НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡатын-ҡыҙ тотондо, бәлки, тыныр
Новости / Рәсәй // 5-02-2016, 14:27


Хәтерегеҙҙәме, бынан бер йыл элек кенә “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе проекты Көнбайыш менән борсаҡ бешмәгәнлектән туҡтатылғас, юлын үҙгәртеңкерәп, “Төркиә ағымы”на әйләндерҙек тә, төрөк дуҫтарҙың беҙҙең газды Европаға һатыуы уңышлы булһын, тип ҡыуана-ҡыуана теләк теләнек? Иртәрәк ҡыуанғанбыҙ – былтыр ноябрҙә Төркиә менән ара һыуынды. Проект “туңдырылды”. Ниндәй хәйерһеҙ бер газ үткәргес булды һуң әле? Әммә киләсәктә уның йәйелеүе бик ихтимал. Үсегешеү бөтһә, әлбиттә. Вашингтондағы төрөк илсеһе урынбаҫары Туғай Тунжер әйтеүенсә, “Төркиә ағымы”н улар коммерция проекты булараҡ ҡарай һәм ике яҡтың һөйләшеп килешеүенә ышана. Әгәр Рәсәй теләһә, тигән кеүегерәк һүҙҙәр әйтелгән....

Ниңә улым разведчик булырға теләне?
Новости / Рәсәй // 27-11-2015, 14:17


Ниңә улым разведчик булырға теләне?– Минең дә улым һинең кеүек бәләкәс кенә ине. – Инәйҙең бышылдап әйткән һүҙе бар ғаләмде ярып үткәндәй булды.
– Әсәй, инәй ниңә илай? Кем уны йәберләне икән?
Улым әле генә үҙе биргән һорауҙарға яуап та көтмәй, мине ҡабаландыра ла башланы.
– Әйҙә тиҙерәк, әсәй! Хәҙер башлана бит инде! Ана, ағайҙар ҙа йыйылып бөткән.
Улым үҙенең йомшаҡ устарына ҡулымды алып, мине бөгөн асыласаҡ яңы монумент эргәһенә ыңғайлатты.
Белорет ҡалаһының “Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһы беҙҙең яратып ял иткән урындарҙың береһе. Уҙып барған йылда бында диңгеҙселәр, сик һаҡсылары, десантсы яугирҙар­ға монумент асылды, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылды....

Өс автор халыҡ-ара конкурста ҡатнаша
Новости / Рәсәй // 16-10-2015, 16:12


Өфөлә Халдун Танер исемендәге халыҡ-ара драматургтар конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. ТӨРКСОЙ һәм Евразия» яҙыусылар союзы ойошмаһының был проекты танылған төрөк драматургының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.
Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәгенә конкурс өсөн 50-нән ашыу автор әҫәрҙәрен тапшырған. Улар араһында трагедия, комедия, төрлө темаға арналған драмалар ҙа, хатта моноспектакль өсөн яҙылған пьесалар ҙа булған. Үҙәктең етәксеһе Әлиә Яхина белдереүенсә, конкурста ебәрелгән эштәргә театр режиссерҙары ҙур ҡыҙыҡһындырыу белдергән. Алдағы ижад миҙгелендә уларҙың сәхнәлә ҡуйылыуы ла мөмкин....

Илебеҙҙең ожмахтай ере – Ҡырым
Новости / Рәсәй // 12-09-2015, 13:17


Илебеҙҙең ожмахтай ере –  ҠырымБына ошо минутта: “Өфөнән Ҡырымға ял итергә барырға теләйем!” – тип, туризм агентлығына шылтыратһағыҙ, күңелегеҙ төшәсәк – путевкалар октябрь башына ғына ҡалған. Әлбиттә, машинала, поезда тәүлектәр буйы барып, ялығыҙҙы үҙегеҙ ойоштора алаһығыҙ. Самолет менән ауырыраҡ – миҙгел аҙағы, сентябр­ҙә осҡан рейстарҙа буш урындар ҡалмаған. Долларҙың курсы арта барған һайын сит илгә сығыу мөмкинлеге кәмей, ә кеше ял итергә теләй. Өфөлә эшләүсе туропера­тор­ҙар билдәләүенсә, быйыл Рәсәй курорттарына барыусылар башҡа йылдарҙағынан күпкә артығыраҡ. Ҡырымға барыусылар айырыуса күп. Сочи менән дә шул уҡ хәл.
Быйылғы миҙгелдең аҙағына тиклем Ҡырымға 5 миллион тирәһе турист киләсәк, тип планлаштырҙылар....

Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ килә
Новости / Рәсәй // 17-06-2015, 16:28


Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ киләАлда көтөлгән ҙур йыйынға әҙерлеккә нөктә ҡуйыр ваҡыт етте. Ҡунаҡтар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаясаҡ, сөнки алға ҡуйыл­ған бурыстар үтәлә. Интерфакс-Поволжье агентлығы үткәргән матбуғат конференцияһында сығыш яһап, БР министры Руслан Мирсаяпов шулай тип белдерҙе.
БРИКС һәм ШОС саммиттары көнө яҡынлашҡан һайын шуға бәйле хәбәрҙәр ҙә күбәйә. “Был беҙҙең илдә генә түгел, ә саммитта ҡатнашасаҡ илдәрҙең яңылыҡтар таҫмаларында ла йыш телгә алына. Өфө һүҙен хәҙер Бразилияла ла, Ҡытайҙа ла, Көньяҡ Африкала ла көн һайын ҡабатлап торалар”, – тине Руслан Мирсаяпов.
Күп ил менән бәйләнештәр нығынған. Саммиттарҙың файҙаһы, һис шикһеҙ, бар, сөнки уға әҙерлек ваҡытында баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең эш­лекле үҙәгенә әүерелерлек үҙгәрештәр кисерҙе. Кон­гресс-холл халыҡ-ара осрашыуҙар уҙғарырлыҡ уникаль майҙансыҡҡа әйләнде. Йәнә шуныһы: ҡалала хеҙмәтләндереү тармағында инглиз телен­дә һөйләшә белгән персонал барлыҡҡа килде, милли колорит киңәйҙе....

Яҡташтар тәүге юбилейға йыйыласаҡ
Новости / Рәсәй // 13-03-2015, 10:00


Яҡташтар тәүге  юбилейға  йыйыласаҡБыл йәкшәмбелә Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы үҙенең тәүге юбилейын – биш йыллығын билдәләй.
15 мартта Мәскәүҙең “Арбат” мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә БР-ҙың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, йырсы Радик Юлъяҡшин һәм “Заман” этно-проекты сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Хәбир Сөләймәновтың “Баш­гизхан” китабының исем туйы үтәсәк. “Мираҫ” фонды конкурсы еңеүселәрен – фән, йәмәғәт эшмәкәрлеге, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә уңыш яулаған 11 студентты бүләкләү тантанаһы ла ҡарал­ған. Байрамға Рәсәй һәм Башҡортостандың билдәле сәйәси, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Юбилей кисәһе көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла башлана.
...

Түрәгә килешә…
Новости / Рәсәй // 30-01-2015, 05:16


Бөтә Рәсәй халыҡ фронты “Рәсәй почтаһы”ның самолет сәфәрҙәренә тотонған аҡсаһына хайран ҡалған. Баҡһаң, үткән йылдың ноябрендә чартер осошҡа дүрт миллион һум аҡса сарыф ителгән икән. Шуға Халыҡ фронты Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт иткән дә һорау биргән: был артығыраҡ түгелме ул, бөгөнгө хәлдән сығып ҡарағанда?
“Рәсәй почтаһы” етәкселеге, самолетты ҡуртымға алып, биш көнлөк командировкаға юллан­ған. Мәскәү – Воронеж – Дондағы Ростов – Ставрополь – Һамар – Түбәнге Новгород – Мәскәү маршруты буйынса һуҙылған эшлекле сәфәр 12 кеше өсөн (генераль директор, уның ете урынбаҫары, баш финанс директоры, административ мәсьәләләр буйынса департамент башлығы, бүлек мөдире, генераль директорҙың бизнес-ассистенты) дүрт миллион һумға төшкән дә ҡуйған. Юлға ғына....

Волга – Янцзы хеҙмәттәшлеге нығый
Новости / Рәсәй // 26-12-2014, 15:20


Рәсәй һәм уның төбәктәре һуңғы йылдарҙа Ҡытай менән бәйләнешен нығыт­ҡандан-нығыта. Башҡортос­тан да был йәһәттән әүҙем эшләй – Ҡытай провинциялары менән байтаҡ килешеү төҙөгән.
Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты барышында ҡатнашыусыларҙың Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы күҙаллана. Һүҙ “Вол­га – Янцзы” форматындағы, йәғни Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлеге хаҡында. Ул былтыр баш­лан­ғайны. Ошо көндәрҙә лә яҡтар осрашып, сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы....

Хәлдән тайғансы пионербол уйнайбыҙ ҙа, миндек тотоп мунсаға китәбеҙ
Новости / Рәсәй // 21-11-2014, 12:53


Хәлдән тайғансы пионербол уйнайбыҙ ҙа, миндек тотоп мунсаға китәбеҙБеҙҙең арала “яратам Рә­сәйҙе…” тигән әйтем таралды. Быға ниңә аптырарға, ил бит үҙебеҙҙеке, яратабыҙҙыр инде, тип уйларһығыҙ эстән генә. Тик ошо әйтем эргәһендә мотлаҡ бер кинәйә менән ниндәйҙер киреме, ҡыҙыҡмы күренеш тасуирлана шул. Йәнәһе, ошондай хәл Рәсәйҙә генә булыуы мөмкин. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәнҡитләйбеҙ. Быға ла оҫталыҡ кәрәк. Заманының билдәле бер шәхесе Федор Тютчев та юҡҡа ғына ошолай тип яҙмағандыр:
Умом Россию не понять,
Аршином общим не измерить:
У ней особенная стать –
В Россию можно только верить....

Их, ниңә ЮКОС акционеры түгелбеҙ икән?
Новости / Рәсәй // 1-08-2014, 10:57


Рәсәй ҡаҙнаһының 50 миллиард долларға кәмеп ҡалыуы ихтимал. ЮКОС акцио­нер­ҙары шул сама компенсация талап итә. Гаага суды ҡарар сығарып та өлгөргән.
Беләһегеҙҙер, ЮКОС Рәсәйҙең ҙур нефть компанияһы ине. Ул 1993 – 2006 йылдарҙа эшләне лә һуңынан банкрот тип иғлан ителде. Йәнә бер йылдан юҡҡа сығарылды. Төп акционерҙар Гибралтарҙа теркәлгән «Group MENATEP Limited» офшор холдинг компанияһы аша «хужалыҡ итте». Иң күп акция эйәһе (59,5 процент) Михаил Ходорковский исеме беҙгә яҡшы таныш, ул бер нисә йыл төрмәлә ултырып сыҡты.
Әлбиттә, шундай ҙур компанияның банкрот хәленә етеүе юҡҡа түгел, был тирәлә арыу ғына мутлашыуҙар ҙа булды, власть та баҫым яһаны, компания һалым түләмәне, тигән хәбәрҙәр күп ишетелде. Эргәһендә йөрөмәгәс, акцияларыбыҙ унда булмағас, дөрөҫөн белеүе ауыр....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM