НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән


Баш ҡалала үтәсәк Халыҡ-ара йәш журналистар, фотохәбәрселәр һәм блогерҙар форумына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәр һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары вәкилдәре килә. Делегаттар араһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­стан, Тажикстан, Үзбәкстандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бар. Бер нисә көн буйы ҡунаҡтар Башҡортостандың милли мәҙәниәте, йолалары һәм төбәктә йәшәгән халыҡтар тарихы, шулай уҡ республиканың социаль-иҡтисади хәле һәм сәнәғәт өлкәһендәге мөмкинлектәре менән танышасаҡ.

Баш ҡала педагогтарының ав­густ кәңәшмәһе идара итеүҙең инновацион механизмдарына арналды. Өфө мэры Ирек Ялалов белдереүенсә, 2016 йылда ҡалала 105 мең уҡыусы булып, мәктәптәр етмәйәсәк. Был проблеманы хәл итеү өсөн үҙ эсенә мәктәпте, балалар баҡсаһын, өҫтәмә белем биреү учреждениеһын алған комплекстар төҙөү кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.

Бөрйән районының Иҫке Соб­ханғол ауылында Афған һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйыласаҡ. Һәйкәл тюльпан формаһында булып, таш сәскәлә һуғышта ҡатнашыусыларҙың исеме уйып яҙыласаҡ. Афғанстанда Бөрйән ра­йо­нынан 70 кеше хеҙмәт иткән.

Башҡорт дәүләт медицина уни­верситеты проректоры, профессор Мәжит Нартайлаков республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тиҙҙән Дыуан районының үҙәк дауаханаһында яңы корпус асылып, медицина университетының клиник базаһына әйләнәсәк. Был төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен йышыраҡ үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.

Силәбелә Башҡорт балы көндәре үтте. Башҡортостандан килгән 20-гә яҡын умартасы йәрминкәлә балдың төрлө сорттарын һәм умартасылыҡ продукттарын тәҡдим итте. «Иң яҡшы бал» конкурсы, бал ҡортон аҫрау буйынса консультациялар ойошторолдо.

Өфөнән йәштәр делегацияһы MULTI халыҡ-ара программаһына ярашлы Төркиәгә юл тота. Ун көн буйы улар, иҫтәлекле урындар менән танышасаҡ, Германия, Ҡытай, Япония, Чилиҙан килгән делегациялар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Бындай программа ярҙамында йәштәр сит илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте, йолалары, көнкүреше менән таныша, белем даирәһен киңәйтә, бөгөнгө йәш быуынды борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыша.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:36 | Ҡаранылар: 689
|
  • Монголдар ҙа башҡорт балын ярата
  • Милли мәҙәниәттәр байрамы
  • Ҡытай менән эштәр көйләнә
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM