RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемгә – бесән, кемгә – ялан сәйе

24.07.2014 Кемгә – бесән, кемгә – ялан сәйе

Республиканың бер нисә районында ғына бесән әҙерләү йылдам бара.

Кемгә – бесән, кемгә – ялан сәйе“Ошо усаҡ янып китһә, ҡыҙыл төҫтәге электрон сәғәтемде ҡустыма бүләк итәсәкмен!” – тип, өтөлөп-ҡырылып сәй ҡайнатырға маташҡан йәйге эҫе көндәрҙән башланып китте бесән эшләү тарихым. Сәғәтте бирҙемме-юҡмы – хәтерләмәйем инде, юҡтыр, ә бына 7 – 8 йәштән үк ағас тырма һөйрәп йөрөү мәңгелеккә үҙәккә үтеп ҡалған. “Үҙәккә үтеп” тип юҡҡа ғына яҙылманы, аҙналар буйы бесән әҙерләүҙең “тәм”ен салғының, ат менән күбә тарттырыуҙың, кәбән һалыуҙың нимә икәнлеген үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына белә. Ә инде төрлө сәбәптәр арҡаһында еңел-елперәк йөрөгәндәр “ялан сәйенең тәме”, “иртән асылып, кисен ябылып балҡыған сәскәләрҙең матурлығы” һәм башҡа темалар буйынса фәлсәфәгә бирелә. Матур инде тәбиғәт, матур, ләкин бесән эшләүҙән арыған бәндәләрҙә уның ҡайғыһымы ни? Һәр хәлдә, 11 йәшемдә үк тик миңә генә инселәнгән бәләкәсерәк салғым бар ине инде, ул хәҙер соланда моңһоу ғына эленеп тора. Башҡаса урынынан ҡыбырламаҫ та инде, моғайын, тора бирһен.

Аллаға шөкөр, ысынлап та, айҙар буйы ҡуна ятып бесән сабыу ваҡыттары артта ҡалды. Хәҙер салғы тотоусы кеше бик һирәктер, республиканың таулы райондарында йәшәүселәрҙең генә уның менән әүҙем эш итеүен күрергә булалыр. Улар техника үтеп инә алмаған урындарҙы ғына ҡул менән сабып ала ла, башҡа эштәрҙе техника менән хәл итә. Әле тотош Башҡортостанда тиерлек ям­ғыр яуҙы, көн торошо әле лә үҙгәрмәгән урындар күп. Ейәнсура һәм Хәйбуллала, улар­ҙың күршеләрендә генә көслө ямғырҙар юҡ, тигән хәбәр алдыҡ, ҡыҫҡаһы, унда көндәр аяҙлы-болотло. Шул райондар­ҙағы халыҡ бесәнде әүҙем эшләй икән. Тик бына “Бер гектарҙы саптырыу күпмегә төшә?” тигәнерәк һорауға яуап алыу ҡыйын. Ни тиһәң дә, ундағы эшҡыуарҙар хеҙмәтте, башлыса, комплекслы күрһәтә икән: 15 мең һумыңды түләйһең дә, бесәнеңде сабып, киптереп һарайыңа килтереп, өйөп тә ҡуялар. Айырым-айырым эш­ләргә лә мөмкин, ләкин техникаһы булмаған кешеләрҙең бесән әҙерләү өсөн аҡсаһы шул уҡ 15 мең һум самаһы сыға. Республиканың икенсе яғына күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, Нури­ман һәм уның күрше-тирә райондарында аҙна буйына тиерлек ямғыр яуа, бесән эшләү туҡталып тора. Сабылған бесәндең еүешләнеп, сереп ятҡаны ла бар. Бесән уңған, ямғырҙар туҡталып, халыҡҡа мал аҙығы әҙерләргә форсаты ғына табылһын инде. Был яҡтар­ҙа ла хаҡтар “тешләшә”, әлбиттә. Бер гектарҙы техника менән саптырыу өсөн кәмендә 2 мең һум аҡса кәрәк, йыйҙырыу, килтереүен дә ҡушһаң, шул уҡ 15 мең һумға барып баҫа.
Бөрйән бөрйәнсә инде, унда салғыларҙың минеке кеүек “моңһоу” ғына эленеп торғандары аҙ – Бөрйән һәм Белорет салғылары шыж-шыж килеп эшләй. Урман, тау күп булғас, техника менән генә саптырып булмай, ҡул көсө лә кәрәк. Шуға ла был район кешеләренән: “Һеҙҙә бесән саптырыу күпме ул?” – тип һораһаң, “500 һум”, – тиҙәр. Эйе, мин дә, ҡалай арзан икән, тип аптырағайным, ләкин был хаҡ бер көн саптырған өсөн түләнгән сумма булып сыҡты. Ул райондарҙа ла all inclusive (“барыһы ла ингән”) системаһы буйынса, кәмендә 10 мең һум түләп, бесәнде һатып ҡына алыу мөмкинлеге бар, ләкин был хеҙмәт менән ҡулланыусылар артыҡ күп түгел. Унда ла көндәр күптән ямғырлы торған, халыҡ бесәндә түгел, саҡ ҡына күренеп ҡалған ҡояшҡа ышанып, көртмәле йыйыу, бал айыртыу менән мәшғүл.
Башҡортостандың төрлө райондарына күҙ йүгертеп сыҡтыҡ, дөйөмләштереп шуны әйтергә кәрәк: бесәнде кеше, техника яллап эшләтеү өсөн кәмендә 10 мең һум аҡса тотонорға тура килә. Күпме был, әллә аҙмы – һәр хужа үҙе хәл итә. Үлән ҡуйы һәм бейек үҫкән, зарланырлыҡ түгел. Бесән әҙерләү әле дауам итәсәк, был ҙур хужалыҡтарға ла ҡағыла. Башҡортостан Респуб­ликаһының Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала күп йыллыҡ үлән планлаштырылған майҙандың 95 процентынан сабып алынған. Бөтәһе 552 мең тонна бесән әҙерләнгән, был – планлаштырылған күләмдең 76 проценты. Сенаждың да яртыһынан ашыуы әҙер, бер шартлы баш малға 12,1 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Баҡалы, Ғафури, Дәүләкән, Мәләүез, Туймазы райондарында бесән планлаштырылғандан да күберәк йыйылған.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә