RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сибай предприятиелары республика сеймалы менән эшләй

02.08.2013 Сибай предприятиелары республика сеймалы менән эшләй

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был төбәктәге эш сәфәрен йомғаҡлап, шуны белдерҙе: Сибай сәнәғәте һәм иҡтисады төрлөләнә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫә. Ошо яҡтағы райондар үҫеше программаһын да һөҙөмтә бирерлек тип баһалайҙар.
Республика башлығы, башлыса, 30 – 80 кеше эшләгән ҙур булмаған предприятиелар менән танышты. Мәҫәлән, ошо иҫәптә ағасты тәрән эшкәртеү йүнәлешендә эшләүсе «Сибайлеспром» йәмғиәте. Бында таҡта, брус, евровагонка, плинтус һәм башҡа әйберҙәр етештерелә. Бер нисә ай элек ағас эшкәртеү буйынса заманса комплекс төҙөлә башлаған. Предприятиела йылына 160 кубометрға тиклем ағас эшкәртеү күҙаллана. Яңы производство файҙаланыуға тапшырылғандан һуң өҫтәмә 89 эш урыны булдырыласаҡ. Рөстәм Хәмитов кадрҙар менән тәьмин ителеш хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был йүнәлештә компания Сибайҙың 24-се лицейы менән эшләй. Лицей БР Мәғариф министрлығының 12 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға уҡыу йорто ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алған.
Рөстәм Хәмитов асфальт-бетон ҡатнашмалары өсөн цемент, ауырайтҡыс, минераль порошок етештереүсе «Технострой» йәмғи­әтенә инеп сыҡты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында урынлашҡан таҙартыу ҡорамалдарын ҡараны.
Проект буйынса таҙартыу ҡорамалдары сәғәтенә 400 кубометрға тиклем һыуҙы эшкәртә ала, ә ғәмәлдә 360 кубометр һыу таҙартыла.
Артабан Президент махсус майҙандан Сибай карьерын ҡараны. Уның тәрәнлеге яҡынса 500 метр. Карьер эшләй башлағандан алып бында 110 миллион тонна баҡыр рудаһы сығарылған һәм баҡыр иретеү заводтарына ебәрелгән.
Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өсөн блоктар етештереүсе «Зауральский теплоблок» предприятиеһына ла инеп сыҡты. Ҙур булмаған производство март айынан эшләй. Директоры Илдар Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, блоктар Европа технологияһы буйынса етештерелә, әммә технология урындағы сеймалға ҡулайлаштырылған. Республика етәксеһе бәләкәй предприятие хеҙмәткәр­ҙәренә яңы продукцияны ғәмәлдә ҡулланырға кәңәш итте.
Президент Сибайҙағы төҙөлөш урындарына ла туҡталды. 55 фатирлы социаль йорт төҙөлөп бөтһә, 35 етем бала, ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыу­сылар һәм йәш ғаиләләр ҡыйыҡлы буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә