RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.01.2014 Өс һөйләм менән

Баш ҡала вуздарында белем алыу­сы Башҡортостан студенттары РФ Дәүләт Думаһында парламентарийҙарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Йәштәрҙе Рәсәй студенттары көнө менән “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Тимченко менән Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ҡотланы. Осрашыу һуңында Сәлиә Мырҙабаева студент хәрәкәте активистарына Рәхмәт хаттары һәм “Аҡҡош күле” балетына билеттар тапшырҙы.

Былтыр 12 меңдән ашыу кеше хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Баш­ҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Анатолий Балтинский әйтеүенсә, көҙгөһөн 6700-гә яҡын егет хәрби бурысын үтәргә киткән, өҫтәүенә, 295 кеше хәрби уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Шул уҡ ваҡытта ун меңгә яҡын үҫмер сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы дауам итә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда 2550-нән ашыу кеше ҡатнаша. Инглиз, француз телдәре, астрономия, география, мәҙәниәт буйынса олимпиадаларҙың һөҙөмтәләре буйынса, 480 уҡыусынан һигеҙе – еңеүсе, 104-е лауреат булған.

2013 йылда хеҙмәткәрҙәре алдында эш хаҡы буйынса бурыстары булған банкрот предприятиеларҙың һаны 105-тән 89-ға тиклем кәмегән. Дөйөм алғанда, шундай предприятиеларҙың эш хаҡы буйынса бурысы 76 миллион һумға ҡыҫ­ҡар­ған. Бынан тыш, банкрот ойошмалар иҫәбенең дә кәмеүгә табан барыуы (783-тән – 683-кә) күҙәтелгән.

“Башҡортостан – Болгария” дуҫлыҡ йәмғиәте 155-се лицей уҡыусыларының Болгария рәссамы Корнелия Марган менән осрашыуын ойоштор­ҙо. Ижадсы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң Болгарияға йәшәргә китә. Әлеге ваҡытта ул бик әүҙем тормош алып бара, күп сәйәхәт итә, яңы картиналар ижад итә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

З. Биишева исемендәге Баш­ҡортостан «Китап» нәшриәте, «Юл­даш» радиоһы һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сә­ғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» исемле яңы китабының исем туйын ойошторҙо. Был баҫма үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып донъя, ил һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо ваҡиғаларын, процестарҙы, ҡарар­ҙар­ҙы анализлауҙан тора. Автор үҙ кисерештәрен яҙа, радиожурналис­тика буйынса йәш белгестәргә эшлекле кәңәштәр бирә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә