НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кисектереүҙәр биреләсәк

Кисектереүҙәр биреләсәк


РФ Дәүләт Ду­ма­һы депутаттары 18 йәше тулған мәктәп уҡыусыларына, ур­та профессиональ уҡыу йорттары студенттарына һәм аспиранттарға бәйле кисектереүҙәрҙе билдәләгән закон проекттарын ҡайтанан ҡарар­ға уйлай.
РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко, рәсми рәүештә уҡыу­ҙарҙың 31 августа тамамланыуын законлы рәүештә нығытырға вәғәҙә бирә. Был, үҙ сиратында, мәктәпте тамамлаусыларға тыныс кү­ңел менән вузға уҡырға инеү мөмкинлеге бирәсәк.
Практика күрһәтеүенсә, Башҡортостанда хәрби комиссариаттар һәр хәрби хеҙмәткә са­ҡырылышта, башлыса, вуз тамамлаусыларҙы, йәше хәрби хеҙмәт йәшенән үтеп барған егеттәрҙе әрмегә саҡыра ине. Сөнки призыв ресурсын мәктәпте яңы тамамлаусылар менән генә түгел, башҡалар менән иркен тулыландырырға була. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, кисектереүҙәргә үҙгәрештәр индереү тәҡдимен БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күптән күтәреп сыҡҡан. Әммә ул РФ Дәүләт Думаһында яҡлау тапмаған. РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Оборона министрлығынан кисектереүҙәр исемлеген ҡайтанан ҡарауҙы һорауы мәсьәләне хәл итер, моғайын.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, яҙыусы Рауил Бикбаев та: «Ғәмәлдә булған федераль законға ярашлы, башланғыс һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары, уҡырға ингәнсе мәктәпте тамамлаған булһа, әрмегә алына. Хәрби бурыстарын үтәү уларҙың уҡыуын өҙә, күптәр әрменән һуң кире уҡырға килмәй. Ҡайтҡан хәлдә лә, өлгәш буйынса проблемалары тыуа. Өҙлөкһөҙ уҡыу­ҙы тәьмин итеү – актуаль мәсьәлә», – ти.
Закон проекттарына үҙгәрештәр индереү сентябрҙә ҡараласаҡ.

Сығыу ваҡыты 18-06-2011, 17:19 | Ҡаранылар: 1088
|
  • Башҡортостан депутаттары яҙғы сессияға әҙерләнә
  • Беҙҙең депутаттар алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтеү яҡлы
  • Республика башлығы 35 йәштән оло булырға тейеш
  • Ерҙе хосусилаштырыу ваҡыты оҙайтыла
  • Йәштәргә өмөт ҙур
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM