RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

03.02.2012 Өс һөйләм менән

31 ғинуарҙа Рөстәм Хәмитов Японияның JBIC халыҡ-ара хеҙмәттәшлек банкыһының Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса вәкиллеге башлығы Хироси Ивао һәм «Сумитомо» компанияһының Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса президенты Такехико Араи менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостанға Япониянан инвестициялар йәлеп итеү һәм ошо ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығында, өр-яңы технологияларҙы файҙаланып, республикала берлектәге проект­тар­ҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Араи әфәнде, был проектты тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе яҡшы буласаҡ, шулай уҡ «Сумитомо» компанияһы менән республика араһында билдәле бер меморандумға ҡул ҡуйылыуы ихтимал, тип белдерҙе.

Хәйбулла районының 110-сы һөнәрселек училищеһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветеринария станцияһы белгестәре өсөн өҫтәмә һөнәри белем биреү курсы башланды. Уҡыу Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм район хакимиәте араһында булдырылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолған. Ике аҙна буйы БДАУ-ның өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Көрсөк шарттарында эшләгән предприятиелар­ҙың проблемалары» һәм «Иҡти­сади көрсөк шарттарында фермер хужалыҡтарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге» программалары буйынса лекциялар уҡыясаҡ һәм практик дәрестәр үткәрәсәк.

Февралдә Башҡортостан вуздары күптәнге йола буйынса «Асыҡ ишектәр» көндәрен үткәрә. Абитуриенттар, үҙҙәре уҡырға инергә теләгән уҡыу йорттарына барып, факультеттар, 2012 йылда ҡабул итеү шарттары тураһында белешә, уҡытыусылар, декандар менән осрашып, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындыр­ған һорауҙарҙы бирә ала. Тәүгеләрҙән булып «Асыҡ ишектәр» көндәрен Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторасаҡ − сара 4 февралдә 12 сәғәттә 8-се корпус­та; 5 февралдә шулай уҡ 12 сәғәттә 5-се корпуста үтәсәк.

М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында абитуриенттар өсөн 1 февралдән Рәсәй Федерацияһы вуздарына ҡабул итеү һәм 2012 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу шарттары буйынса бушлай онлайн-консультациялар старт алды. Өфө дәүләт авиация университеты үҙенең абитуриенттары өсөн математика, рус теле, физика, информатика һәм башҡа предметтар буйынса берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн репетиция тестары ойошторасаҡ. Өлкән синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн үҙ ишектәрен Башҡорт дәүләт университеты – 11 февралдә сәғәт 12-лә, Башҡорт дәүләт аграр университеты 18 февралдә шулай уҡ сәғәт 12-лә асасаҡ.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә