НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡытай менән эштәр көйләнә

Ҡытай менән эштәр көйләнә


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республика­һына ба­рып ҡайтты.
Сәфәр барышында Ҡытай Республикаһының власть һәм бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Делегация ағзалары ҙур предприя­тие­лар­ҙың эшмәкәрлеге менән дә танышты.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, унда беҙҙекеләр Ҡытайҙың байтаҡ провинцияһы етәкселеге менән осрашып, фекер алышты, ошо сара барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының презентацияһы менән сы­ғыш яһаны, Ҡытай провинциялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тура­һында һөйләне.
Әйткәндәй, 2012 йыл йомғаҡтары буйынса, Баш­ҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 609,8 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорт – 483 миллион, импорт – 126,8 миллион доллар. Башҡор­тостандың дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше күләмендә Ҡытай алтынсы урында тора.

Сығыу ваҡыты 21-05-2013, 12:56 | Ҡаранылар: 489
|
  • Волга – Янцзы хеҙмәттәшлеге нығый
  • Ҡаҙағстан да Башҡортостан үҫеше өсөн тырыша
  • Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле
  • Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйбеҙ
  • Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM