RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

13.09.2013 Өс һөйләм менән

Ғинуар – июль айҙарында рес­­публикала 33909 кеше тыуған, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 1,3 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр. Башҡортостандың статистика хеҙмәтенән. Ете ай эсендә 31973 кеше үлгән, 2012 йылдың ғинуар – июль айҙары менән сағыштырғанда, был 1,2 процентҡа күберәк, халыҡтың тәбиғи артыуы 2013 йылдың ете айында 1936 кешегә еткән. Миграцияның артыуы – 3260 кеше (76433 кеше килгән, 73173 кеше киткән), дөйөм алғанда, 2013 йылдың ете айында халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә артыуының дөйөм һөҙөмтәләре ыңғай булған һәм 5196 кеше тәшкил иткән.

«500 ферма» республика комп­лекслы программаһы буйыса тәүге өс тауар-һөт фермаһы файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың икәүһе Дүртөйлө райо­нында, береһе Илештә урынлаш­ҡан. Бынан тыш, төбәктә программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында 3 млрд һумға 53 ферма яңыртылған, ике йылда 2 меңдән ашыу юғары продуктлы мал һатып алынған.

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңыш ҡеүәте – 327 центнер. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 203,7 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған. Әлегә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүсе 23 райондың 15-ендә барлығы 6,2 гектар­ҙа уңыш йыйылған.

Республиканың биш райо­нында ужым культураларын сәсеү тамамланған. Дөйөм алғанда, 492 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре бара, был – пландың 82 проценты. Шулай уҡ сәсеүлек­тәр­ҙе туңға һөрөү буйынса эштәр бара – барлығы 420 мең гектар ер эшкәртелгән.

Нефтекама ҡалаһында яңы боҙ аренаһы асылды. Ни бары ун айҙа төҙөлгән спорт комплексында урындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк. Меценаттар үҙ аҡсаһына төҙөгән спорт һарайында яңы хоккей "йондоҙҙары"н тәрбиәләүҙе иң тәүге маҡсат итеп ҡуя.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә