RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

15.11.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөс­тәм Хәмитов «Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2013 йылда байрам саралары үткәреләсәк. Республика Хөкүмәтенә Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойоштороу комитеты составын билдәләргә һәм уны үткәреүгә бәйле саралар планын әҙерләргә ҡушылды.

БР Дәүләт Йыйылышы − ҡо­ролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составы билдәләнде. БР Президенты һәм республика парламенты тәҡдим иткән кандидатуралар конкурс ярҙамында һайланды. Проектын уңышлы яҡлаған 15 кеше Йәштәр йәмәғәт палатаһында эшләйәсәк.

30 ноябргә тиклем республика халҡы «Төбәктәр − тотороҡло үҫеш» тип аталған йыл һайын бирелә торған йәмәғәт премияһын алыуға ойошторолған конкурста ҡатнаша ала. Унда, шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеп, яңы производство технологиялары, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин иткән иң яҡшы проекттар билдәләнәсәк. Конкурсҡа башҡарма власть органдарынан, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙан эштәр ҡабул ителә.

Башҡортостанда күкрәк яман шешен иртә билдәләү маҡсатында ҡатын-ҡыҙ һаулығы диагностика үҙәге төҙөләсәк. Яман шеш сирҙәренән күкрәк рагы беренсе урында тора. Гүзәл заттарҙың 40 процентында ул һуңғы стадияһында асыҡлана.

Республика күләмендә «Ауыл табибы» проекты сиктәрендә 250 кешенең 1 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуы ихтимал. Был программа киләһе йылдан эшләй башлаясаҡ. Әле ауылға эшкә барыр­ға теләгән табиптарҙың исемлеге төҙөлә.

9 айҙа республика халҡының тәбиғи артыуы 307 кеше тәшкил итәкән. Быйыл республикала 41708 бала тыуған, был уҙған йылға ҡарағанда 2,3 процентҡа күберәк. Респуб­ликала яңы тыуған сабыйҙар һаны вафат булыусыларҙан 0,7 процентҡа күберәк.

112-cе Башҡорт атлы дивизияһы үҙенең 70 йыллығын билдәләй. Юбилей саралары 16 ноябрҙә кавдивизияның командиры, генерал-майор М. Шайморатовтың тыуған ерендә – ҡырмыҫҡалы райо­нының Шайморат ауылында башланып, 17 ноябрҙә Өфөлә дауам итәсәк. Дивизия ветерандары ҡатнашлығындағы тантаналы сара Өфөнөң Офицерҙар йортонда уҙғарыласаҡ.

Республикала ҡиммәтле таштар контрабандаһы менән шөғөлләнгән төркөм ҡулға алынған. Улар файҙалы ҡаҙылманы йәшерен рәүештә Израилгә сығарған. Енәйәтселәрҙән хаҡы 3 миллион һумға торошло 125 зөбәржәт тартып алынған.

Быйыл республиканан 25 мең кеше икенсе төбәккә күсеп киткән, 21 мең кеше республикаға йәшәргә ҡайтҡан. 54 мең кеше төбәк эсендә йәшәгән урынын алмаштырған. Башҡортостанда йәшәүселәр һаны 4000 кешегә кәмегән.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә