RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәккә өмөт бар

12.10.2012 Киләсәккә өмөт бар

Киләсәккә өмөт бар
Республика көнөнә арналған байрам саралары йола буйынса Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.
Ә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш Конгресс-холда үтте. Бында дәүләт власы органдары етәкселәре, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре, ветерандар ҡатнашты.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов, йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, был байрамдың тыуған яҡҡа һөйөү, ата-бабалар мираҫына тоғро ҡалыу, милләттәр дуҫлығы байрамы булыуын билдәләне.
Быйыл республикала әһәмиәтле даталар ҙа етерлек булған: башҡорт нефтенә – 20, Белорет ҡалаһына – 250, Туймазыға 100 йыл тулған. Өфө предприятиеларының да, райондарының да байтағы юбилейын билдәләгән.
– Быларҙың бөтөнөһө лә – тыуған еребеҙ тарихының сағыу бер ваҡиғаһы, әллә нисә быуындың данлы эштәре йылъяҙмаһына ингән мәлдәр, – тине Президент. – Тиҫтәләрсә йылдар барлыҡҡа килтерелгән ҡеүәтле потенциал бөгөн дә Башҡортостан халҡы мәнфәғәтенә нығытыла. Республика үҙ алдына яңы амбициоз бурыстар ҡуя, уларҙы бойомға ашырыу өсөн беҙгә йәмғиәттең заманса ихтыяждарына яуап биреп эшләргә кәрәк.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, беҙгә һәр кимәлдә лә тиҙ һәм һөҙөмтәле эшләй белгән ойошҡан команда талап ителә.
Бурыстар рәтенән проблемалар ҙа юҡ түгел, ә шулай ҙа, дөйөм алғанда, оптимизм өсөн нигеҙ бар. Башҡортостан һуңғы арала яҡшы үҫеш динамикаһын күрһәтә.
Республика көнөнә арналған тантана ҙур концерт менән тамамланды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә