RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан – Евразия ынйыһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала ошо исемдә альбом-китап сыҡты

25.06.2011 Башҡортостан – Евразия ынйыһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала ошо исемдә альбом-китап сыҡты

Башҡортостан –  Евразия ынйыһы  Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала ошо исемдә альбом-китап сыҡтыБыл китап – ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы иғлан иткән арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы (2010 йыл) сигендә тупланған ижад емеше. Билдәле булыуынса, ТӨРКСОЙ төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү маҡсатында фоторәссамдарҙың халыҡ-ара ижади лабораторияһын ойоштора.
Былтыр сираттағы шундай сара үрҙә билдәләнгән маҡсатлы йылға, халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуйға арналды. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен, халыҡтары мәҙәниәтен, тарихын, байрамдарын, көнкүрешен сағыл­дыр­ған бай йөкмәткеле йыйынтыҡ барлыҡҡа килде. ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов та фоторәссамдарҙың был эше Европа менән Азия сиге ҡушылған урында йәйелгән Башҡортостанды танытыуға тос өлөш индерәсәгенә ышана.
Альбомға яҡташтарыбыҙ Алик Хәсәнов, Фаил Абсаттаров, Флүр Ғазин, Рәйеф Баҙыҡов, Рәмил Килмәмәтов, Наил Ғәлиев, Эрнст Ураҡов, Татарстандан Андрей Веретенников, ҡаҙағстандан Армат Бектас, Хакасиянан Лариса Кискидосова, Сыуаш Республика­һынан Николай Зверев, Әзер­байжандан Рәүеф Умудов, Ирандан Сирус Борзу, Кипрҙан Тижен Озердаг, Тыванан Василий Балчый-Оолдарҙың ижад емештәре туплан­ған. Фотографтарҙың эштәрендә аттар, йылғалар һәм тауҙар, милли кейемдәге замандаштар төп урынды биләй. Башҡортостандың, ысынлап та, Евразия ынйыһы булыуы иҫбатлана бында.
Альбомды төҙөүселәр – БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов, Төркиәнең билдәле фотографтары Сами Төркәй һәм Исмаил Хайкыр. Китап төрөксә һәм русса сығарыл­ған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)