НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән


Республика етәкселеге Баш­ҡор­­тостан баҫмаларында заманыбыҙҙың бөтә актуаль социаль мәсьәләләре сағылыш тапһын өсөн кәрәк булғандың барыһын да ла эшләйәсәк – был турала БР Президенты Өфөлә ветерандар менән осрашыуында белдерҙе. Әле үк республика киң мәғлүмәт сараларының был йәһәттән күпкә алға китеүен, федераль баҫмаларҙан йәштәр, патриотик тәрбиә темаларын яҡтыртыуы менән айырылыуын билдәләне. «Республика һәм район гәзиттәренә ярҙам күрһәтеләсәк һәм уларға үҫеү мөмкинлеге булдырыласаҡ», – тине Рөстәм Хәмитов.

Йөк автомашиналары һәм тя­гачтар эшләү буйынса донъялағы иң алдынғы «DAF» нидерланд компанияһы Өфөлә автозавод төҙөү теләген белдерҙе. Йәй республикаға голланд делегацияһының сәфәре көтөлә. Һөйләшеп килешеүҙәр уңышлы үтһә, заводҡа нигеҙ һалынасаҡ.

Өфөлә Татарстандың даими вәкиллеге асылды. Ул сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль һәм мә­ҙәни мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бу­лышлыҡ итәсәк. Татарстан Прези­денты Указына ярашлы, даими вәкил итеп Альберт Мәҡсүтов тәғәйенләнде.

Өс һөйләм менән25 һәм 26 майҙа Силәбелә Си­ләбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре ҡатнашлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күсмә ултырышы үтәсәк. Осрашыу барышында башҡорт халҡының тарихына һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ өлкә территорияһында башҡорт телендә гәзит сығарыу, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙарын ретрансляциялау мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Колумбия округында йәшәгән Америка башҡорттары һәм татарҙары һабан байрамын 28 майҙа билдәләргә йыйына. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға ҡарата ойошторолған милли байрамға Вирджиниянан, Марилэндтан, Пенсильваниянан, Ко­лумбия округынан, Нью-Йорктан ҡунаҡтар саҡырылған. Програм­мала бейеүҙәр, концерт, музыка, татлы һый, уйындар ойоштороу ҡарал­ған.

Өфөлә яңы ете күпер төҙөләсәк. Улар аша машиналар федераль трассаларға сыға аласаҡ. Ете күпер­ҙе лә 2014 – 2025 йылдар дауамында төҙөргә планлаштыралар.

Талпан ҡаҙалыуҙан зыян күргән 3775 кеше республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 31 проценты – балалар. Был уҙған йылға ҡарағанда күпкә кәмерәк. 2010 йылдың 18 майына ҡарата республикала 5276 кешегә талпан ҡа­ҙал­ған була.

Республикала үткәрелгән өмәләр һәм санитар йомалар һөҙөмтәһендә Башҡортостан 98 процент­ҡа төҙөкләндерелгән һәм таҙартыл­ған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республика биләмәһен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа 2,4 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. 285 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелгән.

Өфө ҡалаһында Рудольф Ну­риев исемендәге XVII халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә. Уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының премьераһы – «Ете һылыу» балеты аса. Фестиваль 8 июндән 16 июнгә тиклем дауам итәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 24-05-2011, 11:27 | Ҡаранылар: 1729
|
  • «Айһылыу»ҙа – башҡорт төркөмө
  • Рудольф Нуриев фестиваленә рәхим итегеҙ!
  • Ҡоролтай халыҡ проблемаларын хәл итергә тейеш
  • Ҡоролтай делегацияһы – Пермь крайында
  • Ҡоролтайҙың бурыстары етди һәм аныҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM