RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гран-при йәнә беҙҙә!

18.10.2013 Гран-при йәнә беҙҙә!

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә 15-се тапҡыр «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе уҙғайны. Башҡортостан вәкилдәре был сарала, һәр ваҡыттағыса, лайыҡлы сығыш яһаны.
Күргәҙмәлә республикабыҙҙың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре, белем биреү һәм ғилми уч­реждениелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, сервис һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенән 100-гә яҡын предприятие һәм ойошма ҡатнашты.
Йәрминкәгә Башҡортостандың ун хужалығы үҙ продукцияһын сығарҙы. Күргәҙмәгә килеүселәр башҡорт балын, умартасылыҡ продукттарын, ҡымыҙ, ҡош итен һәм башҡа милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡараны.
Туймазы районынан «Савва-Агро-Япрык» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте 1300 килограмм ауырлығындағы Лимузин тоҡомло нәҫел үгеҙен ҡуйғайны. Малыш исемле был үгеҙ күргәҙмәгә ҡуйылған иң ҡеүәтле мал булды.
Бәләбәй районының М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы Бестужев тоҡомло ике һыйыр килтергәйне. Улар күргәҙмәлә көн һайын кәмендә 15-әр килограмм һөт бирҙе. Һыйырҙарҙың һәр береһенең продуктлылығы – йылына 5000 килограмдан ашыу һөт.
Благовар ҡошсолоҡ заводы килтергән һирәк тоҡомло тере ҡош-ҡорт та иғтибарҙы йәлеп итерлек ине. Предприятие Мәскәүгә ете төр тоҡомло өйрәк («Башҡорт төҫлө», «Фаворит», «Аҡ түшле», «Мисек», «Һинд йүгеректәре», «Кросс-Ағиҙел», «Бүрекле») һәм ике төр тоҡомло ҡаҙ («Холмогор», «Аҡ Урал»), фазандар, мысыр тауыҡтары алып барған.
Һөҙөмтә – ғорурланырлыҡ. Беҙҙең аграрий­ҙар­ға эшмәкәрлектәрен артабан да ошо юҫыҡта дауам итеүҙәрен теләргә ҡала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә