RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫтереләсәк

27.08.2011 Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫтереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең 25 августағы ҡарары менән 2011 йылда Урал аръяғының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын үҫтерергә тейешле ярҙамсы программа раҫланды.
Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның социаль интеграцияһы өсөн уңайлы шарттар булдырыу программаның төп маҡсаты итеп билдәләнде. Бының өсөн эшҡыуарҙарҙың мәшғүллеге һәм үҙ-үҙен ойоштороу, иҡтисади һәм юридик яҡтан мәғлүмәтлелеген күтәреү, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына консультациялар биреү һәм уҡытыу мәсьәләләре хәл ителә. Муниципаль программаларға ярҙам итеү ҙә ҡаралған. Федераль һәм республика бюджетынан 42,4 миллион һум аҡса бизнесты башлау – «старт-ап» һәм лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау маҡсатында ҡулланыласаҡ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн кредиттар алыу мөмкинлеген Сибайҙа һәм Асҡарҙағы «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының офистары тәьмин итә. Бында эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар биреләсәк, улар ошонда уҡ микрофинанслауға ғариза бирә ала.
Сентябрҙә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты үҙ эшеңде асыу, һалым һәм дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса семинар үткәрәсәк. Ул шулай уҡ яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн октябр­ҙә бушлай ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курсы ойоштормаҡсы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә