RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.08.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда «әсәлек капиталы»на 160 меңдән ашыу сертификат тапшырылған ( йыл башынан – 14 мең). Төбәктең Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, «әсәлек капиталы» республикала йәшәгән 91 000 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткән. 53 мең ғаилә «әсәлек капиталы» средстволары менән тулы­һынса файҙаланған.

Мәләүез районы хужалыҡтары йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса өс мең килограмм һөт һауып алған. Был – республикала һауым буйынса өс меңлек сикте үткән дүртенсе район. Бығаса был күрһәткес Стәрлетамаҡ (бөгөнгә – 3482 кг), Саҡмағош (3454 кг) һәм Тәтешле (3102 кг) райондарында теркәлде, республика буйынса уртаса күрһәткес 2333 килограмға тиң.

Башҡортостанда беренсе августан киләһе йылдың ошо ваҡытына тиклем һунар табыштары лимиты билдәләнде. БР Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология ми­нистрлығынан белдереүҙәренсә, беҙҙә 1192 мышы, 775 ҡоралай (Себер ҡоралайы), 8824 ҡабан, 204 һоро айыу, 262 бурһыҡ, 3 һеләүһен атып алырға рөхсәт ителгән. Һунар биләмәләрендә тояҡлы ҡырағай йәнлектәр аулауҙы урындағы һунарсылыҡ хужалыҡтары белгестәре күҙәтә.

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Башҡор­тостан турисының аңлатмалы һүҙлеге» тигән китап сыҡты. Баҫма Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған һәм ул туризмдың күпселек төрҙәрендә ҡулланылған термин-төшөнсәләрҙән тора. Китапта республикала туризм өлкәһенең үҫеш тарихы тураһындағы мәғлүмәт тә урынлаштырылған.

Физкультурниктар көнө ай­ҡанлы 10 августа Өфөнөң «Ҡаш­ҡаҙан» баскетбол үҙәгендә урам баскетболы буйынса Бөтә Рәсәй «Оранжевый мяч – 2013» ярышы үтә. Сара ошо спорт уйыны менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәргә лә, ҡыҙыҡһыныусылар­ға ла үҙ көсөн һынап ҡарарға яҡшы мөмкинлек бирәсәк. Турнирҙа ҡатнашыу өсөн www.ufabasket.ru сайтында 8 авгус­ҡа тиклем заявка ҡалдырыу ҙа етә.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә