RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “АХЫРЫЗАМАН КИЛДЕ ТИП ТОРАБЫҘ!..”

08.08.2014 “АХЫРЫЗАМАН КИЛДЕ ТИП ТОРАБЫҘ!..”

Ишембайҙа эре боҙ яуған.

Ошо аҙнала Ишембай районының Әхмәр ауылы халҡы көтмәгәндә ҙур бәләгә тарыны: дүшәмбелә киске сәғәт биштән һуң ауыл өҫтөнә боҙ яуа башлаған. Була торған хәл, тип кенә ҡуймағыҙ: беренсенән, боҙ киҫәктәренең һәр береһе тауыҡ йомортҡаһынан ҙурыраҡ була, икенсенән, боҙ “атакаһы”, ғәҙәттәгесә, тиҙ генә тамамланмаған – ярты сәғәт самаһы дауам иткән.

– Ҡаҙҙарҙы, тауыҡтарҙы ҡыуып индерәйем тип, тышҡа йүгереп сыҡҡайным, башҡа төшкән боҙ киҫәктәренән күҙгә ут күренде, ҡот осто. Тәүге осраған бина аҫтына ҡасып инеп киттем, – тип һөйләй бер ағай.

Меҫкен ҡаҙҙар, тауыҡтар бик күп ҡырылған. Ишембай районының Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова әйтеүенсә, шәхси хужалығында ҡаҙҙарын, инде үҫеп бөткән бройлер себештәрен юғалтыусылар бик күп. Әхмәр ауылында 400-ҙән ашыу хужалыҡ бар, уларҙың бөтәһенең дә баҡсаһына зыян килгән.
– Ғүмер буйы ауылда йәшәп, бындай хәлде күргән юҡ ине. Ысынлап ахырызаман килде, тип уйланыҡ, шул тиклем ҡурҡыныс булды был хәл. Туҡтамай яуҙы ла ҡуйҙы бит. Болоттар ҡапыл килеп сыҡты, ҡош-ҡортто ла хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрмәнек. Баҡсала йәшеллек тулыһынса юҡҡа сыҡты, бер генә йәшелсә лә иҫән түгел. Исмаһам, һуған, тип сығарып ҡарағайныҡ – уларын да боҙ тишкеләп бөткән, ашарға яраҡһыҙ. Картуф һабаҡтары балта менән тураҡлап ташлаған кеүек ята, ағарып торалар, тағы ла үҫеп китеүенә өмөт тә юҡ. Тауыҡ йомортҡаһы кеүек ҙурлыҡҡа етеп, матур ғына үҫеп килә ине, һуңғы ваҡытта яуған ямғырҙарға ла өмөт бағланыҡ. Кишер ҙә, кәбеҫтә лә юҡ хәҙер. Балалар мәктәп баҡсаһында йәшелсә үҫтереп, кишерҙе машиналап һаталар ине… Булманы инде, ярты сәғәттә бөтә нәмә юҡҡа сыҡты, – тип тәбиғәт көйһөҙлөгө килтергән проблемалар менән уртаҡлашты Гөлнара Кәримова.

Был тиклем эре боҙ ямғырын йәштәр генә түгел, Әхмәр ауылының йөҙйәшәр ҡарттары ла күрмәгән, барыһы ла аптырап ҡалған. Автомашиналарҙы йәнсетеп бөтөргән, ҡыйыҡтарҙағы шиферҙы тишкән был афәт. Ватылған тәҙрәләр тураһында әйтеп тороуы ла артыҡ. Халыҡ әйтеүенсә, пластик тәҙрәләре булған кешеләр генә отҡан. Кистән яуған боҙ иртәнгә тиклем дә иремәгән хатта. Ахырызаман тип уйламаҫ ереңдән уйларһың!
Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, әле боҙ ямғыры килтергән матди зыянды һанау эштәре бара. ҙур хужалыҡтарҙың юғалтыу­ҙары миллионлаған һум менән иҫәпләнә.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә