НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Такси, ҡыҙ, һарыҡ...

Такси, ҡыҙ, һарыҡ...


«Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы», – тип йырлағандарын онотмаған­һы­ғыҙҙыр, моғайын. Баҡтиһәң, һарыҡ башын да бәлә-ҡаза урап үтмәй икән!
Аксаков ҡасабаһында йәшәүсе алтмыш йәшлек ир-ат Бишбүләк районының эске эштәр бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Фермерҙың көтөүендә бер баш һарыҡ тулмай. Полицейскийҙар эҙ һыуынмаҫ элек уғрыны тотоп, малды хужаһына ҡайтара.
Һарыҡҡа иһә күршеһенең − кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫ 22 йәшлек ҡыҙҙың күҙе төшкән. Арыу ғына һалып алғас, ул такси саҡырта ла көнө буйы ҡасаба буйлап елдерә, күңел аса. Хушлашыр алдынан шофер 3 мең һум аҡса таптыра. Ҡыҙ оҙаҡ баш ватып мәшәҡәтләнмәй, күршеһенең аҙбарына инеп китә.
Малдың хужаһы полицейскийҙарға рәхмәт белдергән, хатта үҙенән күҙ йәштәрен түгә-түгә ғәфү үтенгән күршеһен дә аяған. Ҡыҙ урлашҡан өсөн бер тапҡыр шартлы хөкөмгә тарттырылған булған инде, хәҙер уны ошо уҡ статья буйынса яңы яза көтә.
Ф. УЙЫЛДАНОВ.

Сығыу ваҡыты 19-07-2013, 17:58 | Ҡаранылар: 12419
|
  • Алдаҡсы бурҙың мажаралары
  • Дуҫының ҡатынын талаған
  • Күршеһенең һарығын шешлек итергә булғандар
  • Тәҙрәләр асыҡ ҡалһа…
  • Эскелек яҡшыға алып бармай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM