НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты


Сочиҙа Рәсәй Президенты Башҡортостан Президентын ҡабул итте. Һөйләшеүҙә һүҙ республиканың социаль-иҡтисади хәле тураһында барҙы һәм, әлбиттә, Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек тураһында ла һөйләне.
– Беҙҙең төп бурыс – халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, – тине Рөстәм Зәки улы. – Былтыр майҙа ҡул ҡуйылған Указдарҙы үтәү буйынса ла эштәр етди алып барыла. Эш хаҡтарын күтәреүҙә лә насар эшләмәйбеҙ. Бөгөн, мәҫәлән, табиптар айына уртаса 30 – 33 мең һум ала, уҡытыусыларҙыҡы ла артты.
Беҙҙә тыуым яҡшы, былтыр рекорд ҡуйылды – 60 меңгә яҡын сабый тыуҙы. Балалар баҡсаларында урын дефициты бар ине, 2011 йылдан урындар һанын бер нисә тапҡырға арттырҙыҡ, яңы баҡсалар ҙа төҙөйбөҙ. Ғаилә балалар баҡсалары нормативтары булдырҙыҡ.
Беҙҙә күп балалы ғаиләләр һаны 36 меңгә етә, уларҙың 25 меңләбе бушлай ер алыуға ғариза яҙыр, тип уйлайбыҙ. Әлегә иҫәптә 16 мең ғаилә тора.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Прези­дентына ғаиләләргә башҡа ярҙам саралары тураһында ла һөйләне. Владимир Путин күрһәткестәрҙе яҡшы тип баһаланы.
Иҡтисадҡа килгәндә, тулайым төбәк продукты былтыр биш процентҡа артҡан. Сәнәғәт етештереүе индексы буйынса ла һөҙөмтәләр насар түгел. Бөгөн ил башлығы йыш һөйләгән эконом класлы торлаҡ төҙөү ҙә беҙҙең төп бурыстар иҫәбенә инә. Был йәһәттән, Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, төҙөлөштәр киләһе йылдан башланасаҡ.
Әйткәндәй, көҙгә Рәсәйҙең Үҙәк диниә назараты төҙөлөүгә 225 йыл тула. Республика башлығы Владимир Путинды ошо датаны билдәләүгә Өфөгә саҡырҙы. Рәсәй Президенты һүҙҙәренсә, башҡорт ислам үҙәгенең бай тәжрибәле булыуы, тарихы ҡыҙыҡһыныу уята, уға ил кимәлендә әһәмиәт биреү дөрөҫ.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 12:31 | Ҡаранылар: 407
|
  • Мәҙәниәт сәйәсәте бойомға ашырыласаҡ
  • Һайлауҙар ваҡытынан алда үтәсәк
  • Михаил Бабич Башҡортостанға килде
  • Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт
  • Валентина Матвиенко: «Үҫешегеҙ кәйефте күтәрерлек»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
  • Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
  • Аулаҡтағы бер төн
  • Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
  • «Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?
  • Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?



  • Радио Юлдаш FM