡ «Адмирал» командаһы етәкселеге Александр Андриевскийҙан баш тартты. Си­рат­та кем?.. Әлбиттә, бөтәһе лә «Салауат Юлаев»­та үҙгәрештәр көттө. Сөнки, нисек кенә тимә, өфөләр һуңғы арала тотороҡло уйын күрһәтә алмай йонсой. Состав бар, ә һөҙөмтә юҡ. Клуб етәкселеге составтан башланы. Улар тәжрибәле һаҡсы, юлаевсылар капитаны Денис Куляштан ҡотолорға булды. Йәнәһе, уйнай алмай. Шулай уҡ Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Степан Хрипуновты ла, уның агенты һорауынса, икенсе уйынсыға алмаштырырға ниәтләне. Улар әлеге лә баяғы юлаевсыларҙың дублерына әйләнеп барған күрше «Автомобилист»ы тулыландырҙы. Унда инде өфөләрҙең ярты составы уңышлы ғына сығыш яһай.
Әлеге киткән хоккейсылар урынына ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған тәжрибәле Михаил Юньковты һәм «Спартак»тан өмөтлө һөжүмсе Владимир Бобылевты алдылар....

Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
Новости / Спорт // 7-09-2017, 09:00


Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы беренселекте уңышһыҙ башлап, күптәрҙе һағайтты

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн 10-сы юбилей миҙгеле старт алыуына ла бер аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаһы етәкселектән алып яртылаш яңыртылған состав менән бейек үрҙәр яулау маҡсаты менән чемпионатҡа юл алды.
Беренсе уйында ул «Адмирал» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде һәм һағынып килгән көйәрмәндәренә шатлыҡ өҫтәне. Тик алдағы ике уйындың һөҙөмтәһен нисек булырын кем белгән… Юлаевсылар башта «Амур»ға – 4:5, һуңынан Ҡытай командаһына 1:2 иҫәптәренә еңелеп, үҙенән күпкә көсһөҙөрәктәргә биреште. Әлбиттә, миҙгел башына һылтанырға мөмкин. Сөнки яңы уйынсылар бер-береһенә өйрәнмәгән, оҙайлы ял, тегенеһе-быныһы… Әлегә ашыҡмайыҡ, көтәйек, тип кенә күңелде тынысландырырға ҡала....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM