RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

04.10.2011 Өс һөйләм менән

20 – 21 октябрҙә Өфөлә «Көрсөк. Нимә эшләргә?» тип атал­ған семинар үтәсәк. Унда Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсылары Михаил Хазин һәм Олег Григорьев (Мәскәү) ҡатнашасаҡ. Семинар үҙенең киләсәген бөгөндән хәстәрләгән, 2008 йылғы көрсөк хаталарын ҡабатламай, көрсөктән мөмкин тиклем әҙерәк юғалтыуҙар менән сығырға теләгән төрлө кимәлдәге эшҡыуарҙарға тәғәйенләнә.

27 октябрҙә Өфөлә «Аҡ­бу­ҙат» ипподромының күргәҙмә майҙанында «Күсемһеҙ милек. Көҙ − 2011» күргәҙмә-йәрминкәһе асыласаҡ. Һәр кем банк белгестәренән бушлай консультация ала аласаҡ, уңайлы ипотека программаһын нисек дөрөҫ һайларға кәрәклеге хаҡында беләсәк һәм әле ғәмәлдә булған кредитлау программаларының сағыштырмаса характеристикаларын өйрәнә аласаҡ. Бынан тыш, «һеҙҙең йорт» проекты тәҡдим ителәсәк.

Волга буйы федераль округында йәшәүселәр билдәләүенсә, беҙҙең республика туристарҙы йәлеп итеүсе иң уңайлы өс төбәк исемлегендә алда тора. Был – «Открой Поволжье» тип аталған туристик ресурстар фестиваленә әҙерлек сигендә ике ай дауамында барған махсус тауыш биреү һөҙөмтәһе. Һуңғы аҙнала Башҡортостан Татарстан менән Пермь крайын уҙып киткән.

Өфөләге һуңғы вакансиялар йәрминкәһенә 300 кеше килде. Дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы 20 предприятие унда сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш һәм объекттарҙы һаҡлау өлкәһендә 400 эш урыны тәҡдим итте. Киләһе йәрминкә төҙөлөш тармағы предприятиеларына арналасаҡ.

Өфө ҡала биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ 10 октябрҙә тамамлана. Айлыҡ барышында үткән сираттағы санитар йомала 35 мең самаһы кеше 1400 кубометр сүп-сар йыйҙы. Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов әйтеүенсә, коллектив хеҙмәт ярҙамында бер көндә 500 квадрат метр­ҙан ашыу юл ремонтланған, 480 махсус техника берәмеге файҙаланылған.

Өфөлә БДУ нигеҙендә күренекле башҡорт телсеһе, билдәле яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнал­ған I халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Унда Мәскәү, Ульяновск, Өфө һәм Рәсәй, Болгария, Германия, Голландия, ҡаҙағстан, Африка илдәре ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. 80-дән ашыу сығыш яһаусы Башҡор­тостан, Рәсәй Федерация­һы һәм сит ил халыҡтарының 46 теленә презентация үткәрҙе.

4 – 6 октябрҙә Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Медицина – 2011» XX халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә инновацион технологияларҙы индереү, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәшләшеү маҡсатында ойошторолған. «Медицина – 2011» күргәҙмәһе сиктәрендә республика фәнни-ғәмәли конференцияһы ла уҙа.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә