RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Игенде әлегә һатмай тороу яҡшыраҡ

13.08.2011 Игенде әлегә һатмай тороу яҡшыраҡ

Игенде әлегә һатмай тороу яҡшыраҡ
Ауыл эшсәндәренә тын алырға ла ваҡыт юҡ – көҙгө уңышты урып-йыйыу осоро етте. Шөкөр, быйыл тәбиғәт беҙгә йөҙө менән боролдо – ямғыры ла етерлек яуҙы, ҡояшлы көндәр ҙә күп булды.
Белгестәр билдәләүенсә, республика баҫыу­ҙарында игендең уртаса уңышы гектарҙан 20,8 центнер тәшкил итә. Ә былтыр был күрһәткес 9 центнер ғына ине. Иң күп уңышты Өфө районы баҫыу­ҙарынан алалар, унда бер гектар майҙан 29,6 центнер иген бирә. Уларҙан һуң саҡмағоштар, стәрлетамаҡтар килә. Әлегә иген республиканың 295 мең гектар майҙанынан йыйып алынған. Был пландың 18 процентын тәшкил итә. Бөтәһе 486 мең тонна иген һуғылған.
Шулай уҡ Башҡортостан хужалыҡтарында орлоҡ ағыулау эштәре әүҙем бара. 11 августа алынған мәғлүмәттәр буйынса, был эште Ейәнсура районында тамамлағандар ҙа инде. Шулай уҡ ҡариҙел, Нури­ман, Көйөргәҙе райондары хеҙмәтсәндәре лә орлоҡ әҙерләү менән етди шөғөлләнә.
Быйыл республика баҫыуҙарында ужым культураларын 660 мең гектар майҙанда сәсергә ниәт­ләй­ҙәр. Әле 27 район хужалыҡтары ужым сәсә башлаған.
ҡағиҙә булараҡ, йыл һайын урып-йыйыу ваҡытында бойҙайға хаҡ төшә. Быйыл да ошо хәл ҡабатлана. «ҡуян бала тапҡан да, ҡуйыр урын тапмаған» тигәндәй, әле фермерҙар йыйылған уңышты нисек итеп файҙалыраҡ ҡулла­ныр­ға, ҡайҙа, кемгә һатыр­ға белмәй ҡаңғыра. БР ауыл хужалығы министрының бе­ренсе урынбаҫары Николай Коваленко әйте­үенсә, бойҙайҙы бөгөн һатмайыраҡ тороп, хаҡы саҡ ҡына булһа ла күтәрелеүен көтөргә кәрәк. Уңышты элеваторҙарҙа һаҡлау уңышлыраҡ буласаҡ, тигән фекер­ҙә белгестәр. Ет­мәһә, республиканың күп кенә элеваторында бой­ҙай­ҙы йыл аҙағына тиклем бушлай һаҡларға вәғәҙә бирәләр. Ә инде аҡса алғандары ла әллә ни ҙур хаҡ ҡуймай.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бойҙай баҙарындағы хаҡтарға республика үҙе генә йоғонто яһай алмай. Хаҡтарҙы дөйөм Рәсәй кимәлендә билдәләйҙәр. Бөгөн сит илдәр араһында Рәсәй игенен алырға теләүселәр бик күп. Әле үк 3 миллион тонна иген экспортланған. БР Ауыл хужалығы министрлығы ла игенде сит илгә һатыуҙы ойоштороу өсөн һөйләшеүҙәр алып бара. Тимәк, ысынлап та, игенде бөгөн арзан хаҡҡа һатып ебәрергә тырышыуҙың фәтүәһе юҡ. Саҡ ҡына сабыр итеү күберәк табыш килтерәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә