RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйгә ҡеүәтле флот кәрәкме?

26.07.2013 Рәсәйгә ҡеүәтле флот кәрәкме?

Рәсәйгә ҡеүәтле флот кәрәкме?Илде обороналау тирәләй реформа барғанын хәҙер бөтәһе лә белә. Уның һөҙөмтәһен һәм, әлбиттә, эҙемтәһен дә яҡшы самалайбыҙ. Ниңәлер күп кеше реформаны мотлаҡ нимәнелер бөтөрөү, юҡ итеү, ҡыҫҡартыу, файҙаһыҙға үҙгәртеү тип ҡабул итә. Әллә дөрөҫ эшләйҙәрме икән? Быны әле барған модернизациялау быуаты үткәс әйтеү мөмкин буласаҡ. Рәсәйҙә хәрби реформа бынан дүрт йыл элек иғлан ителгәйне. Булғанын күрҙек. Күп нәмә менән килешмәнек. Әле, РФ Оборона министрлығы башлығын алмаштырғас, реформа башҡасараҡ юҫыҡта бара. Шулай тип ышандыралар. Ярай, ни булһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәрһен.
Ошо көндәрҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Халыҡ телендә ул күберәк моряктар көнө булып йөрөй. Был тармаҡта ла үҙгәртеп ҡороу бара бит. Ни хәлдә икән бөгөн флот? Һәм нимә күрәһеләре бар? Шул турала сәйәсмәндәр, аналитиктар, белгестәр, тәжрибәле диңгеҙселәр фекер­ҙәрен дөйөмләштереп, бер байҡау.

Хәрби-диңгеҙ көстәрен нимә көтә?

Реформанан һуң, тип белдерә ҡайһы бер аналитиктар, флоттағы частар 240-тан 123-кә ҡаласаҡ. Яҡшымы был, насармы?
Иң тәү сиратта Балтика флотын үҙгәртеп ҡороу маҡсаты ҡуйылғайны. Унда хәрби әҙерлекле частарҙы ғына ҡалдырыу күҙаллана. Ҡыҫҡартыуҙар етди барҙы һәм дауам итә. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ көстәренең баш командующийы Владимир Масорин әфәнде белдереүенсә, реформа илдә ғәләмәт ҡеүәтле хәрби берләшмә – океан флоты булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул донъяла икенсе урынға сығыр­ға тейеш. Беренсе урында ҡайһы илдеке тороуын аңлайһығыҙҙыр – Америкаға етергә алыҫыраҡ әле беҙгә.
2015 йылдан 2027 йылғаса алты диңгеҙ берләшмәһенең нигеҙен тәшкил итәсәк алты авианосецты сафҡа индереү күҙаллана. Был, әлбиттә, 11 авианосецҡа эйә булған АҠШ-ты ҡыуып етә яҙа (дөйөм Европала ла бындай юҡ).
Шулай ҙа һорау тыуа – ә ошо яңы океан флоты менән беҙ кемгә ҡаршы һуғышасаҡбыҙ һуң?
Михаил Диунов атлы белгестең фекеренә ҡолаҡ һалһаҡ, бөгөнгө флотты артыҡ үҫтереүҙең кәрәге юҡ кеүек. Һәр хәлдә, Америка менән тигеҙләшә алмайбыҙ. Был Рәсәйгә үтә лә ҡыйынға тура килә һәм ҡиммәткә төшәсәк. Етмәһә, Ҡушма Штаттар, Рәсәйҙең тырышыуын күреп, тиҙ арала үҙ флотын үҫтереү программаһын яңыртырға тотонасаҡ. Диңгеҙ көстәрен ҡоралландырыуҙа ярышыу беҙгә бер нәмә лә килтермәй. Киреһенсә, океан программаһын үтәү өсөн тағы ла экономияларға тура киләсәк. Әле үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында ғына АҠШ ҡоралланыу йәһәтенән күп эшләп, СССР-ҙы нисек бөлдөрә яҙғайны? Шул хәл ҡабатлана күрмәгәйе. Рәсәйгә хәүеф диңгеҙ буйлап килмәҫ тә ул. Беҙҙе әллә ни даръялар уратып алмаған да. Ә бына ҡоро ер бүлеп торған күршеләрҙән булыуы ихтимал. Был иҫәпкә Ҡытайҙы ла, Яҡын Көнсығышты ла, хатта Европаны ла индерергә мөмкин. Өҫтәүенә, СССР-ҙың элекке республикалары араһында ла Рәсәйгә йоҙроҡ күрһәтеүселәр табыла. Аллам һаҡлаһын һуғыштан, шулай ҙа беҙҙең менән диңгеҙ-океан аша даулашыу ихтималы булған бер генә ил бар, ул – АҠШ. Тап шундай фекерҙәрен әйтә үрҙәге Диунов әфәнде.
Юҡ, беҙгә ҙур флот кәрәкмәй, булғанын яҡшы торошта тотоу ғына фарыз. Әйткәндәй, уны төҙөгән хәлдә лә, ҡайҙа урынлаштыраһың? СССР эйә булған диңгеҙ ҙә бит Рәсәйҙә юҡ. Сит илдәрҙән ҡуртымға базалар алып, аҡса түгергә була, әлбиттә. Шулай булғас, беҙгә ниндәй флот кәрәк? Аныҡ яуап бирергә ашыҡ­май­ҙар. Кәрәклеккә кәрәктер, сөнки уның менән бергә сәнәғәт, технологиялар үҫә, яңы эш урындары булдырыла. Флотҡа самолетлы ҙур караптар кәрәкме, тигән оҙаҡҡа һуҙылған бәхәстәрҙән һуң Рәсәй адмиралдары Америка моделен һайлаған – авианосец төҙөйәсәктәр. Әммә уны беҙҙә тулы ҡеүәтле итеп төҙөү технологиялары үҫешмәгән. Самолеттар “ул­тырт­ҡан” карап атом карабы буласаҡ. Проекты әүҙем әҙерләнә, буғай. 2023 йылға уны һыуға төшөрөү уйы ла бар. 2012 йылдағы мәғлүмәт буйынса, әле илдә 40-тан ашыу һыу өҫтө кәмәһе төҙөлә. 2020 йылға бөтөнөһө 50 яңы хәрби карап әҙер буласаҡ.
“РИА Новости” агентлығының хәрби күҙәтеүсеһе Илья Крамник фекеренә туҡталайыҡ. Дәүләт ҡоралланыуға биш триллион һум самаһы аҡса бүлеүҙе күҙаллай. Техникаға, суднолар төҙөү предприятиеларына, ғилми-тикшеренеү институттарына йылдан-йыл аҡса күберәк бүленәсәк. Иң күп финанс ярҙамы бер-ике йылдан башлана. Был тәңгәлдә Хәрби-диңгеҙ флотының тотош яңыртылыуы ла ниәтләнә. Әммә был оҙаҡҡа һуҙыласаҡ эш. Ни өсөн тигәндә, Рәсәйҙә диңгеҙ караптары бик әкрен төҙөлә. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, донъяға билдәле “Аврора” крейсеры 1897 йылда төҙөлә башлай ҙа, 1900 йылда һыуға төшөрөлөп, тағы өс йыл үткәс кенә сафҡа индерелә. Сәбәбе лә барҙыр. Бәлки, ватан сәнәғәтенең әкрен үҫешеүендәлер. Ниңә әкрен үҫкән? Квали­фикациялы белгестәр, тәғәйен ҡорамалдар булмағандыр, аҡса етеңкерәмәгәндер. 50-се йылдарҙа етеҙ үҫеш арауығы булған-булыуға. СССР тарҡалғас, эш һүлпәнләнгән. Әле лә төҙөлөш тиҙлеге әллә ни артмаған.
Үҙгәртеп ҡороуҙар программаһы буйынса, флоттың төп иғтибары, моғайын да, Арктика яғына йүнәлер. Был тарафтарҙа бай биоресурс, углеводород һәм файҙалы ҡаҙылмалар запасы тупланған.

Бөгөнгө хәл-торош

Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ көстәре түбәндәге стратегик берләшмәләрҙән тора: Балтика флоты (өс ‒ һыу аҫты, 56 һыу өҫ­тө кәмәһе бар, штабы – Кали­нин­градта), Төньяҡ флот (80 карап, шул иҫәптән 43 һыу аҫты кәмәһе, штабы – Северо­мор­скиҙа), Ҡара диңгеҙ (ике һыу аҫты кәмәһе бар, ҡалғандары – 41, Севастополь, Украина), Каспий флотилияһы (28 карап, Әстерхан), Тымыҡ океан флоты (21 һыу аҫты кәмәһе, 51 һыу өҫтө карабы, Владивосток). Был белешмә ағымдағы йылдың 9 июленә ҡарата бирелгән. Сығанағы – russian-ships.info сайты.
Күреүегеҙсә, Украинала ла частар урынлашҡан. Тағы ла сит илдәрҙән Сүриәлә бар. Урта диңгеҙҙәге Тартус портында матди-техник тәьмин итеү пункты (ПМТО) эшләй. “Адмирал Кузнецов” авиакрейсеры 2012 йылдың ғинуарында урынлаштырылды. НАТО быны Сүриә етәкселегенә теләктәшлек белдереү тип тә ҡабул иткәйне. Йәнә Ҡара диңгеҙҙә, Абхазияла бер база төҙөү күҙаллана. Йәмән, Ливия кеүек илдәрҙә лә Яҡын һәм Урта Көнсығышта хәл-торошто күҙәтеүҙә тотоу өсөн Рәсәй суднолары йөҙөргә тейеш ине, әммә был төбәктәрҙә бола ҡубыу сәбәпле, пландарҙан баш тарттылар.
Нимәһе күңелде ҡыра: булған ка­раптар­ҙың байтағы эшкә яраҡһыҙ һәм иҫәпкә бар, һанға юҡ кеүек кенә икән. Ҙур хәрби караптар алыҫҡа йөҙгәндә арттан буксирҙар эйәрә, имеш.
1980 йылдарҙа СССР Хәрби-диңгеҙ флотында дүрт авианосец крейсеры, вертолет йөрөтөүсе ике крейсер, 160-лап алыҫ зоналарға иҫәпләнгән һыу өҫтө карабы булған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, 2011 йылда Рәсәйҙә бер авианосец, дүрт крейсер, алты эсминец, ун ҙур кәмәгә ҡаршы торор һәм биш һаҡ карабы хәрби шарттарға яраҡлы һанал­ған.

Ә был ваҡытта...

Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотына сит ил журналистары бик һирәк мөрәжәғәт итә. Шулай ҙа быйыл мартта Американың хәрби-диңгеҙ журналында (“Procee­dings”) Томас Р. Федышин исемле отставкалағы капитандың яҙғандары иғтибарҙы йәлеп итерлек. Автор Рәсәйҙең карап төҙөү өлкәһе үҫеш кисереүен билдәләй.
“Бөгөн АҠШ-тың хәрби офицерҙары Рәсәй ғәскәрҙәре үҫеше менән күп ҡыҙыҡһынмай. СССР тарҡалғандан һуң эштәр бер аҙ һүлпәнәйгәйне, шуға ты­ныс­ландыҡ, ахыры, хәҙер иһә бында ысынлап оборонаға тотонмаҡсылар”, – тип яҙыла мәҡәләлә. Америка хәрбие беҙҙең күп кенә яңы проекттар менән таныш. Уға “Борей” атом һыу аҫты кәмәһен төҙөү хаҡында билдәле. Бындайҙар 2017 йылға етәү төҙөләсәк. “Юрий Долгорукий” 25 йыл дауамында төҙөлөп, 2009 йылда сафҡа индерелгәнлеген белә. Рәсәйҙең Төньяҡ Боҙло океанда эшләйәсәк боҙватҡыстары ла тыныс “йоҡларға” бирмәй. Әйткәндәй, өр-яңы боҙватҡыстың 2015 йылда юлға сығыуы көтөлә, шундай дүртәү-бишәү буласаҡ.
“Рәсәй хәрби-диңгеҙ командованиеһы, 1988 йылда адмирал Сергей Горшков үлгәс, флоттың насарайыуына шаһит булды. Ә 2000 йылдарҙа, власҡа Путин килгәс, Рәсәй нисек элекке ҡеүәтен күтәрер, тигән мәсьәләгә бәйле фекерҙәр яңғырай башланы, – тип дауам итә автор. – Көнбайыш белгестәре Рәсәй флотының тотош һәләк булыуын күҙалланы. Әммә тиҙҙән оптимистик хәбәрҙәр килеп етте. Оборона министры итеп Анатолий Сердюков тәғәйенләнде һәм ул реформа талап итте”. Тимәк, сит илдә беҙҙәге реформаны һәм күҙгә күренеп торған үҫеште хуплайҙар булып сыға.

Федышин фекеренсә, Рәсәй, нефть, тәбиғи газ, файҙалы ҡаҙылмалар экспортлаусы ил булараҡ, иҡтисадсылар фаразлаған сеймал ресурстары хаҡы үҫкәндән отасаҡ. Тап ошонда инде беҙҙең уңышлы реформалауға булышлыҡ итәсәк финанс сығанағы.
“Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флотының әһәмиәте арта, караптар сит илгә лә һатыла, үҙҙәре бигүк ситтән алмай”, – тип һа­нап китә Томас әфәнде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә