RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

27.08.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты указы менән республиканың ике уҡытыусыһына «Башҡортостан Рес­публикаһының халыҡ уҡытыу­сыһы» тигән исем бирелде. Был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар баш ҡала мәктәптәрендә эшләй. Флүзә Ғәлимова 5-се дөйөм белем биреү лицейында башланғыс синыфтарҙы уҡыта, ә Нина Ускова – 60-сы лицей­ҙың математика уҡытыусыһы.

23 сентябрҙә банк һәм инвестиция компаниялары вәкилдәре Өфөгә йыйыласаҡ. Баш ҡалала Рәсәй вексель конгресы үтә. Был сара иҫәп буйынса алтынсыһы, тәүгеһе 2006 йылда ҡаҙан ҡалаһында ойошторола.

Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана. Уларҙың тәүгеһе бөгөн «Иглин һуғаны» һәм «Иглин балы» исеме аҫтында Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Уны Иглин районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм баш ҡала хакимиәте ойошторған.

Өфө ҡалаһында ер аҫты юлы төҙөләсәк. Атап әйткәндә, Достоевский урамынан Ибраһимов бульварына тиклем тоннель төҙөү планлаштырыла. Был Цюрупа урамындағы транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн эшләнә.

Баш ҡаланың «Искра» кинокомплексында «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!» тип аталған балалар байрамы ойошторола. Байрам «Етем балаларға ярҙам ит» тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә үткәрелә. Унда балалар йорттарында, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр һәм аҫрауға, опекунлыҡҡа алынған балалар саҡырыла.

Августа БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «Тупһа артында» тип атал­ған яңы телевизион проект башланды. Ул республикала туризмды үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған программалар циклынан тора. Яңы телепроект Башҡортостандың тәбиғәтенә, уның иң матур һәм ҡыҙыҡлы урындарына, шулай уҡ төбәктең тәбиғи мөхитендә мөмкин булған әүҙем ял һәм спорт төрҙәренә арнал­ған.

Баш ҡалала 37 маршрут буйынса транспорт хәрәкәте үҙгәрәсәк. Уларҙың 24-е – дөйөм ҡала транспорты, 13-ө социаль ташламаларға эйә. Маршруттарҙың үҙгәреүе Өфө үҙәгендәге бер нисә урамда бер яҡлы ғына хәрәкәт индереүгә бәйле.

ЮХХДИ тарафынан Өфө юлдарына ҡуйылған камераларҙың ҡайһы берҙәре водителдәрҙе ҡурҡытыу өсөн генә ҡуйылған муляждар икән. Өфө ҡалаһының бөтә нөктәләрен дә видеокүҙәтеүгә алыу өсөн юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың барыһын да теркәп барыусы (хәҙергеләре тиҙлекте арттырыуҙы ғына теркәй) 50 яңы камера талап ителә. Был проекттың хаҡы 253 млн һумға барып баҫа.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә