RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.09.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре үтә. Был юлы делегация партияның төбәк cәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә Туймазы районына һәм Октябрьский ҡалаһына юл тота. Ике көнгә иҫәпләнгән программа бик тығыҙ һәм йөкмәткеле, унда халыҡ менән осрашыуҙар, байрам сараларында, спорт ярыштарында ҡатнашыу, төҙөлөш объекттары менән танышыу күҙаллана.

Халыҡ-ара матурлыҡ көнөндә Өфөлә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 58 ҡатын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алды. «Әсәлек бурысынан да изге бурыс юҡ. ҡатын-әсә – ул ғаилә йөрәге», – тине вице-премьер, күп балалы әсәләрҙе тәбрикләп.

2011 йылда Башҡортостанда 250 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Был хаҡта БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов БР Дәүләт Йыйылышы – ҡорол­тайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты ултырышында сығыш яһағанда белдерҙе. Мәғариф министры әйтеүенсә, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә быйыл барлығы 167 млн һум аҡса бүленгән.

Архангел районының Абҙан ауылы янында студенттарҙың тәүге республика туристик фестивале − «СТУДФЕСТ» үтә. Уның маҡсаты – спорт-масса эштәрен әүҙемләштереү, йәштәрҙең ялын ойоштороуҙың яңы формаларын индереү, студент туризмын киңерәк йәйелдереү. Фестивалдә республиканың алдынғы һигеҙ юғары уҡыу йорто командалары ҡатнаша.

Өфөлә Тажикстандың Гене­раль консуллығы асылды. Үҙәге республикабыҙ баш ҡалаһында булған консуллыҡ округы составына 14 төбәк инә. Төбәктәр властары менән тура бәйләнеш булдырыу, шулай уҡ уларҙа йәшәүсе Тажикстан граждандары менән осрашыу маҡсатында консуллыҡ хеҙмәткәрҙәренең планында яҡын киләсәктә округҡа ингән бөтә төбәктәргә лә йөрөп сығыу ҡарал­ған.

7 сентябрҙә Республика ҡан биреү үҙәгендә «ҡан тамсыһында – йәшәүгә өмөт» донорлыҡ акцияһы үткәрелде. Унда Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Бөтәһе 58 кеше 27 литр ҡан биргән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә