RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баш ҡала ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә

07.02.2014 Баш ҡала ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә бер нисә объектты реконструкциялау һәм төҙөлөш барышын тикшерҙе. Әле баш ҡалала бер нисә мәҙәниәт учреждениеһын үҙгәртеп ҡороу бара. Улар 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуы алдынан әҙер булырға тейеш.

Конгресс-холда, мәҫәлән, ике яҡлы осрашыуҙар өсөн бүлмәләр, күргәҙмә майҙандары, ШОС һәм БРИКС илдәре делегациялары штабтары, ҡабул итеү залы, конференциялар үткәреү өсөн универсаль майҙансыҡ-трансформер урынлашасаҡ.
Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы буйында төҙөлгән “КЕСКО-Хилтон” ҡунаҡхана комплексын да ҡараны. Әле бында төп төҙөлөш эштәре тамамланған, эске инженер системаларын ҡороу бара. График буйынса яңы ҡунаҡхана 2015 йылдың беренсе кварталында асыла, унда 170 бизнес-класс бүлмәһе буласаҡ.
М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы биш ҡатлы корпусы төҙөлә. Унда фондтарҙы һаҡлау, күргәҙмә залдары, китапхана һәм музей хакимиәте урынлашасаҡ. Объект быйыл йәй файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Опера һәм балет театрында ла реконструкция бара: сәхнә тәрәнәйтелә, тамаша залы һәм сәхнә ҡорамалдары алмаштырыласаҡ. Әлбиттә, гардероб, фойе ла яңыртыласаҡ һәм быйыл көҙ, яңы миҙгел асылыуға, театр тамашасыларҙы яңы йөҙ менән ҡаршылаясаҡ.
Йәнә бер төҙөлөш – “Каруанһарай” сауҙа үҙәге янында буласаҡ “Холидей Инн” ҡунаҡханаһы. Ул 2015 йылдың февраленә төҙөлөп бөтәсәк. Баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратып йөрөгән урыны – “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы ла яңыртыла. Төп маҡсат – тамаша залының акустикаһын яҡшыртыу.
Һәр урындың күркәмлеге уның ҡапҡа төбөнән башлана. Өфөгә көньяҡтан ингән яҡ та ҡаланың матурлығын бар тулылығында күрһәтергә тейеш. Ағиҙел ярының автомобиль һәм тимер юл күперҙәре арауығын төҙөкләндереү ҙә күҙаллана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә