RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көн тәртибендә – ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармағы

10.02.2012 Көн тәртибендә – ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармағы

8 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың эш төркөмөнөң тәүге ултырышын үткәрҙе. Ул яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьә­ләһенә арналды. Ултырыш видеоконференция режимында үтте.
Видеоконференция барышында тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫары Галина Изотова Советҡа әҙерлек буйынса эш төркөмө булдырылыуы һәм уның етәксеһе итеп Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләнеүе хаҡында хәбәр итте.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Волга буйы федераль округы составына инеүсе төбәктәр – Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе иң ҙур төбәктәр иҫәбендә. Илдәге ауыл хужалығы биләмәләренең 13 процентын тәшкил иткән Волга буйы федераль округында ауыл хужалығы продукцияһының дүрттән бер өлөшө етештерелә. Округта 42 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 8 меңдән ашыу ауыл хужалығы предприятие­һы эшләй.
– Инвестициялар йәлеп итеүсәнлек буйынса ауыл хужалығы округта нефть эшкәртеү өлкәһенән һуң икенсе урында, — тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Бына нимә ул Волга буйы федераль округындағы ауыл хужалығы. Был өлкәләге хәл һуңғы йылдарҙа тотороҡланып, 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләре бөтөрөл­һә лә, әлегә тармаҡтың йылдам үҫешен тәьмин итеп булмай, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, проблемалар тағы ла көсәйәсәк, был шарттарҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр яңы иҡтисади ҡағиҙәләрҙе ҡабул итергә тейеш.
Төбәк башлығы фекеренсә, Совет ултырышында әйтеп үтелгән тәҡдимдәр Рәсәйҙең тиҙҙән ҡабул ителәсәк 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү программаһында сағылыш табырға тейеш.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә