НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Илде һаҡлаған ветеранды кем яҡлар?

Илде һаҡлаған ветеранды кем яҡлар?


Илде  һаҡлаған ветеранды  кем яҡлар?Редакцияға хаттар күп килә. Шуларҙың береһе Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе алтмыш ике йәшлек Инсаф Ҡанафиндан ине. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы, электән ауыл хәбәрсеһе булып, бик күп хеҙмәт кешеһен яҙып, данлаған. Ә был юлы: «Тик ята торғандарҙан түгелмен, шуға күрә «Рос­госстрах» агенты булып йылға яҡын эшләп, кешеләр менән аралашып йөрөйөм, – тип башланған хаты бик борсоулы ине. – Күрше Новобельское ауылында йә­шәүсе һуғышта ҡатнашыусының тол ҡатыны Надежда Рыбниковаға ла өйөн страховкаларға тип барырға тура килде. Һуғыштан алда төҙөлгән йорт иҫкергәс, ире (ул 1994 йылда мәрхүм була) менән 1974 йылда яңынан өй һалып сығалар. Ҡырҡ йыл эсендә туҙған инде ул йорт. Ҡыйығынан һыу аҡҡас, быйыл, йылдар буйы йыйып та, етмәгән аҡсаһына өҫтәп бурысҡа инеп, тимер һатып ала һәм өй башын яптыра. «Улым, минималь пенсиямдың алдағы өс айлығын залогҡа биргәнмен, шыпа аҡсаһыҙ ултырам, ярай ҙа һатыу­сыға рәхмәт, икмәкте яҙып бирә, – тип һамаҡланы мине күргәс хеҙмәт ветераны, ил һаҡсыһының тол ҡатыны. – Хәҙер өс-дүрт айҙан һуң ғына яңынан страховкаларбыҙ инде».

Надежда Захаровнаның хәленә инеп, нисек ярҙам итергә белмәй, Белоретҡа халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә барып, һуғышта ҡатнашыу­сыларҙың тол ҡатындарына йәшәгән өйҙәрен йү­нәтергә аҡса юллау тураһында белешеп, нин­дәй документтар йыйырға кәрәклеген, улар­ҙың исемлеген алып, ҡыҙына бир­ҙем: «Әгәр ошо документтарҙы йы­йып бирһәгеҙ, әсәйегеҙгә йә фатир һатып алыу өсөн, йә һис юғында өйөгөҙҙө ре­монтларға бер миллион һумға тиклем аҡса бүлеүҙәре ихтимал». Эй, ҡыуанды был хәбәремә Надежда Захаровна, йәнләнеп, күҙҙәре нурланып китте! Староста булараҡ, шул уҡ йомош менән ауыл хакимиәтенә инеп: «Рыбниковаға һәм Шығайҙа йәшәгән һуғышта ҡатнашыусының тол ҡатыны Бибисара Әбүталиповаға кәрәкле документтар йыйырға ҡушып, ҡағыҙ килтер­ҙем, зинһар, ярҙамлашығыҙ, бәлки, аҡсалата ярҙам юллап булыр, өйҙәре бигерәк туҙған бит, – тинем. – Ауыр хәлдә йәшәйҙәр, исмаһам, барып, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы?» «Беҙ­ҙең уның кеүектәр менән булышырға ваҡытыбыҙ юҡ, теләһә ниндәй әбейҙәр артынан йөрөү беҙҙең бурысҡа инмәй. Унан һуң беҙ ул эштәрҙең рәтен дә белмәйбеҙ – ҡайҙа барыр­ға, кемдәргә мөрәжәғәт итергә», – тип яуап бирмә­һен­ме эштәр менән идара итеүсе! «Ул саҡта нишләп был вазифаны биләп ултыраһығыҙ, һеҙҙе конкурс нигеҙендә, закондарҙы белеү-белмәүегеҙҙе тикшереп, имтихан тапшыртып эшкә алырға кәрәк», – тип сығып киттем. Хакимиәт башлығына ла өндәшеүем фәтүә бирмәне… Кеше хәҙер үҙгәрҙе, элек ул актив, эш менән тәьмин, туҡ ине. Етәк­селәр ҙә эш кешеһенә, ололарға ҡарата иғтибарлы, итәғәтле булды. Бөгөн иһә күптәрҙең, бигерәк тә етәкселәрҙең, үҙҙәренең бурыстарын үтәмәй, кеше ҡайғыһына битараф булыуы шул тиклем көйөндөрә, эсте бошора…». Урындағы власть вәкилдәренең битарафлығына көйөп, ошо хат буйынса Белорет районына юлландыҡ.

Надежда Рыбникова

Илде  һаҡлаған ветеранды  кем яҡлар?Илде  һаҡлаған ветеранды  кем яҡлар?Надежда Захаровнаны Белорет ҡалаһының Тимер юлсылар ҡасабаһында эҙләп таптыҡ. Етмеш һигеҙ йәшлек әбей, яңғыҙыма ҡышын йәшәүе ауыр, тип, ҡыҙы Татьянаның ғаиләһенә күскән икән. Әллә ниндәй тығыҙ тыҡрыҡтар (көйәнтә менән саҡ үтерлек!), соҡор-саҡырлы һуҡмаҡтар (төнөн ҡараңғыла аңғармаҫтан аяҡ-ҡулыңды ла һындырырлыҡ!) буйлап килә торғас, бер боронғо баракка килеп төртөлдөк. Тауыҡ кетәгендәй кескәй генә, ҡараңғы, тәпәш ике бүлмәлә дүртәүләп йәшәп ятҡан көндәре.

– Ауылда йортта ла йәшәргә булыр ине, – тип, әбей беҙҙең килеүгә ифрат ҡыуанды. – Тик иҫке йортҡа утын күп китә, уныһы ҡиммәт, артынан йөрөүе лә мәшәҡәтле… Былтыр ҙа, быйыл да ямғыр йыш яуғас, түбәнән шаптырлап һыу ағып, тәҡәтте ҡоротто, шуға, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, 38 мең 500 һумға (бурысҡа) тимер һатып алып, 40 мең һумға ҡыйыҡты яптырҙым (уныһы ла бурысҡа, пенсиямдан аҙлап түләйем, 28 мең һумы ҡалды). Әлдә һатыусы Надя Йомағужина, хәлемә инеп, икмәкте яҙып бирҙе, юғиһә, аҡса булмағас, астан үлергә лә мөмкин бит!

Инсаф Хәсән улы менән осраш­ҡандан һуң Надежда Рыбникова дәртләнеп китеп, хөкүмәттән ярҙам һорап ҡарай ул. Уның ғаризаһы буйынса комиссия килеп, өйҙө тикшерә. Йорттоң ҡыйығына, соланға, мейескә капиталь ремонт талап ителеүе асыҡлана. Тик Белорет районы хакимиәте башлығы В. Ми­ронов ҡултам­ғаһы менән килгән хатта: «Ауыл хакимиәте бюджетында һуғыш ветерандарына һәм ветерандарҙың тол ҡатындарына матди ярҙам (ремонт) күрһәтеү ҡаралмағас, үтенесегеҙҙе ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ. Торлаҡты ремонтлау халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең дә компетенцияһына инмәй», – тип яҙыла. «Законға ярашлы һеҙгә ай һайын пенсияғыҙға 269 һум 11 тин аҡса өҫтәп түләнә», – тигән һүҙҙәре иһә кешене кәмһетеү кеүек. Йәнәһе лә, һеҙгә бит өҫтәмә рәүештә өс йөҙ һум тиерлек аҡса түләнә, ә һеҙ ризаһыҙлыҡ белдерәһегеҙ… Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән ҡатын, шөкөр, бөтөнләй үк социаль яҡлауһыҙ ҡалмаған. Надежда Захаровна ауылда саҡта уға халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәре Таңһылыу Ғәлекәева ярҙам итә.

– Таңһылыуға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! – ти оло ҡатын. – Шул тиклем үҙ эшенә яуаплы ҡарай: ҡан баҫымын үлсәп, дарыу ҡаптыра һала, магазинға йүгереп барып, аҙыҡ-түлек алып килә, иҙәнде һыпырып йыуып ала… Их, ҡышын да рәхәтләнеп ауылда йәшәр инем, әгәр уңайлыҡтар өй эсендә, утын арзаныраҡ булһа…

Шығай ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлназ Мырҙабаева әйтеүенсә, Надежда Захаровна, һуғышта ҡатнашыусының тол ҡатыны булараҡ, бушлай торлаҡ алыр өсөн сертификатҡа өмөт итә алмай, сөнки йортонда яңғыҙы ғына теркәлгән, шул сәбәпле торлаҡҡа мохтаждар рәтенә индерелмәй. Әгәр ҙә, әйтәйек, ҡыҙы, ейәндәре ауылда уның менән бергә йәшәһә, һәр береһенә яҡынса ун икешәр генә квадрат метр тура килер ҙә, Надежда Захаровна ышаныслы рәүештә сертификат алыусылар исемлегенә инә алыр ине. Тик ауылда ҡыҙына эш юҡ, балаларға – мәктәп… Хакимиәттә әйтеү­ҙәренсә, Надежда Рыбни­коваға нимәгәлер дәғүә итергә өмөт тә юҡ, үкенескә күрә.

Бибисара Әбүталипова

Бибисара Әбүталипова ла кинйә ҡыҙы Мәфрүзәнең ғаиләһе менән бергә йәшәй. Мәфрүзә – ире үлеп, бәлиғ булмаған өс бала менән тол ҡалған йәш ҡатын – шәкәр диабеты менән ауырып, аяҡтан яҙған әсәһен оло ризалыҡ менән ҡарай.

– Мин ғүмер буйы мәктәптә иҙән йыуҙым, шунан хаҡлы ялға сыҡтым, – ти Бибисара Ғәли ҡы­ҙы. – Ҡәйнәм миңә тапшырғайны шул эшен, мин Мәфрүзәгә ҡалдыр­ҙым. Ауылда ни хәҙер башҡа эш тә юҡ…

Ниндәй эш менән йөрөүебеҙҙе белгәс, Мәфрүзә әңгәмәгә ҡушылды:

– Әле генә район хакимиәтендә булдым, әсәйгә торлаҡҡа сертификат юллап булмаҫмы, тип йөрөүем инде. Барһам, өйөгөҙ йәшәрлек, яҡшы хәлдә, тип ауыл хакимиәтенән отчет бирҙеләр, шуға әсәйегеҙ торлаҡҡа мохтаж түгел, тинеләр.
– Ә бит йорт иҫке! – тип Бибисара әбейҙең икенсе ҡыҙы Гүзәл риза­һыҙлығын белдерҙе. – Нигеҙе ҡаҡшаған, түбәһенә ремонт кәрәк, өй ныҡ һыуыҡ… Ауыл хакимиәтенә бар­һаң, һеҙгә бер ни ҙә юҡ, ти ҙә ҡайтаралар. Хәлдән килһә, йөҙ һыуын түгеп, һоранып та йөрөмәҫ, әсәйгә үҙебеҙ фатир алып бирер инек. Ә бит уға торлаҡ закон буйынса тейешле.

Һыҙланып көндәрен үткәргән Бибисара әбей ауырлыҡтарҙы күп күргән, яҙмыш ҡайғыларҙы сүмесләп эсергән: Зөлфиә ҡыҙы бала сағында үлә, Зариф улы ла йәшләй мәрхүм була, Кәримәһе һыуға батып, баҡыйлыҡҡа күсә… Ире, һуғыш ветераны Хөсәйен Әүбәкер улы, пенсияға ла сығып өлгөрмәй, илле ике генә йәшендә вафат була. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған яугир хөкүмәттән бер ярҙам алмаған, исмаһам, шуның хаҡына уның хәләл ефете ғүмер көҙөндә рәхәтлек күрһен ине.

– Бибисара апайға бер барғанымда, Рыбниковаға шундай-шундай хаттар килгән, тигәйнем, ул, әләйһә миңә лә шул уҡ яуап килә инде, тип бөтөнләй өмөтөн өҙҙө, эй, ҡыйын булды шуны ишетеүе, – ти ауыл старостаһы. – Рыбникованың да, Әбүталипованың да пенсиялары түбән, икеһен дә әллә күпме ауырыу сорнап алған. Инвалидлыҡ та юл­лар­ға ине лә бит, кем уның артынан йөрөһөн – уға күпме ваҡыт, аҡса, нервы кәрәк.

Әйткәндәй, туғандары ныҡ тырыша торғас, Үҙәнбаштан Дударенко, Кириллова, Үткәлдән Сафуанова, Ямалетдинова фатирлы булған, хәҙер рәхәтләнеп уңайлы шарттар­ҙа йәшәй. Ә Шығайҙа, Бибисара әбейҙән тыш, һуғышта ҡатнашыу­сыларҙың тол ҡатындары тағы икәү бар – Мәрйәм Шәрәфе­тдинова ме­нән Ғәйнафа Хисаметдинова. Улар­ға ла урындағы етәкселек тарафынан һис бер ниндәй иғтибар юҡ. Ауыл хакимиәте белгесе, ошо арала Бибисара Әбүталипованы сиратҡа ҡуйыр өсөн документтарҙы йәһәтләрбеҙ, тип ышандырҙы. Һүҙҙә­рен­дә торһалар инде. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр буш вәғәҙәләрҙе мул таратырға ярата бит ул…

Хәсән Әбүталипов

Шығай ауыл хакимиәте биләмәһендә ике һуғыш ветераны йәшәй. Береһе Шығайҙан Мәһәҙей Әпсәләмов булһа, икенсеһе –Үҙәнбаштан туҡһан өс йәшлек Хәсән Әбүталипов.

– Хәсән Әүбәкер улына барып, һеҙгә ауыл, ҡала хакимиәтенән килеп, хәл белешкәндәре бармы, берәй ярҙамдары тейҙеме, тип һораным үткәнендә, – ти, әсенеп, Инсаф Хәсән улы, – ул, юҡ, былтыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында район хакимиәте башлығы В. Миронов килеп, ярҙамсыларына, һис кисекмәҫтән ветеранға фатир юллағыҙ, тигәйне лә бит, комиссия арлы-бирле тыштан ғына йортто ҡарап тикшереп, өйҙә йәшәрлек, һеҙгә фатир тәтемәй, тип ҡайтты, тине.

Ни тиһең инде ошонан һуң… Ә бит өй бабайҙыҡы түгел, уның улыныҡы. Быны ниңә бер кем дә иҫәпкә алмай? Ниңә ауыл хакимиәте етәкселеге оло йәштәге әбей менән бабайға социаль ярҙам күрһәтеүҙе ойоштормай? Ниңә хакимиәт тарафынан уларға һаманғаса фатир юлланылмаған? Ниңә Әбүтали­пов­тар мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре иғтибарынан ситтә ҡала? Би­та­рафлыҡтың сиге шулдыр инде… Әлдә 9 һәм 11 йәшлек бүләләре, эштән бушаған арала уларҙың әсәһе килеп ярҙам итә. Юғиһә аяғын һындырған Хәсән бабай менән саҡ йөрөгән Миңниса әбейҙең хәлдәре бөтөнләй мөшкөл булыр ине.

– Мин йығылһам, әбей мине торғоҙа алмай, ул йығылһа, ярҙам итергә минең хәлдән килмәй, – тип көлгән булды Хәсән Әүбәкер улы. –Ғүмер буйы урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым да, бына хәҙер үҙ яйыбыҙға йәшәп тик ятабыҙ.

– Фатир бирһәләр, берәй ярҙамсы беркетһәләр, был тиклем дә ыҙаланмаҫтар ине, – ти Инсаф Ҡанафин. – Тишек түбәнән һыу аҡһа ла, мөйөшө ҡыйшайһа ла, тимерҙе бурысҡа алып, икмәккә тигән аҡсаһына өй башы яптырылған булһа ла, комиссия өйҙө йәшәрлек тип таба инде. Ә ауылда канализация юҡ бит. Кемдер туҡһанға еткән ветеранға һыу ташырға, утын индерергә, мейес яғырға, биҙрәләге ярауын түгергә тейеш. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған ветерандарыбыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлап, аҙ ғына ҡалған һуңғы йылдарын рәхәтлектә үткәрһен өсөн хөкүмәт бушҡа закондар сығартамы ни? Ни эшләп улар үтәлмәй? Минеңсә, ундай бюрократ етәкселәргә, ниндәй генә кимәлдә эшләмәһен, вазифаларҙа урын булыр­ға тейеш түгел. Исмаһам, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда бөтә ветерандар­ға ла лайыҡлы иғтибар булһын ине.

Халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртмаған, киреһенсә, төрлө кәртәләр уйлап сығарып, тейешлеһен дә башҡармай ултырған, йылы урын өсөн генә эш «күрһәткән» чиновниктар – йәмғиәтебеҙҙең баш ауыртыуы инде ул. Айырыуса, ауыл хакимиәттәрендә төпләнгәндәре ҡур­ҡыныс: сабыр, сыҙам, зарланып йөрөргә яратмаған ауыл халҡы улар­ҙы йылдар буйы түҙергә мәжбүр. Компетентлыҡ, профессионаллек түгел, күпселектә белешлек, туғанлыҡ билдәһе буйынса эшкә алынған белгестәр­ҙең хаталы белешмәләре арҡаһында ҡат-ҡат ауыл менән ҡала араһын тапарға, аҡсаһын түгергә, ваҡытын әрәм итергә, үс тотоуҙың ҡырынлығын татырға мәжбүр булһа ла, өндәшмәй ҡалалар. Ярай ҙа арабыҙҙа Инсаф Ҡанафин һымаҡ сабырһыҙҙар, битараф булмағандар бар. Улар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Дон Кихот кеүек, «ел тирмәндәре» менән көрәшеүен дауам итә. Башҡаса булмай ҙа, кемдер ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө дауларға, изгелекте алға һөрөргә тейеш.

Әйткәндәй

2012 йылдан да ҡалмайынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителергә тейеш ине, әммә, үкенескә күрә, был бурыс һаманғаса үтәлмәй. Нигеҙһеҙ рәүештә иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тартып, ветерандарҙың торлаҡҡа хоҡуҡтары боҙол­һа (был хоҡуҡтар «Ветерандар тура­һында»ғы Федераль закон менән нығытыла), прокуратураға, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Суд күпселектә ветерандарҙың файҙаһына ыңғай ҡарар ҡабул итә, һәм ветерандарҙы йәшәгән урыны буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегенә индерәләр.

Сығыу ваҡыты 17-10-2014, 10:02 | Ҡаранылар: 1053
|
  • «Етәксе халыҡҡа яҡын булырға тейеш»
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Телефоныбыҙ аноним шылтыратыуҙар өсөн түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM