RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.04.2012 Өс һөйләм менән

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ужым культураларының торошо яҡшы, һәләк булған өлөшө 18 проценттан артмаясаҡ. Әгәр көндәр йылынһа, апрель уртаһында уҡ игенселәр ужым культураларын минераль ашламалар менән туҡландырыуға төшә аласаҡ. Ужым культуралары 476,6 мең гектарҙа сәселгән.

Өфө Рәсәйҙең интернетҡа тоташыу хаҡы иң арзан булған ҡалалары иҫәбенә инде. Секундына бер Мбит баш ҡалабыҙҙа 34 һум тора. Был күрһәткес буйынса Өфө Мәскәү менән Санкт-Петербургтан (унда селтәргә сығыу – 31 һум), Воронеждан (32 һум) ғына ҡалыша. Тикшереүселәр билдәләүенсә, мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге арта барған һайын интернетҡа тоташыуға хаҡтар кәмей.

Башҡорт дәүләт аграр университеты менән «Органик парк» йәмғиәте ғалимдары күп маҡсатлы Biodux үҫемлектәр үҫеше стимуляторын етештерә башлаған. Яңы препарат хлорофилл, витаминдар, шәкәр туплауға, продукция сифатының яҡшырыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ул бәрәкәтле, күпкә етә.

Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыу­сы Радмир Ваһапов үҙенең блогында Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа ремонт үткәреү тураһында мәғлүмәт бирҙе. Автотрассаларҙың 193 километрында ремонт эштәрен үткәреү ҡаралған. Быға Дүртөйлө, Туймазы, Благовар, Шишмә, Өфө, Иглин, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарындағы юлдар инә.

Сибайҙа Көньяҡ Урал төбәгенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн тәүге мәғлүмәт-консультация үҙәге асылды. «Көньяҡ Уралдың эшлекле донъя­һы» («Деловой мир Зауралья») предприятиеһы базаһында һалым, иҫәп-хисап, кредитлау, хоҡуҡ, бизнес-план мәсьәләләре буйынса яуаптар алырға мөмкин. Әлеге ярҙам үҙәге һәр кесе йомала эшләй.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында был йылдың беренсе кварталы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Өс айҙа 375 679 пассажир хеҙмәтләндерелгән, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был 67136 кешегә күберәк. Шул уҡ мәлдә халыҡ-ара линияларҙағы пасса­жир­ҙар ағымы 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан.

Өфөнөң Калинин урамында урынлашҡан Үҙәк дәүләт китапханаһында «Донъя мәсеттәре» тигән фотокүргәҙмә асылды. Уның авторы, баш ҡаланың «25 бәйғәмбәр» мәсете имам-хатибы Фәуил хажи Ихсанов төрлө илдәрҙә төшөрөлгән ҡырҡтан ашыу мәсет фотоһын тәҡдим итә. Фотонан тыш, живопись эштәренән торған коллекцияла Мәккә, Мәҙинә, Фәләстан, ҡытай, Франция мәсеттәре лә бар.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатының «Өфө фанфаралары» оркестры өсөнсө «Art-Форум» халыҡ-ара академик һәм халыҡ музыкаһын башҡарыусылар конкурсының I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Йәш музыканттар быға тиклем дә төрлө конкурстарҙа гран-при, дипломант, лауреат исемен алған. Әлеге еңеү уларға Парижда үтәсәк «Art-forum» халыҡ-ара конкурсында бушлай ҡатнашыу хоҡуғын бирҙе.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә