RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

04.06.2013 Өс һөйләм менән

6 – 7 июндә Өфөлә офтальмохирургия буйынса халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Баш ҡалаға республиканың төрлө төбәктәренән 700-ҙән ашыу табип йыйыласаҡ. Рәсәй белгестәре менән бергә, симпозиумда Украина, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан офтальмологтары ла ҡатнашасаҡ.

Республикабыҙҙа «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт – 2013» тип атал­ған халыҡ-ара акция һәм «Беҙ һинең балаларың, Ер-әсә» тип атал­ған фотофестиваль үтәсәк. Был саралар төрлө илдәр кешеләренә Башҡортостан менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирәсәк. 5 июндән 12 июнгә тиклем республика буйлап үткән аҙналыҡ фототур­ҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙән бик күп фоторәссам, шулай уҡ Италия, Төркиә фотографтары ла ҡатнашасаҡ.

Архангел районы үҙәгендә сыҡҡан янғында йәш ир менән ҡатын һәләк булған. Һабантуйҙан һуң өйҙә дауам иткән байрам фажиғәгә килтергән. Янғынды һуң асыҡлау сәбәпле, уларҙы ҡотҡарып ҡала алмайҙар, ә биш йәшлек ҡыҙҙары өләсәһендә булыуы арҡаһында иҫән ҡала.

Мәләүездә «Мәләүез районы йәштәре – наркотиктарға ҡаршы» тип аталған акция ойошторолдо. Унда барлығы 400-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар ҡулдарына «Беҙ сәләмәт тормош өсөн!», «Беҙ наркотиктарға ҡаршы!», «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» тигән транспаранттар тотоп, ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте.

6 – 7 июндә Өфөлә халыҡ-ара экологик кинофестивале үтә. Был көндәрҙә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының конференц-залында республика халҡына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында фильмдар күрһәтеләсәк. Кинофестивалдә экологик проблемалар күрһәтелеп кенә ҡалмаясаҡ, ә уларҙы хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр ҙә буласаҡ.

Башҡортостандан Мөхәмәтйә­ровтар ғаиләһе «Волга буйының уңышлы ғаиләһе – 2013» конкурсында өсөнсө урын яуланы. Конкурста барлығы 25 ғаилә ҡатнашҡан. Республиканан Ғәзи­зовтар ғаиләһе иһә «Интерна­циональ ғаилә» номинацияһына лайыҡ булды.

4 – 7 июндә «Өфө-Арена» боҙ һарайында халыҡ-ара төҙөлөш форумы үтә. Уның барышында, ғәҙәттәгесә, «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Күргәҙмәлә баш ҡаланың үҫеше һәм перспективаһына, шулай уҡ иҫке йорттарҙы һәм биналарҙы һүтеүгә бәйле һорауҙарға яуап алыр­ға мөмкин, шулай уҡ БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ми­нистрлығы белгестәре халыҡҡа коммуналь түләүҙәр буйынса аңлатма бирәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә