НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Америка ысулынса юл, йорт һаласаҡбыҙ һәм ҡалдыҡ эшкәртәсәкбеҙ

Америка ысулынса юл, йорт һаласаҡбыҙ һәм ҡалдыҡ эшкәртәсәкбеҙ


Президент Рөстәм Хәми­тов АҠШ-тың Екатерин­бургтағы Генераль консулы Отто Ханс Ван Маерссен менән осрашты.
Ван Маерссен әфәнде Өфөгә Американың эшлекле даирәһе вәкилдәре менән бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән ҡайһы бер бизнес-йүнәлеш­тәр­ҙе тикшереү маҡсатында килгән. Быйыл йәй республика делегацияһының Амери­каға сәфәре барышында ла бер нисә килешеү төҙөлгәйне. Республикала Америка Ҡушма Штаттары менән эшләү йәһәтенән ыңғай тәжрибә бар.
– Беҙҙе юлдар комплексы предприятиелары ҡыҙыҡһындыра. Америкалағы кеүек яҡшы юлдар төҙөргә өйрәнергә теләйбеҙ. Беҙгә яңы технологиялар, яңы ҡорамалдар кәрәк, – тине республика башлығы.
Был юҫыҡта ҡайһы бер проекттар тормошҡа ашырыла башлаған − юл төҙөлөшө өсөн стабилизатор етештереү буйынса «Терракрит» производствоһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Әле торлаҡ төҙөлөшө өлкә­һендә хеҙмәттәшлек итеү ҡарала.
Республика етәкселеген эконом класлы, ҡиммәт булмаған, әммә сифатлы торлаҡ ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө үҫеш ала, шуға ла заманса предприятиелар кәрәк.
Бер нисә ай элек Техас штатына визитында республика вәкилдәре тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереү буйынса предприятие эше менән танышҡан. Ундайҙар беҙҙә лә эшләһә, яҡшы булыр ине, әммә продукция урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған булырға тейеш. Тиҙҙән «Green World Restoration, LLC» компанияһының өс йортон беҙҙең ҡыш шарттарында баһалау маҡсатында Өфө районында ҡороп ултыртасаҡтар. Иҫәпләүҙәр 40 градусҡа тиклем һыуыҡты күҙ уңында тота. Тиҙ ҡорола торған конструкциялар янғын­ға ҡаршы йылытыу технологиялы пенобетондан эшләнгән. Тәжрибә өсөн предприятие был йорттарҙы республикаға бушлай тәҡдим итә. Ә торлаҡтың квадрат метры 11 – 15 мең һум булыуы ихтимал.
Әлеге осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҡайһы бер проблемалар килеп тыуа. Был мәсьәләне хәл итеүгә шулай уҡ Америка бизнесын йәлеп итеү күҙаллана. Респуб­ликаға «Кинг Кол» компанияһы вәкилдәренең килеүе көтөлә, улар менән ҡалдыҡ­тар­ҙы эшкәртеү мәсьәләһе тикшереләсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан АҠШ-ҡа нефть, химия продукцияһы, синтетик каучук һата, ә Американан беҙгә медицина препараттары, ҡорамалдар һәм электр приборҙары, металл изделиелары килә. 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанға Америка инвестицияһы 3,8 миллион доллар булһа, быйыл 4,1 миллион доллар йәлеп ителгән.
Ошо көндәрҙә Башҡортос­тандың Ауыл хужалығы министрлығында АҠШ-тың йәнә бер компанияһы менән үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

Сығыу ваҡыты 13-09-2013, 13:31 | Ҡаранылар: 351
|
  • Ғәрәптәр беҙгә инвестиция һалырға әҙер
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Башҡортостанда Төркиәнең Почетлы консулы буласаҡ
  • Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйбеҙ
  • Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM