RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

12.10.2012 Өс һөйләм менән

Республикала көнбағыш уңышы йыйыу тамамлана, әлегә 116 мең тоннанан ашыу һуғып алын­ған. Уртаса уңыш гектарынан 8,2 центнер тәшкил итә, ә бына Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, ҡыр­мыҫҡалы, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтарында гектарынан 10 центнерҙан ашыу көнбағыш һуғыла. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары – 11-шәр мең тонна, Дәүләкән һәм Көйөргәҙе райондары эшсәндәре 8 һәм 8,6 мең тонна көнбағыш йыйып алған, һигеҙ районда эш тамамланған да инде.

Башҡортостандың төрлө медицина колледждарынан егерме студент быйылғы уҡыу йылында стипендияны өсләтә күләмдә – яҡынса мең ярым һум самаһы аласаҡ. Буласаҡ медицина хеҙмәткәр­ҙәренә ярҙам итеүҙең бындай ысулын республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2005 йылдан файҙалана. 2012 – 2013 йылғы стипендиаттар исемлегендә Өфөнөң Башҡорт медицина колледжы, Бәләбәй, Белорет, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы медицина колледждары һәм Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары бар.

2012 йыл башынан ҡала предприятиелары һәм ойошмалары Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә яҡынса 98 мең вакантлы урын тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың вакансиялар банкында 18 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта ҡалала 7400 эшһеҙ иҫәпләнә, уларҙан 6500 кеше пособие ала.

14 октябрҙә Үзбәкстанда Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Ә. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең 20 йыллығына арналған байрам концерты була. Унда беҙҙең республика вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Ташкент ҡалаһында уҙасаҡ сараға Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының “Бейеү театры” төркөмө саҡырылған.

“Айыҡ ауыл” проекты “Сәләмәт Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәләмәт тормош алып барыу конкурсында ҡатнаша. ҡабул ителгән өс йөҙ эш араһында “Айыҡ ауыл” тәүге унау исемлегендә. Былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсында йәмғеһе 41 райондан 99 ауыл ҡатнашҡайны, шуларҙың 30-ы финалға үтте һәм 15-е төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә