RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.11.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә ауыл хеҙмәтсәндәре 24 мең тоннанан ашыу йәшелсә, ит һәм бал һатҡан. Аҙна һайын үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә халыҡ ҡышҡылыҡҡа 5,5 мең тонна һуған, 5 мең тоннаға яҡын кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр, шулай уҡ 1,6 мең тоннанан ашыу ит һатып алған. Яңы йыл алдынан, 15 декабрҙән алып Баш­ҡортостанда ит сауҙаһы старт ала.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2020 йылға тиклем республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһын ҡабул итте. Муниципалитеттарҙың йәштәр советтары алдында торған бурыстар ҙа билдәләнде. Быйыл Йәштәр палатаһы республика парламентының закон проекттарына унға яҡын төҙәтмә индерҙе, биш закон сығарыу башланғысы РФ Дәүләт Думаһына тәҡдим ителде.

Екатеринбургта Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Тор­лаҡ-комуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән Башҡортостан Хөкүмәте һәм башҡа төбәктәр араһында «2013 −2014 йылдарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға йәштәрҙе йәлеп итеү» тип аталған өс яҡлы килешеү төҙөлдө. Әлеге документҡа «Граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу маҡсатында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән һөҙөмтәле идара итеү» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе барышында ҡул ҡуйылды. Кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙә төбәк системаларын булдырыу йәһәтенән «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Федера­цияһының башҡа айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон проекты тикшерелде.

Бөгөн республикала 940-тан ашыу гидротехник ҡоролма файҙаланыла. Шуларҙың 221-е хәүефле объект иҫәпләнә, 142-һе – авария хә­лендә. Гидротехник ҡоролмаларға капиталь ремонт үткәреү маҡсатында «2013 − 2020 йылдарҙа Баш­ҡортостан Республикаһының һыу хужалығы комплексын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы раҫланды, республиканың Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа сиктәрендә 1153,5 гектар майҙанда һыу объекттарын экологик яҡтан тергеҙеү ҙә күҙаллана.

ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты делегацияһы «Европа диалогы» программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә Франция, Германия һәм Швейцарияға, Лихтенштейн кенәзлегенә барасаҡ. Проектта ҡатнашыусы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Бөтә донъя мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары һәм тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышасаҡ, сит илдәге коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Бынан тыш, Парижда «ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре» халыҡ-ара проекттары кураторҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыу, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназияһына, Салауат ҡалаһынының 1-се мәктәбенә халыҡ-ара сертификаттар тапшырыу планлаштырыла.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә