RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәй – бар яҡтан да ҡыҙыу осор

06.06.2014 Йәй – бар яҡтан да ҡыҙыу осор

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Шишмә һәм Өфө райондарына эш сәфәре менән барҙы. Ул шулай уҡ Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы (ШОС) һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының ултырыштар үткәреүгә бәйле төҙөләсәк объекттарҙы тикшерҙе.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Шишмә районының Алкин ауылындағы «Толпар» балалар шифаханаһында Рөстәм Хәмитов йәйге ялдың нисек ойошторолоуы менән танышты.
«Толпар» – республикала иң ҙур балалар шифаханаһы. Бында 7 – 14 йәштәге 255 бала ял итә һәм дауалана. Былтыр учреждениела табиптар­ҙың һәм провизорҙарҙың уртаса эш хаҡын республика буйынса уртаса күрһәткестән 200 процентҡа тиклем, урта һәм кесе медицина персоналының 100 процентҡа тиклем арттырыу буйынса 2018 йылға тиклем саралар планы ҡабул ителде. Әле бында табиптарға айына уртаса 40,286 мең һум, шәфҡәт туташтарына 17,878 мең һум хеҙмәт хаҡы түләнә.
Шифаханала энергияны һаҡсыл тотоноу технологиялары ҡулланыла. Учреждениеның баш табибы Фәрит Хисамов әйтеүенсә, быйыл бында ҡояш электр станцияһы сафҡа индерелгән. 24 модулдән торған ҡоролма өс ҡатлы административ бинаның ҡыйығында урынлаштырылған. Ул электр тогын тура шифахана селтәренә тапшыра. Станция йылына 3,5 мең киловатҡа тиклем электр энергияһы етештерә.
Өфө районында Рөстәм Хәмитов Мармылев ауылы эргәһендәге «Миловка паркы» комплексының төҙөлөшө менән танышты. Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү федераль фонды араһындағы килешеү буйынса ғәмәлгә ашырыла. 206 гектар майҙанда тимер-бетон каркаслы йорт төҙөү технологияһы буйынса 500 мең квадрат метрҙан ашыу арзан (дөйөм торлаҡ күләменең 75 проценты) торлаҡ төҙөү планлаштырылған. Төҙөлөш 2020 йылға тиклем алып барыласаҡ. Объекттарҙа үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте системаһы буласаҡ.
«КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Комлев йорттарҙы йөҙләү өсөн Япониянан килтерелгән фиброцементлы бетон панелдәр ҡулланылыуы хаҡында белдерҙе.
– Беҙ иң ҡатмарлы техника – авиация двигателдәре эшләйбеҙ, ә был ябай панелдәрҙе һәм уларға сигәләр­ҙе Япониянан килтерәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов һәм төҙөүсе­ләр­ҙән урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланыуҙы талап итте.
Шулай уҡ ул инфраструктура мәсьәләләрен заманса хәл итеү кәрәклегенә иғтибар итте:
– Бында 9 мең кеше йәшәйәсәк, алдан уҡ уларҙың юл йөрөү мәсьә­ләһен дә уйларға кәрәк, – тип Рөстәм Хәмитов, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавваға мөрәжәғәт йүнәлтте.
Бынан тыш, биҫтәлә икенсе балалар баҡсаһын проектлау һәм төҙөү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Беренсеһен киләһе йылда төҙөү күҙаллана.
Артабан Рөстәм Хәмитов Өфө – Аэропорт юлын ҡараны, Өфөлә Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге «Sheraton 4+*» ҡунаҡханаһы төҙөлөшөндә булды, «КЕСКО-HILTON 4*» ҡунаҡханаһы (Аксаков урамы – Түбә урамы) төҙөлөшөн һәм Конгресс-холда ремонт эштәрен тикшерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә