RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илебеҙҙең ожмахтай ере – Ҡырым

12.09.2015 Илебеҙҙең ожмахтай ере – Ҡырым

Ҡайҙа барырға?

1. Ҡарлуғас ояһы. Ул диңгеҙ өҫтөндә, 40 метр бейеклектә һауала һәленгән кеүек тора. “Оя”ны XIX быуат аҙағында бер генерал төҙөткән. Әйткәндәй, тап ошо урында “Кеше - амфибия” кеүек билдәле фильмдар төшөрөлгән.
2. Ливадилск һарайы. XIX быуатҡа тиклем унда батшалар резиденцияһы булған, революциянан һуң тәүге тапҡыр крәҫтиәндәрҙе ҡабул иткән шифахана барлыҡҡа килгән.
3. Феодосиялағы ҡәлғә Византия ваҡытында уҡ төҙөлгән. Заманында унда тотош ҡала булған, йорттар, фонтандар, әсир ҡыҙҙар һатылған баҙарҙар гөрләп торған. Хәҙер элекке биналарҙан диуарҙар, башнялар, күпер, сиркәү һәм төрөк мунсалары ғына тороп ҡалған – туристар өсөн бик ҡыҙыҡлы урын.
4. Никитин һарайы Ялта эргәһендәрәк урынлашҡан, унда мәмерйәләр, алтын балыҡтар йөҙгән күлдәр, бамбуктар бар. Иҫ киткес матурлыҡ – миллионлаған рауза сәскәһе үҫә.
5. Балаклава – тар ғына бухта. Халыҡ был урынды һыу аҫты кәмәләренең музейы тип йөрөтә, совет заманында унда субмариналар дивизияһы урынлашҡан, аҙаҡ һыу аҫты заводы ла төҙөлгән. Заводтың стеналары атом бомбаһы шартлауына ла бирешерлек түгел.
6. Мисхор – Ай-Петри арҡан юлын 1967 йылда төҙөй башлағандар. Ай-Петри тауына юл өс километр самаһы дауам итә. Туристар был арҡан юлында иҫ киткес адреналин ала, һауала аҫылынып тороп, матур тәбиғәтте күҙәтә.



Бына ошо минутта: “Өфөнән Ҡырымға ял итергә барырға теләйем!” – тип, туризм агентлығына шылтыратһағыҙ, күңелегеҙ төшәсәк – путевкалар октябрь башына ғына ҡалған. Әлбиттә, машинала, поезда тәүлектәр буйы барып, ялығыҙҙы үҙегеҙ ойоштора алаһығыҙ. Самолет менән ауырыраҡ – миҙгел аҙағы, сентябр­ҙә осҡан рейстарҙа буш урындар ҡалмаған. Долларҙың курсы арта барған һайын сит илгә сығыу мөмкинлеге кәмей, ә кеше ял итергә теләй. Өфөлә эшләүсе туропера­тор­ҙар билдәләүенсә, быйыл Рәсәй курорттарына барыусылар башҡа йылдарҙағынан күпкә артығыраҡ. Ҡырымға барыусылар айырыуса күп. Сочи менән дә шул уҡ хәл.
Быйылғы миҙгелдең аҙағына тиклем Ҡырымға 5 миллион тирәһе турист киләсәк, тип планлаштырҙылар. Күренеүенсә, план тормош­ҡа ашыр. Сағыштырыу өсөн: совет осороноң иң бай ваҡыттарында был һан һигеҙ миллионға тиклем барып еткән. Ләкин ул ваҡытта әлеге ваҡытта популяр булған сит илдәрҙә ял итеп булмай ине. Шулай итеп, быйылдан башлап Рәсәй халҡы ябырылып барған курорт зонаһы итеп үҙебеҙҙең Ҡырым ярымутрауын да атай алабыҙ.
Ҡырымды “бәләкәс кенә донъя” тип әйтәләр. Был юҡтан ғына түгел: әллә ни ҙур ҙа булмаған республикала джунгли урмандары ла, ҡомлоҡтар ҙа, яландар ҙа, урман һәм тоҙло күлдәр ҙә бар. Билдәле мәмер­йәләр, минераль сығанаҡтар, дауалаусы батҡаҡ һәм, әлбиттә, ҡояш, диңгеҙ. Шуныһы ла ҡыҙыҡ – Ҡырымда боронғо ҡалаларҙың ҡалдыҡтары ла, совет элитаһының үҙенсәлекле биналары ла күп. Сит ил курорттары менән сағыштырғанда, хаҡтар ҙа арзаныраҡ, барыһы ла русса белә, валюта баҙарындағы үҙгәрештәр бер нәмәгә лә йоғонто яһамай, шифахана һәм ҡунаҡханаларҙың да төрлөһө бар.
Һауа температураһының 35 – 37 градусҡа тиклем булыуы бик уңайлы, рәхәт. Етмәһә, ылыҫлы урмандар менән ҡапланған, диңгеҙгә сығып торған тауҙар үҙенсәлекле температура режимын булдыра. Ер йөҙөндәге ожмах!

Өфө – Ҡырым юлдары…

Өфөнән Ҡырымға самолетта, поезда һәм автобуста барып етергә була. Был – туризм агентлыҡтары тәҡдим иткән хеҙмәттәр. Ләкин туроператорҙар поезда барыуҙы әллә ни хупламай, сөнки бер нисә тапҡыр транспортты алмаштырырға, күп кенә ваҡытты юғалтырға тура киләсәк. Әлбиттә, иң шәбе – самолет. Симферополь йәки Анапаға тиклем осаһың, был өс сәғәт самаһы ваҡытты ала. Аҙаҡ Ҡырым ярымутрауына барып етер өсөн паром кәрәк. Йәй айҙарында Өфөнән Ҡырымға самолеттар көн һайын тиерлек осҡан, хәҙер улар аҙыраҡ. Әлеге ваҡытта барып ҡайтыр өсөн билет хаҡы 13 – 16 мең һум тирәһе, тип хәбәр итәләр.
Автобус турҙары ла уңайлы. Заманса салондарҙа бәүелеп кенә барып етәһең. Автобустарҙың барыһы ла кондиционер, хәүефһеҙлек ҡайыштары, уңайлы итеп ятып, ултырып торорлоҡ креслолар, сәй, ҡәһүә эсер өсөн ҡайнар һыу, телевизор, аптечка кеүек кәрәкле нәмәләр менән йыһазландырылған. Дөйөм алғанда, автобуста Өфө – Ҡырым юлы 42 сәғәт самаһы ваҡытты ала. Тимәк, отпускыны юлда үтәсәк ике көндө лә ҡушып планлаштырырға кәрәк. Тик автобус билеты ғына алған осраҡта, барып ҡайтыу өсөн яҡынса 6 мең һум тирәһе аҡса кәрәк.
Әйтеп үтеүебеҙсә, поезда барыу мәшәҡәтлерәк күренә. Тәүҙә Анапаға барып етергә кәрәк, унан һуң – Кавказ портына, аҙаҡ паромға ултырып, ниһайәт, Ҡырымға. Симферополгә тиклем барырға ла була, унан һуң Ялтаға тиклем данлыҡлы троллейбуста елдерәһең. Такси ялларға ла мөмкин.
Ҡырым Республикаһы ярҙарын бер яҡтан – Ҡара диңгеҙ, икенсе яҡтан Азов диңгеҙе йыуа.

Һеҙ диңгеҙ ярында!..

Ҡырымда Ҡара диңгеҙ 25 градус самаһына тиклем йылына, ә инде Азов диңгеҙе тағы ла йылыраҡ – 28 градусҡа тиклем етә. Ял итергә уңайлы диңгеҙ яры меңдәрсә километрға һуҙылған. Ваҡ ҡына таштар, ҡом. Ҡомдан ғына торған пляжда ял иткеһе килгәндәр Евпатория һәм Береговое тигән урындарҙы һайлаһын. Пушкин да Ҡырымды, мөғжизәле яҡ – күҙҙе ҡыуандырырлыҡ яҡ, тип шиғырҙар яҙған. Нисәмә йылдар буйы ял иткән композитор­ҙар, шағирҙар, йырсылар, рәссамдар һәм башҡа талант эйәләре Ҡырымды нисек кенә һүрәтләмәгән, нисек кенә маҡтамаған. Совет заманында был яҡтың даны айырыуса ныҡ таралған.
Һыу инеү миҙгеле май айында башланып, октябрь аҙағында тамамлана. Тимәк, әле бында картуф ҡаҙыу эштәре башланып торһа, Ҡырымда ял итеү миҙгеле гөрләй. Төрлө райондарҙа төрлөсә ял итергә була, шуға ла айырыуса популяр урындарға айырым туҡталайыҡ.
Ҙур Алушта – Ҡырымдың романтикалы һәм бик уңайлы районы. Партенит ҡасабаһынан Приветное ауылына тиклем шул районға инә. Ул матур тәбиғәте, боронғо һарайҙары, парктары, ҡомло ҙур пляждары менән һоҡландыра. Алуштала тын алыу органдарының сирҙәрен дауалайҙар, ҡан тамырҙары һәм нервы системаларын да ипләйҙәр.
Баҡсаһарай районы – урманлы-таулы зона. Бында балалар менән ял итеү айырыуса уңайлы, сөнки диңгеҙҙең сите һай һәм был һай урындар байтаҡ. Климат көньяҡ ярҙағы кеүек түгел, ҡорораҡ. Алтынһыу төҫтәге пляждарҙа диңгеҙ һауаһы менән йәшел үлән еҫе һиллек бирә.
Евпаторияны тәбиғәт дауалау сифаттары менән бик йомарт ҡына ҡыуандырған – батҡаҡ, ҡояш күлдәре, термаль һыуҙар, оптималь температуралы һауа. Был курорт ҡына түгел, шифахана ла. Унда һауа һулап, урындағы минераль һыуҙарҙы эсеп, батҡаҡта ятып ҡына ла әллә күпме сирҙән арынырға мөмкин. Балалар менән ял итер өсөн унан да уңайлыраҡ урын тапмаҫһың, пляж да бик матур.
Керчь көнсығышта, Ҡара һәм Азов диңгеҙе араһында йәйелеп ята. Бәләкәй генә бухталар, ҡаялар, упҡындар, яланғас тауҙар, өй ҙурлыҡ, төрлө урындарҙа һибелеп ятҡан таштар тәү күргәндә шаҡ ҡатыра, һоҡландыра. Бында ниндәй генә фильмдар төшөрөлмәгән!
Саки – Ҡырымдың көнбайышындағы район. Ул үҙенең шифалы батҡағы менән дан тота. Унда ныҡ йылы, ләкин тын алыуы рәхәт. Сак күле бар, тап уның батҡағы кешеләр­ҙе төрлө сирҙән ҡотҡара ла инде. Бынан тыш, Сак күленең һыуы ла мөғжизәле тип һанала, минераль һыу ҙа шифалы. Сакта, башлыса, ололарҙы дауалайҙар. Сөнки уның тәбиғәте гинекологик, тире сирҙәрен бөтөрә, һөйәк, быуындарҙы нығыта, төрлө йәрәхәттәрҙән һуң ҡалған ауырыуҙарҙы юҡҡа сығара.
Севастополдә һәр бер таш – үҙе бар тарих. Ҡасандыр бикле булған ишектәр бөгөн бөтә донъянан ағыл­ған ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Был ҡалала диңгеҙ бар икәнлеген бер секундҡа ла оноторлоҡ түгел, бөтә ерҙә лә диңгеҙ һауаһы һиҙелә.
Феодосия ла шифалы батҡағы, минераль һыуҙары, йылы климаты менән ылыҡтыра. Диңгеҙҙә штормдарҙың һирәк кенә булыуы, аҙыҡ-түлектең арзанлығы, емеш-еләктең тәмлелеге миллионлаған туристы йыя. Бында матдәләр алмашыныуы системаһы боҙолғанда, аҙыҡ эшкәртеү органдары, тын алыу юлдары зарарланғанда килһәң, ял итеп кенә түгел, дауаланып та ҡайтып китә­сәкһең.
Ҙур Ялтаға 30-лаған йәшәү пункты инә. Уны Ҡырымдың иң матур һәм ҡыҙыҡлы ҡалаһы тип атап булалыр. Тарихи урындарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Климат йылы һәм ҡоро. Бындағы курорт ҡасабалары тауҙар һәм ҡаялар менән уратып алынған. Тау урмандарының һауаһы менән диңгеҙ һулышы иҫ киткес шифалы. Һыу инеү миҙгеле май аҙағында башланып, октябрь баштарында тамамлана. Диңгеҙ ярҙың ситенән үк тиерлек тәрән булып башлана.

Күстәнәс

Ҡырымдан, башлыса, диңгеҙ ҡабырсыҡтары, тельняшкалар һәм, әлбиттә, магниттар алып ҡайталар. Ләкин унда үҙенсәлекле сувенирҙар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Ҡырым сәйе. Уны тау битләүҙәренән йыялар, ул кешегә көс бирә, иммунитетты яҡшырта, тымауҙан дауалай. Шифалы батҡаҡты ла матур итеп һауыттарға һалып һаталар, уны косметологияла ҡулланырға мөмкин, төрлө тире ауырыуынан да һаҡлай.
Кешеләр үҙҙәре эшләгән һабындар ҙа бик популяр, уны тәбиғи компоненттарҙан әҙерләйҙәр: ер еләге, рауза сәскәһе, лаванда ҡулланалар. Һабын хуш еҫле генә түгел, бит тиреһе өсөн файҙалы ла. Ә инде урында эшләнгән тәмле-татлы аҙыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ – нуга, шәкәрле сәтләүектәр һәм башҡалар баҙарҙа һатыла. Ә инде төрлө тәмләткестәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Дөйөмләштереп алғанда, хаҡтар ошолайыраҡ: барып ҡайтыр өсөн самолетҡа билеты хаҡы – 13 – 16 мең һум, 10 көн йәшәр өсөн минималь хаҡ 12 мең һум тирәһе. Автобустар ошо уҡ арауыҡҡа 13 мең һум тирәһенә путевкалар (юл һәм йәшәү урыны) тәҡдим итә. Поезда барған осраҡта ла 22 мең һумдан кәмерәк килеп сыҡмай. Был хаҡҡа туҡланыу инмәй. Авто­бустар ҡунаҡханаға тиклем алып барып ҡуя. Иң арзаны автобус туры булып сыға. Ләкин ике көн юлда барасаҡты уйларға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, һайлағыҙ, рәхәтләнеп ял итегеҙ, дуҫтар, әле миҙгел бөтөүгә айҙан ашыу ваҡыт бар.

Лилиә СИРАЕВА.

Айрат, Өфө ҡалаһы:

– 15 – 25 августа Ҡырымда ял иттек. Автобус менән барып, торлаҡты үҙебеҙ хәстәрләнек. Өс кешенән торған ғаилә өсөн бер тәүлеккә 1200 – 1500 һумға торлаҡ табырға була. Эҙләп йөрөргә түгел, иғландар тулы. Пансионат­тар ҡиммәтерәк, туҡланыу ҙа инһә, хаҡтарҙың сит илдә ял итеүҙән дә артып китеүе ихтимал. Әлбиттә, паром эргәһендә сират бар ине, ләкин йырып сыҡҡыһыҙ түгел. Ялтала туҡталһаҡ та, прокатка машина алып, күп кенә урынды барып күрҙек. Бер ниндәй ҙә сәйәси проб­лема һиҙелмәне, ял итеүсе украиндар ҙа бар ине. Ял итеү өсөн барғанда башта ыңғай ғына уйҙар булырға тейеш инде. Эсәр һыуҙың ҡиммәт булыуы йонсотто, ә бына емеш-еләк арзан һәм тәмле. Юлдарҙың аңлашылмағаныраҡ урындары ла бар, моғайын, был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер. Ҡыҙыҡ ҡына ул унда – йөрөп ятҡанда совет заманы иҫкә төшөп тик тора, биналар, пансионаттар ҡайһы саҡ артта ҡалған райондарҙың ауылдарын да хәтерләтә.
Диңгеҙ һөт кеүек йылы, таҙа, төҫө лә матур, медузалар ҙа күренде, әммә саҡмайҙар. Ҡайһы бер курорттарҙағы кеүек ләм юҡ. Тәбиғәт иҫ киткес матур, быны аңлатырлыҡ та түгел. Улым астма менән яфалана, әллә күпме дарыу тейәп алып барһаҡ та, береһе лә кәрәкмәне.
Балыҡ тураһында айырым әйтке килә – ул тиклем тәмлене ашағаным юҡ ине. Төрлө урындарҙа туҡланып ҡараныҡ, балыҡ бөтә ерҙә лә юғары сифатлы әҙерләнгән. Беҙ үҙебеҙҙә балыҡты магазин­дар­ҙан алып ҡына, ысын тәмен белмәйбеҙме икән әллә?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә