RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республикала кадрҙар сәйәсәтенең яңы йүнәлеше

27.10.2010 Республикала кадрҙар сәйәсәтенең яңы йүнәлеше

Республикала кадрҙар сәйәсәтенең яңы йүнәлешеРөстәм Хәмитов шәмбелә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге базаһында асылған төбәктең Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең тәүге сығарылыусылары менән осрашып, бындай мәктәп асылыуын, Башҡортостандың федераль үҙәк, илдең иҡтисади һәм сәйәси ойошмалары менән цивилизациялы, заманса мөнәсәбәттәргә йөҙ менән боролоуын аңлатҡан мөһим ваҡиға, тип билдәләне.
Курс тамамлаған йәштәргә мөрәжәғәт итеп:
– Беҙгә таныш-тоношлоҡҡа, ҡоҙа-ҡоҙасалыҡҡа, туған-тыумасалыҡҡа ҡоролған кадрҙар сәйәсәте кәрәкмәй. Мин бер ҡасан да үҙемдең яныма эшкә туғандарымды алманым, ә профессионалдарҙы алырға тырыштым һәм бының менән оттом. Беҙ эшлеклелек сифаттары түгел, ә ярамһаҡланыу, шәхси тоғролоҡ кеүек сифаттар эшкә алыу өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән осраҡтар менән дә таныш. Бынан һуң ундай осраҡтар булмаҫ тип ышанам, – тине.
Төбәк башлығы, кадрҙар менән эш ошо мәктәпте тамамлаған кешеләргә таянып ойоштороласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент билдәләүенсә, йәш кадрҙарҙың күбеһенең Башҡортостанда үҫеү мөмкинлеге бар. Ә бына курс тамамлаусылар араһынан Альберт Рыҫкилдин бөгөндән БР Президенты Хакимиәтендә стажировка үтә башланы. Тәүге ике аҙнала йәш белгес Рөстәм Хәмитовтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡарасаҡ.
Альберт үҙенең өс проектын яҡлаған. Уларҙың берәүһе халыҡтың финанс белемен күтәреүгә арнала. Ул тәҡдим иткән ғаилә уйыны аша бала финанс белеме нигеҙҙәрен үҙләштерә ала.
Рәсәй сәйәсәте мәктәбен үтеүселәр республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына практикаға йүнәлтелде.
«Башинформ».










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә