RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

27.12.2011 Өс һөйләм менән

Йылайыр районында 340 урын­ға иҫәпләнгән яңы мәктәп асылды. Уны асыу тантанаһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты. Шул уҡ көндө ул райондың махсус коррекция мәктәп-интернатында булып, «Мәктәп автобусы» программаһы сиктәрендә уҡыу йортона автобус асҡысы тапшырҙы.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда район мәктәптәре уҡыусылары, тарих уҡытыусылары, Аҡъяр тау колледжы, 110-сы һөнәрселек училищеһы студенттары, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир­ҙарҙың балалары ҡатнашты. Конференцияла данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы үткәне, тарихсыларҙың төрлө тикшеренеүҙәре хаҡында һүҙ барған.

Быйыл Башҡортостанда тыш­ҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялауға 190 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был программала Әбйәлил, Белорет, Баҡалы, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Ишембай һәм тағы 30 райондың муниципалитеттары ҡатнашҡан, Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының урамдары ла хәҙер төндә яҡтыраҡ һәм хәүеф­һеҙерәк. «Баш­ҡортостан Республикаһы торлаҡ пункттарының тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау» айырым маҡсатлы программаһы 2015 йылға тиклем дауам итәсәк, дөйөм финанслау күләме 1 млрд 726 млн һум тәшкил итәсәк.

Республикабыҙҙа йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәш эшҡыуарҙар өсөн курс ойошторҙо. 72 сәғәт эсендә уҡыусылар бизнес-планлаштырыу, бизнес менән шөғөлләнеүҙең юридик аспекттарын һәм продукцияны тәҡдим итеү ысулдарын өйрәнәсәк. Уҡыу тамамланғас, уларға дәүләт өлгөһөндәге танытмалар тапшырыласаҡ.

Башҡортостандың йыйылма командаһы Сербияла үткән фудоган каратэ-до буйынса донъя чемпионатында ҡатнашҡан. 56 илдең командалары араһында беҙҙекеләр уңышлы сығыш яһаған. Ярыштар һөҙөмтәһендә яҡташтарыбыҙ 11 миҙал (ике алтын, биш көмөш һәм дүрт бронза) яулаған.

Өфө ҡалаһының Киров районы полицияһы велосипед ҡарағын тотҡан. 23 йәшлек эшһеҙ егет ике ай буйы подъездар буйлап йөрөп, 31 ҡарауһыҙ ҡалған велосипедҡа «айыу майы» һөрткән. Әле был факт буйынса тикшереү эше бара.

Нефтекама ҡалаһының йәш натуралистар мәктәбе «Тағараҡ» акцияһын башлаған. Был эшкә ҡаланың балалар баҡсалары һәм мәктәптәренән ҡыҙҙар һәм малайҙар әүҙем ҡушылған, барыһы ла парктарға һәм белем биреү учреждениелары биләмәһенә тағараҡтар элгән. Акция 2012 йылдың мартына тиклем дауам итәсәк.

28 декабрҙә РФ Президен­тының Башҡортостан Республика­һындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә инвалидлыҡты билдәләү һәм реабилитациялау программаларын әҙерләү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Халыҡты сәғәт 10-дан БР буйынса Медицина-социаль экспертизаһының баш бюроһы етәксеһе Юрий Томилов ҡабул итәсәк. Адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы), белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Г. ЯХИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә