RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Изгелек өҫтөнлөк итһен»

04.06.2013 «Изгелек өҫтөнлөк итһен»

«Изгелек өҫтөнлөк итһен»1 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды. Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында төбәк башлығы ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты. Салауат халҡы ҡалаға 65 йыл тулыу уңайынан йүкә үҫентеләре ултыртты.
Артабан республика етәксеһе 1-се лицейға барҙы. Уның янында «Мәктәп. Бишенсе элемент» тип аталған урам сәнғәте фестивале үткәрелде. Сара барышында Санкт-Петербург һәм Салауат ҡалалары рәссамдары күп ҡатлы дүрт йорттоң фасадына һүрәттәр төшөргән. Фән, тәбиғәт, ижад, энергия һәм мәктәп барлыҡ композицияларҙың төп темаһын тәшкил итә. Рәссамдар билдәләүенсә, бындай һүрәттәрҙе төшөрөү өсөн ике-өс ай ваҡыт талап ителә. Шуға күрә ҡалала байрамға алдан уҡ әҙерләнә башлағандар. Әлеге ижади эштә 20-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
– Был проект миңә бик оҡшаны, уны Өфө, Салауат һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла йәйелдерергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Фестиваль тағы бер нисә көн дауам итәсәк. Уны ойоштороусылар урам сәнғәте техникаһы һәм төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты яңы асылған амбулатор гемодиализ үҙәген ҡараны. Учреждение Салауат һәм Ишембай халҡын хеҙмәтләндерә. Республика етәксеһе БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәроваға республикала бындай яңы үҙәктәр асыу мәсьәләһен ентекле тикшерергә ҡушты.
Рөстәм Хәмитов ҡала балалар дауаханаһына ла инеп сыҡты. Унда функциональ диагностика блогын, физиотерапия бүлмәһен, операция залын һәм башҡа бүлектәрҙе ҡараны.
Журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты тәьҫораттары менән бүлеште.
– Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә кире мәғлүмәттәр өҫтөнлөк итә. Бәлки, кире яҡтар­ҙы күреү һәм улар тураһында һөйләү еңелерәк булғанға шулайҙыр. Ә мин бөгөн көнө буйы тормоштоң тик ыңғай яҡтары менән генә танышам: яңы клиникалар асыла, яҡшы дауаханалар төҙөлә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Өфөлә яңы бала табыу йортон ҡараныҡ, Салауат ҡалаһы көнөн нисек билдәләүҙәрен күрҙек. Был матур байрамға барлыҡ ҡала халҡы тиерлек йыйылған. Шуға күрә, минеңсә, изгелек яйлап булһа ла, әммә ышаныслы рәүештә өҫтөнлөк ала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә