НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яңы парламент тиҙҙән эш башлай

Яңы парламент тиҙҙән эш башлай


Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Яңы парламент 3 октябрҙә йыйыласаҡ.
Рөспублика парламентында даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар һаны 22 кешегә тиклем арттырылды. Ошо турала закон 13 сентябрҙә баҫтырылды һәм үҙ көсөнә инде. “БР Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтай тураһында”ғы БР законының 1-се статьяһының 3-сө өлөшөнә үҙгәрештәр индереүгә ярашлы, хәҙер 22 депутат профессиональ нигеҙҙә эшләйәсәк, тип билдәләнә. Быға тиклем улар 17 ине.
Президент Дәүләт Йыйы­лы­шында тулы хоҡуҡлы вәкилдәр тура­һында ла Указ сығарҙы. Республика башлығының вәкиле итеп Президент Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡ идараһы на­чальнигы Альбина Во­робьева, БР Хөкүмәтенең вәкиле итеп Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Лихачев билдәләнде.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рөстәм Хәмитов үҙ мандатын йәш һәм әүҙем замандашыбыҙға бирергә вәғәҙәләгәйне. Ошо көндәрҙә мандат эйәһенә тапшырылды. Дәүләт Йы­йылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылышында депутат булып Паралимпия чемпионы Оксана Савченко эшләйәсәк. Ул кандидат булараҡ һайлауҙа ҡатнашһа ла, етерлек тауыш йыя алмаған.
– Минең өсөн мандат алыу көтөлмәгән хәбәр булды. Алдыма ҡуйылған бурысты үтәргә, бағланған өмөттө аҡларға тырышырмын. Үҙемә, депутат булараҡ, республикала иң тәүҙә спортты үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйҙым, – тине Оксана Савченко.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡор­тостан төбәк бүлексәһе конференцияһында БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачев һайланды. Уға дәғүәсе итеп Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самой­ленко ҡуйылғайны, йәшерен тауыш биреү юлы менән 207 конференция делегатының 156-һы Толкачевҡа тауыш бирҙе.

Сығыу ваҡыты 20-09-2013, 14:30 | Ҡаранылар: 596
|
  • “Яңы”лар тәүге ултырыш үткәрҙе
  • Республиканың яңы парламенты эш башланы
  • Тәғәйенләүҙәр
  • БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 12 партия ҡатнаша
  • Кандидаттар күрһәтелә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM