RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.09.2012 Был ни булды әле?

Учалы ҡалаһында ер һелкенде
6 сентябргә ҡараған төн Учалы халҡы өсөн тыныс булманы. Төнгө сәғәт 3-сө ун өс минутта ҡаланың үҙәк өлөшөндә, Учалы – 2 һәм Бөйҙө ҡасабаларында ер һелкенгән. Шаһиттар әйтеүенсә, был ваҡытта автомобилдәрҙең сигнализацияһы эшләй башлаған, йортта мебель шылған, тәҙрә быялалары зыңлаған, аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба ҡолаған.
Башҡортостан – сейсмология яғынан хәүеф­һеҙ төбәк. Теоретик яҡтан беҙҙә ер тетрәүе мөмкин түгел. Был ни хәл булды әле? Тәбиғәт беҙгә үҙ көсөн күрһәтәме, әллә техноген катаклизм булдымы? Һорауға Учалы районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе Иран ҡужагилдин яуап бирҙе:
− Был ваҡытта Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡа предприятиеларҙа шартлатыу эштәре алып барылманы. Был – тәбиғәт күренеше. Геодинамик үҙгәрештәр арҡаһында ер ҡатламы ишелгән йәиһә ҡабарып сыҡҡан, һөҙөмтәлә ер өҫтөнән 11 саҡрымға һуҙылған һелкенеүҙәр үтте. Уның ҡеүәте яҡынса 2 балл тирәһе булған. Республикала сейсмология ҡорамалдары булмау сәбәпле, аныҡ һанды әйтеүе ауыр. Быны ер тетрәү тип булмай, сөнки уның эпицентры була.
Емерелеүҙәр, һәләкәттәр булманы, коммуникациялар зыян күрмәне. Тау-байыҡтырыу тармағындағы предприятиелар элекке режимда эшләүен дауам итә.
Ошо төндә берҙәм диспетчер хеҙмәте ҡырҡҡа яҡын шылтыратыу ҡабул иткән. «Карауат урынынан шылғас, уянып киттем», − тип халыҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. Бындай хәл Учалыла 15 йыл элек тирәһе булған.
Былтыр Мәләүез районында, унан ике йыл элек республиканың көнбайыш райондарында, Татарстанда ер тетрәгәйне. 2002 йылда Өфө ҡалаһында шундай уҡ хәл булды. Бөтә осраҡта ла ер һелкенеүе 1,5 − 2 балдан ашманы. Хәүефләнергә урын юҡ кеүек. Шулай ҙа ер һелкенеүен тойһағыҙ, төҙөлөшкә яҡын ерҙән, бинанан асыҡ урынға сығыуығыҙ хәйерле.

Учалы районы хакимиәтенең аналитика
бүлеге мәғлүмәтен файҙаланып,
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне