RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр ниндәй уйҙар менән йәшәй?

25.06.2011 Йәштәр ниндәй уйҙар менән йәшәй?

Йәштәр ниндәй уйҙар менән йәшәй?27 июнь – Йәштәр көнө етеп килә. Күңел асырға, матур итеп ял итергә яратҡан йәштәр өсөн тағы ла бер байрам. Йәшлек – дәрт ташып торған, иң бейек үрҙәргә ҡурҡмай үрләй, тормоштоң бөтә йәмен-тәмен тойоп йәшәй торған мәл. Ә тормоштоң тәмен һәр кем үҙенсә татып ҡарай. Ололар, хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ, тип тә әйтергә ярата. Тормош юлының иң матур, күңелле мәлдәрен нисек үткәрә һуң бөгөнгө егет-ҡыҙҙар? Улар өсөн һәйбәт эш урындары булдырылғанмы, ялдарын ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырыламы? Тормоштары, ысынлап та, шундай уҡ бер хәстәрһеҙ, күңеллеме? Уларҙы ниндәй проблемалар борсой? Нимә менән ҡыҙыҡһыналар? Был һорауҙарға йәштәр­ҙән дә һәйбәтерәк яуап биреүсе табылмаҫ кеүек...

Аҙна һорауы:

Алмас АРЫҪЛАНОВ, Миәкә районы, ауыл хужалығы хеҙмәтсәне:
– Йәштәрҙең эшләгеһе килә, әммә эш урындары юҡ. Булһа ла, стаж талап итәләр. Шуға ла күптәр ситкә “ҡалым” эшләргә сығып китә. Аҙаҡ ауылға ҡайт­ҡас, шул аҡсаларын эсеп бөтәләр. Аҡыллыраҡтары нимәлер һатып ала инде.
Дәүләттең ярҙамы барлыҡҡа бар ул, тик етерлек түгел. Күбеһенсә ғаиләләре, балалары булғандарға ярҙам итәләр, ә әле яңы аяҡҡа баҫыусы йәштәр был ярҙамды тоймай. Йәштәр күңел асырға ла ярата. Уларҙың әле ниндәйҙер глобаль проблемалар тураһында уйлағылары килмәй. Шуның өсөн дә йәшлек бит.

Элина СӨЛӘЙМӘНОВА, БДУ-ның иҡтисад факультеты студенты:
– Студент кешенең киләсәккә пландары – яҡшы итеп университетты тамамлау һәм һәйбәт эш хаҡы түләнгән эшкә урынлашыу, аҙаҡ ғаилә ҡороу. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Шуға әлегә был һорауҙар менән артыҡ баш ҡатырмайым.

Илгиз МУСИН, йәш уҡытыусы, Октябрьский ҡалаһы:
– Минеңсә, бөтә йәштәр ҙә бөгөнгө ҡатмарлы тормошта үҙ урынын табырға тырыша. Беренсенән, ғаилә ҡороу, икенсенән, яҡшы, аҡсалы эштә эшләү, өсөнсөнән, өй һалыу йә булмаһа, фатир алыу мәсьәләләре тора. Ә дәүләт яғынан ярҙам юҡ. Үҙемде генә лә миҫалға килтерә алам. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә уҡытыусы, ҡыҙыбыҙ бар. Торлаҡ мәсьәләһе буйынса юғары түрәләргә барғайным, урын юҡ, тип кире бороп ҡайтарҙылар. Ә «Үҙ йортом» программаһына килгәндә, эш тағы аҡса мәсьәләһенә барып тоташа.
– Шулай уҡ бөгөнгө йәштәргә эш табыуы бик ҡатмарлы. Президент пенсия йәшендәге апай-ағайҙарҙы ялға ебәреү һәм йәштәргә урын биреү тураһында указ сығарғайны, ләкин ул дәүләт тарафынан үтәлмәй. Хатта 70 – 80 йәшлек пенсионерҙар ҙа эшләүен дауам итә.

Айнар БАЙБУЛАТОВ, Өфө ҡалаһы:
– Бөгөнгө йәштәрҙең күп өлөшө һыра һәм араҡы менән генә мауыға. Был тәү сиратта тәрбиә етмәүҙән килә. Шулай уҡ ғаиләнең рухи ҡиммәттәре лә ҡаҡшаған. Ғаилә институтын нығытырға кәрәк. Совет осоронда йәштәрҙе берләштереүсе төрлө ойошмалар булған. Әле лә кәрәк улар. Кеше бит йәмғиәт емеше, үҙенә шундай ойошмаларға йөрөп, кешеләр менән аралашып тәрбиә алһын. Наркотиктар, алкоголь менән мауыҡмаһын өсөн йәштәрҙе эш менән тәьмин итергә кәрәк. Башҡортостанда эш урындарына ҡытлыҡ юҡ. Әммә биш йыл буйы уҡып, юғары уҡыу йортон бөткән ниндәй белгестең 5 – 6 мең һумға эшләп йөрөгөһө килһен?!
Дәүләт тарафынан ярҙам булыуы ла һәйбәт күренеш – икенсе балаға “әсәлек капиталы”, өсөнсө балаға ер бирелеүе хаҡында әйтәм. Ә яңғыҙ йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыусы булмауы үкенесле.
Ялға килгәндә, йәштәр ял итә белә. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә