RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

20.09.2013 Өс һөйләм менән

Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәр­ҙәре белдереүенсә, төбәктә ҡаҙнаға һалым түләү темпы түбәнәйгән. Ғинуар – август айҙарында ҡаҙнаға барлығы 49 107 млн һум һалым индерелгән, йәғни, үткән йыл менән сағыштырғанда, 12 процентҡа әҙерәк. Ойошмалар килеменә һалым – 18 769 млн һум, йәки барлыҡ ҡаҙна килеменең 38,2 процентын тәшкил итә, физик шәхестәр һалымы – 15 076 млн (30,7%), ойошмалар милке – 7 010 млн (14,3 %), акциздар – 5 443 млн (11,1%), ябайлаштырыл­ған һалым һалыу системаһы буйынса – 1 589 млн (3,2 %) һәм транспорт һалымы 1 004 млн һум (2 %) күләмендә ҡаҙнаға аҡса килтергән.

Бөгөн Затондағы «Водник» стадионында оҙонлоғо 2 км булған яҡтыртылған заманса велосипед юлы асыла. Сара «Милләттәр кросы – 2013» Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә арнала. Стадионда район спорт мәктәптәренең презентацияһы, спортсыларҙың сығышы, тренерҙар менән осрашыу планлаштырылған, шулай уҡ ата-әсәләргә балаларын спорт түңәрәктәренә яҙҙырыу мөмкинлеге буласаҡ.

Зәки Вәлиди һәм Пушкин урам­дары араһындағы скверҙа «Өфө» тигән ҙур яҙыу барлыҡҡа киләсәк. «Өс шөрөп» стилендә төҙөлгән композиция янында иҫтәлеккә фотоға төшөргә йәки ял итергә мөмкин. Әлегә скверҙа тротуар плитаһын алмаштырыу эштәре бара, ял зонаһына эскәмйәләр һәм фонарҙар ҡуйыласаҡ.

2016 йылға тиклем төбәк ту­ризмын үҫтереү программаһына ярашлы, Башҡортостан пенсионер­ҙары хәҙер исемле сертификаттар менән сәйәхәт итә ала. Сертификаттар социаль яҡлауһыҙ булған граждандарға тапшырыла. Быға тиклем льготалы туристар билдәле бер ергә генә путевка алһа, хәҙер инде курорттарҙы үҙҙәре һайлау хоҡуғына эйә.

Өфө аквапаркы, ниһайәт, ок­тябрҙә асыласаҡ. Был хаҡта матбуғат конференцияһында ҡаланың вице-мэры Александр Филиппов белдерҙе. 2007 йылда төҙөлә башлаған «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында буласаҡ аквапаркты ҡала халҡы оло түҙемһеҙлек менән көтә.

Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә