RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ир-егеттең кемлеге эшендә беленер

25.06.2011 Ир-егеттең кемлеге эшендә беленер

Бер йылда 19 бура бурау һәр кемдең дә ҡулынан килмәй!!!

Ир-егеттең кемлеге эшендә беленерЭшҡыуарҙарҙың 60−70 процентының сауҙа итеү менән шөғөлләнеүе билдәле. Ә етештереү, эшкәртеү тармағында хеҙмәт итеүселәр аҙ. Был аңлашыла ла. Сөнки етештереү, эшкәртеү ныҡышмалылыҡ, сыҙамлылыҡ һәм физик көс талап итә. Бының менән һис кенә лә сауҙа итеү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарҙың эше еңел, тип раҫларға йыйынмайым. Шулай ҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һаналған етештереүселәргә нығыраҡ иғтибар биреү зарурҙыр.

Ғафури районының ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Фәнзил Фәнил улы Сөләймәнов та, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, етештереү кеүек бик ауыр, күп физик көс талап иткән тармаҡҡа тотонған – ул урман киҫеп, ағас эшкәртеп, бура бурау менән шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү үтеп, һалымдарын ваҡытында түләп барырға тырыша. Фәнзилде инде байтаҡтан бирле – 17 − 18 йыллап беләм. 12 − 13 йәштәрҙәге теремек, сос малай “Табын” гәзите призына уҙғарылған милли көрәш бәйгеләрендә призлы урындар яулап йөрөр ине. Һуңғараҡ ул бил нығытып башҡа майҙандарҙа ла уңышлы һынау тотоп, район һабантуйҙарында бер нисә йыл рәттән елкәһенә тәкә һалыуға өлгәште. Республика кимәлендәге ярыштарҙа ла еңеү яуланы. Бына ошондай үҙ көсөнә ныҡлы ышанған, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта тыныс холоҡло, артығын һөйләмәҫ, йөҙөнән һәр ваҡыт йылмайыу китмәгән егет, бөгөн инде аҫыл ир булараҡ танылыу алды тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫтыр.

Эйе, аҫыл ир, тим. Сөнки яңыраҡ ҡына 30 йәшен тултырған Фәнзил ныҡышмалылығы, тырышлығы, еңеү яуларға ынтылған спортсыларға ғына хас сәмселлеге менән 5 − 6 егет башҡарырҙай эштәрҙе лә бер яңғыҙы атҡара. Урман ҡырҡыу эшенең ни тиклем ауыр икәнлеген үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына белә. Күпме көс, энергия, һаулыҡ талап итә был эш. Ә инде Фәнзил урманда ағас ҡырҡып ҡына ҡалмай, уны сығарып, бура итеп бурап, таҡта итеп быстырып һатыу менән дә шөғөлләнә.
− Ағас ҡырҡыуы, бура бурауы әллә ни ауыр түгел дә ул, диләнкә юллап алыуы бик ҡыйынға төшә. Минең кеүек эшҡыуарҙарға диләнкә тик аукцион аша ғына һатып бирелә. Шулай ҙа тырышҡанда эшләргә була. Мәҫәлән, былтыр 18 (!) мунса бураһы, бер өй бураһы бурап һатыуға өлгәштем, быйыл да шунан кәм булмаҫтыр, − ти Фәнзил Сөләймәнов.
Әйтеүе генә анһат, 19 бура бурау өсөн нисәмә төп ағас ҡырҡырға кәрәклеген оҫта үҙе генә беләлер. Ә бит күпселек эштәрҙе ул бер яңғыҙы башҡара, бура бурағанда 3 − 4 ярҙамсыһы була. Бер мунса бураһын көн ярымда бурап бөтәләр икән. Оҫта үҙе бураған мунсаларҙы үҙе үк эшләп тә бирә. Былтыр хатта Ырымбурға уҡ барып сыҡҡан.
− Ырымбур өлкәһендә − алты, Ырымбурҙың үҙендә ике мунса эшләп бирҙек. Ул яҡтарҙа ағас булмағас, ағас эше оҫталары ла юҡ кимәлендә, − ти Фәнзил. Бер мунса бураһын − 25 мең, өй бураһын 100 мең һумға һатыуға өлгәшкән. Ағас ҡырҡыуға, бура бурағанда ярҙамлашыусыларға түләгәндән, башҡа сығымдарҙы иҫәпләгәндән һуң бер ни тиклем матди техник базаны яҡшыртыуға ла, ғаиләне ҡарауға ла аҡса тороп ҡала. Быйыл ғына ҡулаҡсаға өр-яңы “Priora” автомашинаһы һатып алған, “ГАЗ − 53” йөк автомашинаһы ла бар. Ә ғаиләһе ишле йәш эшҡыуарҙың. Тормош иптәше Миңзилә Ғаяз ҡыҙы менән дүрт ул тәрбиәләйҙәр. Оло улдары Ғайса 2-се синыфта уҡып йөрөһә, Даниярға – 5, Рушанға 3 йәш булһа, кескәй Усманға өс ай ғына әле.
Бына ошондай йәш, уңған ғаилә башлығы, булдыҡлы эшҡыуар йәшәй ҡауарҙыла.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә