RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемгә шах, кемгә мат

18.06.2011 Кемгә шах, кемгә мат

Кемгә шах, кемгә мат«Фукусима» атом электр станцияһы биләмәһенән 40 саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшәүсе һөт етештереү менән шөғөлләнгән япон крәҫтиәне үҙ-үҙенә ҡул һалған. Фараздар буйынса, ул һәләкәттән һуң иҡтисади проблемаларын күтәрә алмаған. Аҫылынып үлеүсе шундай яҙыуҙар ҡалдырған: «Барыһы ла АЭС арҡаһында», «Тере ҡалғандарға: АЭС-ҡа бирешмәгеҙ!» Был барлыҡ суицид ҡылыусылар яҙған хушлашыу хәбәрҙәре араһынан иң үҙенсәлеклеһелер. Ул тәғәйен бер кешенең генә түгел, ә глобаль проблемаға иғтибар итеү зарурлығын күрһәтә. Ана, Германия хөкүмәте 2022 йылға тиклем барлыҡ атом электр станцияларын ябып, урындарын күңел асыу паркы итеп үҙгәртмәксе. Бәлки Германия Испаниянан өлгө алмаҡсы булалыр? Cөнки был илдә бит электр энергияһының төп сығанағы – ел тирмәндәре. Беҙ уларға эйәрә алмайбыҙ, беҙгә ҡеүәтле яңы АЭС-тар кәрәк. Нәҡ ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта халыҡ-ара ғилми-ғәмәли семинар ҙа үтте. «Росатом» ҡарашын Балтик буйҙарына йүнәлтә.
«ҡайҙа төҙөлһә лә ярай, тик беҙҙән алыҫыраҡ булһын», – тип уйлап ҡуйғандыр әле бәғзеләр. Тик барыбыҙға бер Ер шары шул. Нимәһе булһа ла әйләнә лә килә, касафаты тейеп-тейеп ала. Нишләйһең, ғүмер шулай ҡоролған – һәр ваҡыт кемдер нимә менәндер риза түгел, кем кемделер яратмай, кем кемделер һыйҙырмай, тигәндәй. Донъялағы ваҡиғаларҙы байҡау үҙенән-үҙе шул юҫыҡҡа боролдо ла киттесе.

«Олоһо» ғәйеплеме, «кесеһе»ме?

Виртуаль донъя яңылыҡтарында Кувейт сәйәсмәне һәм тележурналисы Салва әл-Мотаириҙың сәйер тәҡдиме тирәләй хәбәрҙәр ҡайнай. Был ҡатын мосолман ғаиләләрен нығытыу маҡсатында секс-ҡоллоҡто законлаштырыу яҡлы. ҡолдар сифатында ул хәрби конфликттарҙа ҡулға алынған мосолман булмаған ҡатындарҙы, тәү сиратта урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарын, файҙаланырға тәҡдим иткән. Был провокация һәм журналистың аңһыҙлығы, тигән фекерҙә күбеһе. Ошо мәғлүмәттән һуң блогерҙар «айнып» та етмәне, күрше Татарстанда ла «оло ағай»ҙы йәберләнеләр. «Регнум» агентлығы яҙыуынса, бында «ТНВ» («Татарстан Новый Век») каналы хеҙмәткәре, урыҫ телен яҡлап пикетҡа сығыусылар менән бәхәскә инеп, был халыҡты оккупанттар тип атаған, имеш. Етмәһә, «туған татар теле өсөн теләһә кемдең муйынын сәйнәп ташларға» вәғәҙә иткән. Итеүен иткән дә ул, тик эшһеҙ ҙә ҡалған икән. Пикет ойоштороусылар уны судҡа бирергә лә йыйынып йөрөй, ти. Хәҙер был хәлгә ҡарата һәр кем үҙенең фекерен белдереп ҡалырға тырыша. «Бөгөнгә төҫ-ҡиәфәт менән дә, менталитет яғынан да урыҫтарға татарҙарҙан да яҡыныраҡ милләт юҡ», – тип ебәргән урыҫ кәләше менән йәшәүсе Йәүҙәт Абдуллин атлы журналист. Ғөмүмән, ике күрше республикала туған телдәр уҡытыуға бәйле пикеттар үткәреүселәр табылып тора. Татарстанда татар телен көсләп уҡытыу проблемаһы күтәрелһә, Башҡортостанда башҡорт теленән баш тартып маташалар. Килгән, сәй эскән һәм табыныңды хурлаған ҡунаҡ күҙ алдына баҫа, хужабикә лә меҫкен рәүештә башын эйеп торған кеүек. Президент Рөстәм Хәмитов үҙ блогында ла, телевидениела «тура эфир»ҙа ла Башҡортостанда башҡорт теле һәр ваҡыт уҡытыласаҡ, тип белдереп торһа ла, ныҡыштар табыла. Нөктә ҡасан ҡуйылыр икән? Юҡһа, башҡорттар ниҙәлер ғәйепле һымаҡ күренә башланы. Хәйер, был донъя үҙе ғәйепле һәм ғәйепһеҙҙәр, еңеүселәр һәм еңелеүселәр, бер ҡатлылар һәм хәйләкәрҙәрҙән, шаһтар һәм муттарҙан тора. Аҙаҡҡы һүҙҙәр шах менән матҡа яҡыныраҡ түгелме? Ниңә тап шулар иҫкә төштө һуң әле?

Һуғыш шахмат партияһы түгел шул...

Аптыратты был полковник Каддафи. Илендә ни тиклем болғаныш, шартлау, ҡорбандар, ә ул шахмат уйнап йөрөй. Нимә был: үҙенең ҡеүәтен шулай аңғарттымы, әллә кәйефен белдерергә теләнеме? Әлбиттә, НАТО-ның даими бомбаға тотоуына ҡарамаҫтан, Ливия хөкүмәте армияһы революционерҙар һөжүмен уңышлы рәүештә кире ҡаҡлыҡтырып тора, шулай ҙа бола туҡталырға уйламай.
Муаммар Каддафиҙың Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (FIDE) Кирсан Илюмжинов менән шахмат уйнауын әйтәм, «ничья»ла туҡталғандар. Тәүҙә Кирсан Каддафиҙың Олимпия комитетын етәкләгән улы Мөхәммәт менән осрашҡан, шахмат үҫешен күҙаллағандар, аҙаҡ полковник та әңгәмәгә ҡушылған. Кәйефе шәп сағы тура килгәндер, шахмат уйнағанда ике таныш һөйләшеп туймаған. Илюмжинов Каддафиҙың һуңғы тамсы ҡанына тиклем үҙ ата-бабалары ерендә ҡаласағына инанған. Муаммар баш күтәреүселәр менән дә, НАТО менән дә һөйләшеүгә әҙер булыуын әйткән. Ливия башлығы билдәләүенсә, хәҙер аңлашылмаусанлыҡ боласылар менән түгел, ә НАТО менән. Ул илде бомбаға тотоуҙы туҡтатҡандың икенсе минутына уҡ Каддафи килешеүҙәр өҫтәле артына ултырасағын еткергән. Шул уҡ ваҡытта Муаммар Көнбайыш унан нимә талап итеүен аңлап етмәй икән. «Миңә илдән китергә ҡушалар. Ә ҡайһы ил мине ҡабул итер?» – тип аптырауға төшкән ул.
Әйткәндәй, Илюмжинов Ливияға юлға сығыр алдынан Рәсәй Президентының махсус вәкиле Михаил Маргелов менән осрашҡан. Ул шахмат «башлығы»на уйын тәртибен өйрәтеп ебәргән. «Аҡтар менән уйна, Е-2 – Е-4-кә йөрө, әйҙә, Каддафи үҙ партияһының эндшпилгә, йәғни һуңғы стадияһына килеп етеүен аңлаһын», – тигән Маргелов, уйынға ике төрлө мәғәнә һалып. Көнбайыш илдәре лә Каддафиҙың көнө бөтөүенә ышана. Әлләсе, һаман берәү ҙә мат та, хатта шах та ҡуя алмай бит әле. Африка илдәре һаман болара. «Ут» әкренләп Азия яғынараҡ күсә бара.

Граждандар һуғышына бер аҙым ҡалған

Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдулла бин Әбдел Ғәзиз Йәмәнгә 3 миллион баррель эшкәртелмәгән нефть бүләк иткән. Адендың нефть эшкәртеү заводы бер айҙан ашыу эшһеҙ торғандан һуң, кинәнеп нефткә «сумасаҡ». Был әле сәйәси көрсөк барған Йәмәндең иҡтисадына етди ярҙам, сөнки илдә ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында яғыулыҡ етмәй ине. Сәғүд Ғәрәбстаны апрелдә уға тәбиғи газ да бүләк иткәйне.
Онотҡан булһағыҙ, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: бында февраль баштарында уҡ бола ҡупҡайны. Халыҡ инде 30 йылдан ашыу власта ултыр­ған Президент Әли Абдулла Сәлихты отставкаға ебәрә алмай ҡаңғыра. Уны Америкаға һатылған, тип иҫәпләйҙәр. Түрәгә ҡаршы акцияла бер нисә йөҙләгән кеше үлгән. Сөнки власть боланы туҡтатыу маҡсатында ҡорал да ҡуллана. Әле баш күтәреүселәр сафына ярай­һы уҡ ҡеүәтле хашид ҡәбиләһе берләшмәһе лә килеп ҡушылған. Әли Абдулла Сәлих Сәғүд Ғәрәбстанына дауаланырға киткәс (3 июндә ул резиденцияһына һөжүм иткәндә йәрәхәтләнгән), хәл-торош тағы ла ҡатмарланған. Президент юҡта уның улы Әхмәт барыһын да күҙәтеүҙә тота. Оппозиция Сәлихты илгә ҡайтармаҫҡа тигән маҡсат ҡуйған.
Ә был ваҡытта АҡШ нисек ситтә ҡалһын ти инде?! Улар Йәмәндә, йәнәһе лә, йәшерен кампания сигендә «Әл-ҡаиҙә» боевиктарына ҡаршы һауа һөжүмен көсәйтеү менән мәшғүл. Был ойошма, власть көсһөҙлөгөнән файҙаланып, бер-бер хәл ҡылып ҡуймаһын, тип ҡурҡа икән американдар. Әйткәндәй, «Әл-ҡаиҙә»нең Ғәрәп ярымутрауындағы төркөмө төбәктә генә түгел, ә донъяла иң әүҙемдәрҙән һанала. Йәмән власы террорсыларға ҡаршы ныҡлы ғына көрәш башлап торғанда, халыҡ күтәрелгән дә сыҡҡан. Аңламаҫһың. Әле бер нисә көн элек кенә баш ҡаланың Таһир майҙанына 100 меңдән ашыу кеше йыйылған. Президенттың отставкаһын талап иткән оппозиция ил киләсәге тураһында унан башҡа пландар ҡора. Илдең башҡа төбәктәрендә лә халыҡ күтәрелгән. Аналитиктар фекеренсә, Йәмән граждандар һуғышы һәм хаосҡа табан «елле» аҙымдар яһай. ҡыҙыу унда, йәмәғәт, ҡыҙыу.
Әйткәндәй, был илдән ҡайтырға теләгән ватандаштарыбыҙ өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өс самолет ебәрҙе. 13 июндә генә ике самолет 175 кешене алып ҡайтҡайны. Бында меңләгән Рәсәй һәм бер нисә йөҙ БДБ илдәре гражданы булған. ҡара әле, донъя тулы беҙҙекеләр. Беҙҙекеләр, тигәндән, чиновниктарыбыҙ өсөн бер аҙ борсолоп ултырам әле.

Яңы штраф.
Тик чиновниктарға ғына

Илебеҙҙә власть органдарының насар эше өсөн штраф һалыу механизмы әҙерләнгән. Тиҙҙән РФ Дәүләт Думаһы дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙә чиновниктарҙың яуаплылығы тураһындағы закон проектын ҡараясаҡ. Төҙәтмәләр хупланған хәлдә, эшмәкәрлеге менән халыҡ риза булмаған түрәгә штраф һалырға мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, был чиновниктарҙың тормошон ҡатмарландырасаҡ. Граждан түбәндәге осраҡта түрәгә ҡаршы ялыу яҙа ала: әгәр ҙә дәүләт йә муниципаль хеҙмәт күрһәтеү тураһында үтенесе теркәлгән ваҡыт боҙолһа, кәрәкмәгән документтар һоралһа, тейешле документтар ҡабул ителмәһә, орган был дәүләт ярҙамы алғанда бирелгән документтарҙағы хаталарҙы йә яңылыш баҫылған хәрефтәрҙе төҙәтеүҙән баш тартһа, законһыҙ рәүештә түләүҙәр талап ителһә, ялыуҙар ун көн эсендә ҡаралырға тейеш. Штраф күләме бер мең һумдан биш меңгәсә. Административ ялыуҙарҙы ҡарау тәртибен боҙған чиновник өсөн өҫтәп 10 мең һумдан 30 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин, был хаҡтағы закон проекты күп чиновниктарҙың халыҡты кәрәкмәгән түңәрәк буйлап әйләндереүҙән (теге йәки был ҡултамға талап итеп ҡаңғыртыуҙан) туҡтатасаҡ, тип өмөтләнеүен белдергән. Ур-ра, бер кабинетта ғына эшебеҙҙе эш итеп сыға аласаҡбыҙ, тип ҡыуанырмы икән бер ҡатлы кешеләр?
Путин тигәндән, уны ихлас аптыратҡандар бит әле. Мордовияла Бөтә Рәсәй ауыл берәмектәре (муниципалитеттар) форумында Ростов өлкәһенең Быстрогорск ҡасабаһы хакимиәте башлығы Светлана Губенко уға тимер юл буйында ятҡан шпалдарҙан тирмән төҙөп ҡуйыуҙары хаҡында һөйләгән. «Беҙ уны алырға (юҡ, урларға түгел) кис барҙыҡ, юғиһә һаҡсылар күрер ине, – тип ауыҙ тултырып маҡтанған үҙенең эш алымы тураһында бәләкәй түрә. – Быстыҡ, алып ҡайттыҡ, бер төн эсендә буяныҡ һәм үҙәк майҙанда тирмән ҡороп ҡуйҙыҡ!» Премьер, көслө ҡул сабыуҙарға ҡарамаҫтан, әкрен генә тауыш менән: «Ул һеҙҙе насар нәмәгә өйрәтә», – тип уфтанырға мәжбүр булған. Губенко кеүек бына шундай «уңғандар» барҙа нисек беҙ насар йәшәйек, ти! Ятмаһын ул шпалдар ҡулланылмайынса! Шул саҡта икенсе бер ауыл хакимиәте башлығы ла әйтеп ҡуйған: «Бахы-ыр, тимер юлдар. Беҙ ҙә бит һуйырташтарын алып, тротуар һалдыҡ...» Тағы ла көслө алҡыштар аҫтында Владимир Путиндың: «Зинһар, рельстарға теймәгеҙ инде!» – тигән тауышы ишетелгән.

Әйткәндәй

Мәскәүҙә «Халыҡ депутаттары союзы»ның ойоштороу съезы үткән. Әле илдең 55 төбәгендә уның бүлексәләре булдырылған да инде. Халыҡ аптырашта – улар ҡайһы ойошмаға йөҙ борорға белмәй икеләнә. Һуңғы ваҡытта самаһыҙ күбәйә башланылар түгелме? Арала­рында кәрәге лә бар, кәрәкмәгән һымағы ла тигәндәй. Һайлау булғас, һайланһындар, тиҙәрме икән? Ябай кеше ни, магазинға сыҡҡанда биш һумлыҡтарҙы күберәк алайыммы, унарлыҡ­тар­ҙымы, тип кенә һайланмаһа...

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә