RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

21.05.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда халыҡ университеттары үҫтереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ветерандар менән осрашыуҙа белдерҙе. Әле үк Өфө, Туймазы, Дүртөйлө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында халыҡ университеттары асылған.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмә­тул­лина «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. ҡабул итеү барышында алты мөрәжәғәт булған. Мәҫәлән, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Сөләймәнов халыҡ музыка ҡоралдарын етештереү буйынса проект тәҡдим иткән.

Өс йыл эсендә Өфө ҡалаһында транспорт менән идара итеүҙең интеллектуаль системаһы индереләсәк. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд һум аҡса тотоноу күҙаллана. Әлеге ваҡытта баш ҡалала урамдарҙы паспортлаштырыу буйынса эш бара.

25 майҙа З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Шаляпин исемендәге залында башҡорт сәнғәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, дирижер Байрас Абдуллинға арналған хәтер кисәһе үткәреләсәк. Унда сәнғәт эшмәкәренең ижадына битараф булмаған дуҫ-иштәре, уҡыусылары һәм яҡташтары – ейәнсуралар йыйыласаҡ. Кисәгә шулай уҡ теләгән һәр кем килә ала.

Йыл һайын Республика мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән ҡалаларҙа йәшәүсе 30-лаған ғаилә ауыл еренә йәшәргә күсә. Улар агросәнәғәт комплексы, сауҙа, дөйөм туҡланыу, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм элемтә предприятиеларына, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларына эшкә урынлаша. Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында, был бер юлы ике мәсьәләне сисеүгә – халыҡты эш менән тәьмин итеүгә һәм урындарҙа кадрҙар дефицитын бөтөрөүгә ярҙам итә, тип иҫәпләйҙәр.

Өфө ҡалаһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Баныу Вәлиеваға таҡтаташ асылды. Иҫтәлекле таҡтаташ Карл Маркс урамындағы легендар йырсы йәшәгән 32-се йортҡа ҡуйылды. Билдәле шәхесте хөрмәтләп иҫкә алырға уның туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, һәләтле йырсының талантын ихтирам итеүселәр йыйылды.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә