RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

08.01.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡотто осорҙо...
Был аҙнала беҙҙе...Шаршамбы кисендә Ослонан Истанбулға осоусы Boeing 737-800 самолеты бортында көтөлмәгән хәл теркәлә. Битлек кейгән пассажир, аэропортҡа ултырырға ярты сәғәт ваҡыт ҡалғас, ҡапыл һикереп тороп, кире Ослоға осоуҙы талап итә. Үҙенә шартлатҡыс беркетелеүе менән янай. ҡулында ниндәйҙер әйбере булған енәйәтсене көс-хәл менән ҡоралһыҙландыралар. Судно командиры был хаҡта Истанбул халыҡ-ара аэропортының осоу менән идара итеү үҙәгенә хәбәр итә. Енәйәтсе шунда уҡ ҡулға алына. Документтарын тикшергән ваҡытта иһә уның психик сирле булыуы асыҡлан­ған. ҡулындағы «шартлатҡысы» зарарһыҙ тип табылған.

Аптыратты...
Швецияла ҡоштарҙың күпләп ҡырылыуының сәбәбе һаман да аныҡ ҡына билдәле түгел. Фальчепинг ҡалаһында ер өҫтө йөҙәрләгән үле сәүкә менән ҡапланыуын полиция ҡоштарҙың автомобиль менән бәрелешеүенә һылтаһа ла, урындағы халыҡ был фекер менән һис кенә килешергә теләмәй. Ветеринар хеҙмәт белгестәре был күренештең сәбәбе төрлөсә – ауырыуҙан алып ағыу­ланыуға тиклем булыуы мөмкин тип аңлата. Бер яҡтан, әлеге ваҡиға Яңы йыл төнөндә Американың Биби ҡалаһында өс меңләп ҡошсоҡтоң һауанан ҡолауын да хәтерләткәндәй була. Тик ғалимдар был хәлдең сәбәбе тип АҡШ-тағы фейерверкты атағайны. Ә был юлы иһә Фальчепингта фейерверк та, көслө дауыл да күҙәтелмәгән.

Уйландырҙы...
ҡытай властары ҡартайған ата-әсә хаҡында хәстәрлек күреү тураһында махсус закон ҡабул итмәксе. Документ проектында олоғайған ата-әсәнең үҙ балаларынан физик һәм рухи ярҙамды, тәрбиәне талап итеүҙе суд аша юллау хоҡуғы барлығы хаҡында асыҡ әйтелә. Ил етәкселеге был ҡарарға бушҡа ғына килмәгән. Элек ата-әсә хаҡында хәстәрлек күреү халыҡ мәҙәниәтенең бер өлөшө булһа ла, һуңғы йылдарҙа илдә ғаилә ҡиммәттәре юҡҡа сыҡҡан. Быға хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең эш эҙләп ситкә китеүе лә сәбәпсе. Бынан тыш, психологтар бөгөнгө тормош ритмы, донъя малы артынан ҡыуыу кешеләргә яҡындары алдындағы бурыстарын үтәүҙе сикләй, тип билдәләй.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡытайҙа йәшәүсе халыҡтың 1/8 өлөшө, йәғни 167 миллионы – 60 йәште уҙған ололар, миллиондан ашыуы – 80 йәштән өлкәнерәктәр. Уларҙың яртыһынан күберәге яңғыҙ йәшәй. Тиҫтәләгән йылдар буйы икенсе бала табыуҙы тыйыу илдә хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең аҙайыуына, халыҡтың ҡартайыуына килтергән дә инде. Әле илдә ҡарттар йорттары арта. Әммә ҡартайған ата-әсәне балаһынан баҡтырыуҙы закон нигеҙендә мәжбүр итеү ҡотолоу сараһы булыуы икеле. ҡытай халҡының күбеһе илдә рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә иғтибар йүнәлтеүҙе маҡсат итеп күрә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә