RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Япония, рәхим ит!

18.06.2011 Япония, рәхим ит!

Япония, рәхим ит!Башҡортостанға Япония делегацияһы килеп ҡайтты. Алыҫ көнсығыш иленең утыҙлаған рәсми вәкиле менән осрашыу ваҡытында партнерлыҡ өлкәләре билдәләнде.
Тәү сиратта был – химия сәнәғәтенә һәм ауыл хужалығына ҡараған машина һәм станок төҙөү тармағы. Бигерәк тә химия йүнәлешендә һәйбәт проекттар булдырырға мөмкин, сөнки Башҡортостан был юҫыҡта Рәсәйҙә алдынғы урында тора.
Төҙөлөштә лә ике яҡҡа ла ыңғай йоғонто яһаған эшмәкәрлекте үҫтереп була. Республика япондарҙың тәжрибәһен өйрәнергә әҙер. Беҙҙе айырыуса заманса экологик төҙөлөш материалдары ҡыҙыҡһындыра. БР Президенты Р. Хәмитов эре төҙөлөш компанияһының вәкиллеген асыу мөмкинлеге булыуын да әйтте.
Гүзәл тәбиғәт, уның һауыҡтырыу факторы – беҙҙең республиканың ғорурлығы. Быны ла алыҫ сит ил менән бәйләнештәрҙә файҙаланыр­ға була. Мәҫәлән, ер тетрәүҙән ҡаза күргән балаларҙы саҡырырға мөмкин. Киләсәктә берлектәге һауыҡтырыу учреждениелары төҙөү перспективаһы ла бар.
Япония делегацияһын етәкләгән «ROTOBO» ассоциацияһы (150 ҙур предприятиены берләштереүсе коммерция булмаған ойошма) президенты Такаси Нисиока уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт бағлай. Уларға Мәскәү, Санкт-Петербург яҡшы таныш, шул уҡ ваҡытта япондар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡеүәтле потенциал булыуын аңлай, Башҡортостанды ла шул иҫәпкә индерә. Дөйөм алғанда, Япония беҙҙә үҫтереү өсөн өс йүнәлеште билдәләй. Беренсенән, Рәсәй биләмәһендә автокомпоненттар етештереү өсөн партнерҙар табыу, икенсенән, электр энергияһын һаҡлау һәм һөҙөмтәле файҙаланыу. Был уларҙа яҡшы үҫешкән һәм япондар нефть химияһы етештереүҙә үҙ технологияһын тәҡдим итергә әҙер. Тағы ла бер йүнәлеш – сәнәғәт инфраструктураһын әҙерләү һәи төҙөү. Көнсығыш иле сүп яғыу заводы һәм канализация системаһын камиллаштырыу буйынса тәжрибәһен өйрәтмәксе.
Япония делегацияһы Өфөләге «СП Витценманн-Руссия» заводында булды. Был башҡорт-немец предприятиеһы Калугалағы Mitsubishi Motors заводы өсөн автокомплекттар ебәреү проектында ҡатнаша. «СП Витценманн-Руссия»лағы төп продукция – автомобиль сәнәғәтендә ҡулланылған һығылмалы металл элементтар. Башҡортостандың Япония­лағы рәсми вәкиле Ришат Муллагилдин әйтеүенсә, автокомплекттар ебәреүгә һайлап алыуҙа был заводтан башҡа республиканың тағы өс предприятиеһы – Бәләбәйҙәге «БелЗАН» йәмғиәте, Нефтекамалағы «Искож» берекмәһе һәм «Салауатбыяла» йәмғиәте ҡатнаш­ҡан. Бәләбәйҙә уларҙың презентацияһы булды. ҡунаҡтар тағы ла «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «ЕСМ» йәмғиәттәре эшмәкәрлеге менән танышты, Нефтте химик эшкәртеү институтына сәфәр ҡылды. Өс көнлөк осрашыуҙың көн тәртибендә «Русгидро-Альстом» технопаркына барыу ҙа индерелгәйне.
Япония вәкилдәре сәфәрҙәренең һөҙөмтәле булыуына ышаныуҙарын белдерҙе. Башҡортостан делегацияһы яуап сәфәре менән ҡояш сығышы тарафтарына октябрҙә барырға ниәтләй.
Әйткәндәй, ер тетрәүҙә зыян күргән илгә ярҙам маҡсатында республикабыҙҙа ла хәйриә акцияһы үткән. Әле Японияла сәнәғәт предприятиеларының 60 проценты тергеҙелгән, радиация кимәле лә хәүефһеҙ тип баһалана.
Бөгөн Башҡортостанды донъяның 100 иле менән тауар әйләнеше тоташтыра. 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса был тәңгәлдәге күрһәткес 10 миллиард долларға еткән. Ә Япония менән тауар әйләнеше 30 миллион доллар самаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә