RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙәң ауылда...

23.05.2014 Ә беҙҙәң ауылда...

Ләйсән ҺӨЙӨНДӨКОВА, Ишембай районы:

– Ишембай районының Смаҡай ауылының йәмле Сағыл тауы битендә, ауылдың 300 йыллығына арнап, «Беҙ – Смаҡай ейәндәре» тип исемләнгән күркәм байрам үтте.
Ауылға ингән урында, тау битләүенә «Смаҡайға – 300 йыл» тип аҡ таштарҙан һалынған яҙыу үҙенә саҡырып торған төҫлө ине. Төп тирмә ҡоролған, ауылдың ҙур нәҫелдәре үҙҙәренең шәжәрәләрен эшләгәйне. Нә­ҫел ептәренең ҡәҙерләп һаҡланыуын Ғүмәровтар, Дусмөхәмәтовтар, Шәнгәрәевтар, Фәй­зуллиндар, Наси­ровтар, Ибәтуллиндар, Мифтаховтар, Шиһа­повтар, Хәми­ҙуллиндарҙың шәжәрәләрендә күреп бул­ды. Шунда уҡ ауылдың билдәле шәхестәре тура­һында мәғлүмәт, ҡул эштәре лә урын алған. Юбилей уңайынан «Беҙ – Смаҡай ейәндәре» тип исемләнгән китап та донъя күрҙе. Унда ауылдың үткәне лә, бөгөнгөһө лә яҡтыртыла, күренекле шәхестәр, ғаиләләр, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар тураһындағы материалдар ҙа тупланған.

Рушания ХӘМӘТҒӘЛИМОВА, Ҡырмыҫҡалы районы:

– Район велосипедсылары майҙың йәмле йәкшәмбе көнөн тәбиғәт ҡосағында уҙғарырға ҡарар итте. Йыйылыу урыны, ғәҙәттәгесә, Һалҡын инеш шишмәһе булды. Бының өсөн йәш велосипедсыларға Ҡырмыҫҡалы ауылынан 8 километр араны үтергә тура килде. Йәштәр яҡшы физик әҙерлекле булыуҙарын күрһәтте һәм дистанцияны ҡыҫҡа ваҡытта үтте. Төп колоннаға шулай уҡ Ҡабаҡ һәм Һәүә­ләй ауылдарынан М. Шайморатов исемендәге хәрби-патриотик клуб ағзалары ла ҡушылды.
Һуңынан дөйөм тырышлыҡ менән турист аш-һыуы әҙерләнде. Былау, йәйге турама, флотса макарон, бутерброд һәм сәй телеңде йоторлоҡ килеп сыҡты. Хәл йыйып алғандан һуң егет-ҡыҙҙар шишмә буйын йыйыштырырға тотондо. Ял итергә теләүселәрҙең яратҡан урыны булһа ла, сүп-сар әллә ни юҡ ине. Ә сара һуңында инде егет-ҡыҙҙар иң йылғыр, зирәк, иң ныҡыштарҙы асыҡланы.

Александр ДЕСЯТКИН, Кушнаренко район хакимиәтенең информация-аналитика бүлеге белгесе:

– Кушнаренко районында социаль әһәмиәттәге объекттарҙы төҙөү дауам итә. Быйыл район үҙәгендә 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү тамамланһа, киләһе йылда физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инәсәк.
Районыбыҙҙың спорт мәктәбе әлеге көндә тығыҙ график буйынса эшләй – күнекмәләр минутлап яҙыл­ған тиерлек. Спорт залы ҙур саралар уҙғарғанда бөтә ҡунаҡтарҙы ла һыйҙырып бөтә алмай. Шуға ла беҙгә физкультура-һауыҡтырыу комплексы бик кәрәк. Әле төҙөүселәр уның нигеҙе менән стеналарын күтәрҙе. Яңы комплекста спорт мәктәбе, ҙур бассейн буласаҡ. Төҙөлә башлаған бинанан алыҫ түгел хоккей майҙансығы, парк бар. ФОК сафҡа инһә, халыҡ ғаиләһе менән килеп ял итә аласаҡ. Төҙөлөш киләһе йылға мотлаҡ тамамланырға тейеш.

Был аҙнала төбәк яңылыҡтарын Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә