RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һайланыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланыр, тип теләйек

06.03.2012 Һайланыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланыр, тип теләйек

«Был һайлау, һис шикһеҙ, 2012 йылдың сағыу ваҡиғаһы». «Рәсәй етәксеһен һайлау алдағы көндәрҙең ниндәй буласағын да күҙаллау». «Беҙ киләсәгебеҙгә битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ!» Ошондай һәм башҡа бик күп фекер яңғырағайны һайлау алдынан. Эйе, барыһы ла булды. Күптәр тауыш биреүҙең асыҡ, намыҫлы булмаясағын да күҙалланы. Нисек кенә булмаһын, ил башлығын һайланыҡ. Һәр кем үҙенә тәғәйен участкаға барып, йәшерен рәүештә тап үҙенең генә кандидатураһына тауыш бирҙе.
Нисегерәк үтте был көн, тәүге һөҙөмтәләр ниндәйерәк, ҡайҙа, ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙар булған? Барыһына ла яуап табырбыҙ.
Халыҡ кемгә, күпме ышаныс күрһәткән?

Тәүге һөҙөмтәләргә туҡталайыҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, бюллетендәрҙең 99,3 процентын эшкәрткәндән һуң Владимир Путиндың 63,65 процент тауыш йыйыуы асыҡланған. Геннадий Зюганов икенсе урында – 17,19 процент. Артабан Михаил Прохоров (7,82), Владимир Жириновский (6,24), Сергей Миронов (3,85). һайлауҙа Рәсәй электоратының 65,3 проценты ҡатнашҡан.
Территориаль һайлау комиссиялары протоколдарының 93,8 процентын эшкәртеүҙән һуң Башҡортостанда, 76,93 процент тауыш йыйып, Владимир Путин алда килә.
Геннадий Зюгановты электораттың – 13,75, Владимир Жириновскийҙы – 3,28, Михаил Прохоровты – 3,03, Сергей Мироновты 2,3 проценты яҡлаған.
Республика һайлаусыларының 77,53 проценты тауыш биргән.
Йола буйынса республика ауылдары халҡы бик әүҙем һайлаған. Үҙәк һайлау комиссияһы бигерәк тә Балтас, Тәтешле, Илеш, Хәйбулла райондарын билдәләй. Сибай һәм Салауат ҡалалары халҡы ла мөһим сараға битараф булмауын күрһәтте, бында электораттың 79 проценты һайлауға килгән.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге 100-сө һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул тормош юлдашы менән «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында урынлаш­ҡан участкаға килеп, тауыш биргәндә үтә күренмәле урнаның ундан бер өлөшө бюллетень менән тулғайны. Рөстәм Хәмитов һайлаусылар, журналистар һәм халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән аралашты. БДБ илдәренән килгән күҙәтеүселәр республика етәксеһенә яҡшы ҡабул итеүҙәренә ҡәнәғәтлеген, ойоштороу кимәленең юғары булыуын белдерҙе.
Башҡортостан Президенты үҙе, ҡайһы кандидатҡа тауыш биреүен әйтмәһә лә, ул яҡлаған шәхестең лайыҡлы кеше булыуына баҫым яһаған.
– Беҙ йәмғиәт менән үҙебеҙгә кәрәкле лайыҡлы кешене һайларыбыҙға ышанам, – тигән Рөстәм Хәмитов.

Беҙҙекеләр сит илдә нисек һайлаған?

Сит илдәге Рәсәй граждандары былтырғы декабрь һайлауҙарына ҡарағанда был юлы әүҙемерәк булған. Был аңлашыла ла – депутат менән Президенттың айырмаһы ла ҙур бит.
Әйткәндәй, донъяның 145 илендә барлығы 378 һайлау участкаһы эшләне. Уларҙа Рәсәйҙең 1,5 миллион кешеһе тауыш бирергә тейеш ине. Украиналағы рустар күпләп йәшәгән Запорожье өлкәһенең күсмә һайлау пунктында иртә менән һайларға теләүсе граждандарыбыҙ хатта ҙур ғына сират та барлыҡҡа килтергән. Бында тотош өлкәнән йыйылған халыҡ икешәр сәғәтләп үҙ бюллетенен көткән.
ҡырғыҙстанда 17 меңләп Рәсәй гражданы илселектә иҫәптә тора. Уларҙың 11,5 меңе тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәм күпселеге Владимир Путинды яҡлаған. Күрһәткес – 91 процент.
Бынан тыш, Хөкүмәт Премьер-министры Аргентиналағы рәсәй­ҙәрҙең дә тауышын алған. Владимир Путинға һайлаусылар­ҙың 57 проценты тауыш бирһә, 21 проценты Михаил Прохоров яҡлы булған. Мехикола ла ошо ике кандидатҡа күп тауыш бирелгән.

Президентлыҡҡа кандидаттарҙың фекере

Ил Президентын һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итеү менән Владимир Жириновский һәм Сергей Миронов, был күрһәткестәрҙе танып, Владимир Путинға телефондан шылтыратып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
РФ Дәүләт Думаһының «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министрының еңеүен лайыҡлы тип баһаланы.
Владимир Путин телефон аша Михаил Прохоров менән дә һөйләште. Путин белдереүенсә, эшҡыуар ярайһы ғына һөҙөмтәләргә иреште.
Ә бына Геннадий Зюганов беренсе һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт булмауын әйтә.
«Беҙ һайлауҙы, намыҫлы, легитим, үтә күренмәле булды, тип һанамайбыҙ. Кемделер ҡотла­у­ҙың мәғәнәһен күрмәйем. Рәсәй еңелә, хәл-торошто үҙгәртер өсөн ваҡыт юғала. Мин үҙ командам менән һайлауға сығарған идеяларыбыҙ өсөн көрәшергә әҙермен», – тигән КПРФ башлығы.

Күҙәтеүселәр фекере

Венгриянан килгән халыҡ-ара күҙәтеүсе мөһим cәйәси сарала веб-камераларҙы файҙаланыуҙы Европарламентҡа тәҡдим итмәксе. Европа Советының Парламент ассамблеяһы вәкиле Тадеуш Ивиньский веб-камералар ҡулланыуҙы «бөтә донъяла феномен» тип белдергән.
Сербия, Австрия күҙәтеүселәре лә һайлау барышы менән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерә. Уларҙың фекеренсә, Рәсәй Президентын һайлау барышы башҡа илдәргә өлгө була ала.
Өфөлә эшләүсе халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә хоҡуҡ боҙоуҙарға осрамаған. «Молодежная объединенная Германия» йәмәғәт ойошмаһынынң генераль секретары Александр Хамберт шундай фекерҙә. Шулай ҙа ул бер журналистың һайлау участкаһынан сығып китергә мәжбүр булыуын күргән. Шул уҡ ваҡытта Хамберт әфәнде аныҡ ҡына ҡайһы участка икәнен атамай. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙә эшләгән башҡа халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙән хоҡуҡ боҙоуҙар барлығы хаҡында ишетмәгән.

Ә шулай ҙа…

Хоҡуҡ боҙоуҙар тигәндән, Башҡортостанда, ил Прези­дентын һайлау менән бер рәттән, урындағы власть органдарына ла, йәғни ҡала, район, ауыл советтарына депутаттар һайлау ҙа үткәйне. Өфө ҡала советына депутаттар һайлауға әҙерлек бик «ҡыҙыу» барҙы. Тауыш биреү алдынан һәм 4 мартта участкаларҙа хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡайһы бер факттарға күҙ һалайыҡ.
Һайлау көнөнән алда, мәҫәлән, республикабыҙ буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәр­ҙәре Коммунистар партияһынан һайланасаҡ депутатҡа ҡаршы листовка таратып йөрөүсе ҡыҙҙар­ҙы тота. Баҡһаң, улар ошо уҡ округтан депутатлыҡҡа кандидат, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы вәкиленең туғандары икән. ҡыҙҙар бөтә листовкаларҙың фатирҙарында булыуын әйткән-әйтеүен, әммә полицияға фатир ишеген асыусы кеше булмаған. Был инцидент буйынса тикшереү бара.
Тағы бер хәл. Билдәһеҙ кешеләр Октябрь районы хакимиәте бинаһына шартлатҡыс һалынған шешә ырғытып киткән. Ошо уҡ районда веб-камераларҙы боҙоу өсөн «псевдо-белгес» ялланған. Дим биҫтәһендә кемгәлер 17-се участка комиссияһы рәйесенең машинаһы тәгәрмәстәрен дә тишеп китеү кәрәк булған.
Агитаторҙарҙы туҡмау осраҡтары тураһында һүҙ ҙә юҡ – был эшкә йәлеп ителгән йәштәрҙең зыян күреүе уйланырлыҡ. «Беҙ­ҙең ҡала командаһы» листовкаларын элеп йөрөүсе студенттар­ға ла арыу ғына эләккән.
Әйткәндәй, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында 27 февралдән «ҡыҙыу линия» эшләй башлағайны. Уның буйынса 200-ләп шылтыратыу ҡабул ителгән. Комиссия секретары Марина Долматова белдереүенсә, һорау­ҙар шул тиклем күп төрлө булған, хатта тракторын йүнәтеп биреүҙе лә үтенеүсе осраған. Һуңғы өс көндә «открепительный» талондарының етмәүе буйынса шылтыратыуҙар өҫтөнлөк иткән.
Әлегә Президент һайлау барышы буйынса бөтә мәғлүмәттәр эшкәртелә, тикшерелә.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә